АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | АСЫЛЫШ 17—19
Алланың һуғышы бөтә һуғыштарҙы бөтөрәсәк
19:11, 14—16, 19—21
Ни өсөн Йәһүә, «мөхәббәт һәм именлек Аллаһы», үҙенең Улына, «Тыныслыҡ кенәзенә», һуғыш алып барырға ҡушҡан? (2Кр 13:11; Иш 9:6).
Йәһүә һәм Ғайса тәҡүәлекте ярата һәм яуызлыҡты нәфрәт итә.
Яуыздар юҡ ителгәс кенә тыныслыҡ һәм ғәҙеллек мәңгегә урынлашасаҡ.
Алланың күк ғәскәрҙәренең «һуғыш алып барыуы ғәҙел». Уларҙың «аҡ аттарға» атланғаны һәм «аҡ, таҙа, нәфис етендән кейем» кейгәне тап шуны күрһәтә.
Был ахырғы һуғышта нисек иҫән ҡалып була? (Сф 2:3).