Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb21 ғинуар 5 б.
  • Никахыңды һаҡла

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Никахыңды һаҡла
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2021
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Никахта нисек уңышҡа өлгәшергә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Никах тарҡалырға торғанда
    Ғаилә бәхетенең сере
  • Туйҙан һуң
    Алла һөйөүендә ҡалығыҙ
  • «Бөтә кеше лә никахты ихтирам итһен»
    Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2021
mwb21 ғинуар 5 б.
Ир, ҡатыны янына ултырып, шатланып уға кер йыуыша.

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Никахыңды һаҡла

Йәһүә никах антына бик етди ҡарай, ул ир менән ҡатынға бер-береһенә тоғро булырға ҡушҡан (Мт 19:5, 6). Алла халҡы араһында күп бәхетле парҙар бар. Ләкин бер ғаилә лә камил түгел, һәр никахта ауырлыҡтар тыуып тора. Ғаиләлә ауырлыҡтар тыуғанда, айырылышыу — ул берҙән-бер сығыу юлы, тигән киң таралған ҡараштан һаҡланырға кәрәк. Никахта булған парҙар нисек үҙ ғаиләһен һаҡлай ала?

Биш мөһим аҙымды ҡарап сығайыҡ.

  1. Йөрәгеңде һаҡла. Бының өсөн никахыңа зыян килтерерҙәй һәр нәмәне, мәҫәлән, флирт һәм әхлаҡһыҙ күңел асыуҙарҙы кире ҡаҡ (Мт 5:28; 2Пт 2:14).

  2. Алла менән дуҫлығыңды нығыт һәм, никахың уға яраҡлы булһын өсөн, бар көсөңдө һал (Зәб 97:10).

  3. Яңы шәхескә хас булған сифаттар үҫтереүеңде дауам ит һәм, бәләкәй генә булһа ла игелекле эштәр ҡылып, тормош иптәшеңде шатландыр (Кл 3:8—10, 12—14).

  4. Аралашыуың ихтирамлы һәм эстәлекле булһын (Кл 4:6).

  5. Тормош иптәшеңә ҡарата бурысыңды наҙлы итеп һәм мөхәббәт менән үтә (1Кр 7:3, 4; 10:24).

Мәсихселәр, никах ҡоролошон хөрмәт итеп, был ҡоролошто барлыҡҡа килтергән шәхесте — Йәһүәне лә хөрмәт итә.

«БЕҘ „СЫҘАМЛЫҠ МЕНӘН“ ЙҮГЕРЕРГӘ ТЕЙЕШ. ҠАҒИҘӘЛӘРҘЕ БОҘМАҒЫҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРАП, ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • «Беҙ „сыҙамлыҡ менән“ йүгерергә тейеш. Ҡағиҙәләрҙе боҙмағыҙ» тигән видеояҙманан күренеш: Калу ғаиләһе Батшалыҡ залында туй телмәренән һуң йылмайып тора.

    Ғаилә тормошо матур башланып китһә лә, ниндәй ауырлыҡтар тыуырға мөмкин?

  • «Беҙ „сыҙамлыҡ менән“ йүгерергә тейеш. Ҡағиҙәләрҙе боҙмағыҙ» тигән видеояҙманан күренеш: Калу ғаиләһе ауырлыҡтар хаҡында тыныс ҡына һөйләшеп ултыра; өҫтәлдәрендә Изге Яҙма асыҡ килеш ята.

    Никахта мөхәббәт һүрелгән кеүек тойолһа, Изге Яҙмалағы принциптар нисек ярҙам итә ала?

  • «Беҙ „сыҙамлыҡ менән“ йүгерергә тейеш. Ҡағиҙәләрҙе боҙмағыҙ» тигән видеояҙманан күренеш: Калу ағай-ҡәрҙәш ҡатынына һәм ике ҡыҙына «Изге Яҙмаға нигеҙләнгән хикәйәләр китабын» уҡый.

    Никахың бәхетле булһын өсөн, Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡуллан

    Йәһүә никахҡа ҡағылышлы ниндәй ҡағиҙәләр урынлаштырған?

  • Ғаилә бәхетле булһын өсөн, ир менән ҡатын нимә эшләргә тейеш?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу