Ғаилә өсөн тағы ла күберәк кәңәштәр
ИЗГЕ ЯҘМА — ИҢ ЫШАНЫСЛЫ КӘҢӘШТӘР СЫҒАНАҒЫ. Унда ирле-ҡатынлылар, ата-әсәләр һәм балалар өсөн иң яҡшы кәңәштәр бар. Ундағы принциптар тормошҡа дөрөҫ ҡарарға һәм мөһимде бик үк мөһим булмағандан айыра белергә ярҙам итә (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:1—4).
ИЗГЕ ЯҘМА ШУЛАЙ УҠ ТОРМОШТАҒЫ ИҢ МӨҺИМ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИРӘ:
Тормоштоң мәғәнәһе нимәлә?
Кеше кисергән ғазаптарҙа Алла ғәйеплеме?
Кеше үлгәс, уның менән нимә була?
Һеҙ, Изге Яҙманы яҡшыраҡ белеп, ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап таба алаһығыҙ. «Ни өсөн Изге Яҙманы өйрәнергә кәрәк?» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ. Башҡорт телендәге jw.org® сайтына инегеҙ.