МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Донъяның барлыҡҡа килтерелеүенә ышаныуыңды аңлата алаһыңмы?
Берәйһе һинән, ни өсөн барлыҡҡа килтереүгә ышанаһың, тип һораһа, нимә тип яуап бирерһең? Яуабың ышандырырлыҡ булһын өсөн ике шартты иҫәпкә алырға кәрәк: беренсенән, барлыҡҡа килтереүгә үҙең инанған булырға (Рм 12:1, 2), икенсенән, ҡараштарыңды башҡаларға нисек аңлатырыңды алдан уҡ уйлап ҡуйырға тейешһең (Ғһ 15:28).
«ХИРУРГ-ОРТОПЕД ҮҘ ИМАНЫ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘЙ» ҺӘМ «ЗООЛОГ ҮҘ ИМАНЫ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘЙ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАЛАРҘЫ ҠАРАП, НИ ӨСӨН ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘРҘЕҢ БАРЛЫҠҠА КИЛТЕРЕҮГӘ ЫШАНЫУҘАРЫН БЕЛ. ШУНАН ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
Ни өсөн Ирен Хоф Лорансо эволюцияға түгел, ә донъяның барлыҡҡа килтерелеүенә ышана?
Ни өсөн Ярослав Довганич эволюцияға түгел, ә донъяның барлыҡҡа килтерелеүенә ышана?
Донъяның барлыҡҡа килтерелеүенә ышаныуыңды башҡаларға нисек аңлатыр инең?
Һиңә бөтә нәмәне лә Алла барлыҡҡа килтергәненә инанырға һәм быны башҡаларға ла аңлатырға Йәһүә ойошмаһы биргән ниндәй сығанаҡтар ярҙам итер?