Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb22 ғинуар 11 б.
  • Йәштәр, атай-әсәйегеҙ менән асыҡ итеп аралашығыҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Йәштәр, атай-әсәйегеҙ менән асыҡ итеп аралашығыҙ
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2022
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Атайыңды һәм әсәйеңде хөрмәт ит
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2018
  • Ғаиләлә шатлыҡ булһын өсөн, үҙ өлөшөңдө индер
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2023
  • Балаларығыҙҙы Йәһүәне яратырға өйрәтегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Ғаилә бәхете нимәнән тора? (2-се өлөш)
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
Башҡаларын асырға
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2022
mwb22 ғинуар 11 б.

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Йәштәр, атай-әсәйегеҙ менән асыҡ итеп аралашығыҙ

Ни өсөн атай-әсәйең менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә кәрәк? (Ғһ 23:26). Сөнки Йәһүә уларға һинең хаҡта ҡайғыртырға һәм һине тәрбиәләргә ҡушҡан (Зәб 127:3, 4). Әгәр ҙә атай-әсәйеңдән үҙ борсолоуҙарыңды һәм проблемаларыңды йәшерһәң, уларға һиңә ярҙам итеүе ауыр булыр. Өҫтәүенә, улар һинең менән тормош тәжрибәләре менән уртаҡлаша алмаҫ. Әммә был бөтә фекерҙәреңде лә һөйләп бирергә кәрәк тигәнде аңлатамы? Юҡ. Әммә атай-әсәйеңде алдарға һәм улар белергә тейеш мәғлүмәтте йәшерергә ярамай (Ғһ 3:32).

Атай-әсәйең менән нисек асыҡтан-асыҡ һөйләшергә? Улар өсөн дә, үҙең өсөн дә уңайлы ваҡыт һайла. Әгәр ҙә был ауыр булһа, уларҙың береһенә хат яҙырға була. Хатыңда хистәреңде аңлат. Ә атай-әсәйең һин һөйләшергә теләмәгән темаға фекер алышырға булһа? Уларҙың һиңә ярҙам итергә теләгәнен иҫеңдә тот. Уларға дошмандарыңа һымаҡ түгел, ә союздаштарыңа кеүек ҡара. Атай-әсәйең менән асыҡ итеп аралашыр өсөн һалған тырышлыҡтарың ғүмерең буйына — мәңге файҙа килтерәсәк! (Ғһ 4:10—12).

«ҮҪМЕРҘЕҢ ТОРМОШО. АТАЙ-ӘСӘЙЕҢ МЕНӘН НИСЕК УРТАҠ ТЕЛ ТАБЫРҒА?» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • «Үҫмерҙең тормошо. Атай-әсәйең менән нисек уртаҡ тел табырға?» тигән видеояҙманан күренеш: үҫмер ҡыҙ наушниктар кейеп компьютер алдында ултыра һәм үҙенә өндәшкән әсәһенә иғтибар итмәй.

    Эстер һәм Партик нимә аңлаған?

  • «Үҫмерҙең тормошо. Атай-әсәйең менән нисек уртаҡ тел табырға?» тигән видеояҙманан күренеш: үҫмер ҡыҙ әсәһе менән һөйләшеп ултыра, смартфонында нимәлер күрһәтә.

    Һин Ғайсанан нимәгә өйрәнә алаһың?

  • «Үҫмерҙең тормошо. Атай-әсәйең менән нисек уртаҡ тел табырға?» тигән видеояҙманан күренеш: әсәй кеше, бәләкәй улы менән уйнар өсөн, өй эштәрен ҡалдырып тора.

    Атай-әсәйең һинең хаҡта нисек ҡайғырта?

  • «Үҫмерҙең тормошо. Атай-әсәйең менән нисек уртаҡ тел табырға?» тигән видеояҙманан күренеш: баскетбол буйынса тренер командаһына уйын тактикаһын аңлата.

    Атай-әсәйең һинең өсөн иң яҡшыһын теләй

    Изге Яҙмалағы ниндәй принциптар һиңә атай-әсәйең менән асыҡ итеп аралашырға ярҙам итер?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу