ҠАЙҒЫ КИСЕРЕҮСЕЛӘРГӘ ЯРҘАМ
Юғалтыу ҡайғыһы
«Беҙ Софияa менән 39 йылдан ашыу бергә йәшәнек, әммә оҙаҡ ҡына ауырығандан һуң, ул вафат булды. Дуҫтарым миңә бик ныҡ ярҙам итте, үҙем дә гел эш менән мәшғүл булырға тырыштым. Шулай ҙа бер йыл буйы мин үҙемде тәне тереләй телгеләнгән кеше кеүек хис иттем. Кәйефем гел үҙгәреп торҙо. Хатта әле лә, өс йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, бер сәбәпһеҙгә ҡапыл ғына күңелем әрней башлай» (Костас).
Бәлки, һеҙгә лә берәй яҡынығыҙҙы юғалтырға тура килгәндер. Ул сағында Костастың хистәрен аңлайһығыҙҙыр. Тормош иптәшең, туғаның йә дуҫыңды юғалтыу — бер ни менән дә сағыштырғыһыҙ ауыр ҡайғы. Юғалтыу кисергән кешеләрҙең хәлен тикшереүсе психологтар ҙа бының менән килешә. Психиатрия буйынса бер журналда, «үлем — ул һис бер өмөт ҡалдырмаған, ҡайтарып булмаған юғалтыу», тип әйтелә. Яҡынын юғалтыу арҡаһында йөрәге һыҙлаған кеше: «Әрнеүҙәрем баҫылырмы? Мин берәй ҡасан яңынан бәхетле булырмынмы? Ҡайҙан йыуаныс табырға?» — тип хәсрәтләнергә мөмкин.
Был һорауҙар «Уянығыҙ!» журналының ошо һанында ҡарала. Әгәр һеҙ күптән түгел генә яҡынығыҙҙы юғалтҡан булһағыҙ, бының менән бәйле ниндәй ауырлыҡтар тыуыуы мөмкин икәнен киләһе мәҡәләнән белерһегеҙ. Ә артабан беҙ юғалтыу ҡайғыһын бер аҙ баҫырға ярҙам иткән кәңәштәрҙе ҡарап сығырбыҙ.
Беҙ, ошо мәғлүмәт юғалтыу ҡайғыһы кисергән бар кешегә лә йыуаныс килтерер, тип ысын күңелдән өмөтләнәбеҙ.
a Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.