Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb20 апрель 7 б.
  • «Сит илаһтарҙы ырғытығыҙ»

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • «Сит илаһтарҙы ырғытығыҙ»
  • Мәсихсе «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте». Эш дәфтәре 2020
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Йәһүәнең ярҙамы менән яуыз рухтарға ҡаршы тороғоҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
  • Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
  • Яҡуп менән Ғаяз татыулаша
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Йәһүәне ҡыуандырған күңел асыуҙар һайла
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
Башҡаларын асырға
Мәсихсе «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте». Эш дәфтәре 2020
mwb20 апрель 7 б.
Кеше сихырсылыҡ менән бәйле сәйлән муйынсаҡты ташлай

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

«Сит илаһтарҙы ырғытығыҙ»

Йәһүә үҙенә йән-тән менән бирелгәнлеккә лайыҡ. Яҡуп боттарға табыныуҙы тыйған ҡанун барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк быны яҡшы белгән (Сғ 20:3—5). Шуға күрә Йәһүә уға Бейт-Илгә ҡайтырға ҡушҡас, ул үҙе менән булғандарға боттарҙан арынырға ҡушҡан. Яҡуп сит илаһтарҙы, шул иҫәптән бетеү булараҡ ҡулланылған алҡаларҙы йыйып алып, уларҙан арынған (Бш 35:1—4). Йәһүә, һис шикһеҙ, Яҡуптың был ҡылығын хуплаған.

Ә нисек беҙ тик Йәһүәгә генә тоғро ҡала алабыҙ? Беҙгә боттарға табыныуҙан һәм сихырсылыҡ менән бәйле һәр нәмәнән дә ситтә торорға кәрәк. Мәҫәлән, сихырсылыҡ менән бәйле әйберҙәрҙән ҡотолорға, күңел асыуҙарҙы һайлауға иғтибарлы булырға кәрәк. Үҙеңдән һора: «Вампирҙар, зомби йә тәбиғи булмаған күренештәр хаҡында уҡырға яратаммы? Мин һайлаған күңел асыуҙарҙа сихырсылыҡ ҡылыу, әпсен уҡыу һәм ҡарғыш төшөрөү зыянһыҙ һәм ҡыҙыҡлы нәмә итеп һүрәтләнмәйме?» Беҙ Йәһүә нәфрәт иткән бөтә нәмәнән ситтә торорға тейеш (Зәб 97:10).

«ИБЛИСКӘ ҠАРШЫ ТОРОҒОҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА, ШУНАН ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Карауатта ятҡан баланың беләгенә бетеү кейҙерелгән. Артҡы планда баланың әсәһе үҙе менән Изге Яҙманы өйрәнгән ҡәрҙәштәр менән һөйләшә.

    Палеса исемле өйрәнеүсе ниндәй проблема менән осрашҡан?

  • Ирле-ҡатынлы пар өйрәнеүселәре менән бергә өлкәндәр менән һөйләшә

    Ни өсөн сихырсылыҡ менән бәйле берәй хәл тыуһа, өлкәндәргә мөрәжәғәт итеү мөһим?

  • Өйрәнеүсе бетеүҙе плитала яндыра

    Иблискә ҡаршы тороғоҙ, Йәһүәгә яҡынлашығыҙ (Яҡ 4:7, 8)

    Йәһүәнең беҙҙе яҡлауын теләһәк, ниндәй әйберҙәрҙән ҡотолорға кәрәк?

  • Палеса нисек эш иткән?

  • Һин йәшәгән ерҙә ендәрҙең тәьҫиренән нисек һаҡланып була?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу