4-СЕ БҮЛЕК
Алланың исеме бар
КЕШЕ менән танышҡанда, һин уға ниндәй һорау бирәһең? ~ Эйе, һин уның исемен һорайһың. Беҙҙең һәр беребеҙҙең исеме бар. Алла беренсе кешегә исем ҡушҡан. Ул уны Әҙәм тип атаған. Ә Әҙәмдең ҡатынының исеме — Һауа.
Әммә тик кешеләрҙең генә исеме бармы? Уйлап ҡара, тағы кемгә йә нәмәгә исем бирәләр? Һиңә ҡурсаҡ йә көсөк бүләк итһәләр, һин уға исем ҡушыр инеңме? ~ Эйе, исем бик мөһим.
Төнөн күккә ҡараһаң, бик күп йондоҙ күреп була. Һин нисек уйлайһың, уларҙың исеме бармы? ~ Эйе, Алла һәр бер йондоҙға исем биргән. Изге Яҙмала Алла тураһында: «Ул йондоҙҙарҙың һанын иҫәпләй, һәр береһен исеме менән атай», — тип яҙылған (Зәбур 147:4).
Һин һәр йондоҙҙоң исеме бар икәнен белә инеңме?
Нисек уйлайһың, Ғаләмдә иң бөйөгө кем? ~ Әлбиттә, Алла. Ә уның исеме бармы? ~ Эйе, Ғайса Алланың исеме бар тигән. Бер ваҡыт Ғайса Аллаға: «Мин Һинең исемеңде шәкерттәремә белдерҙем», — тип доға ҡылған (Яхъя 17:26). Беләһеңме, Алланың исеме нисек? ~ Алла үҙе беҙгә исемен әйтә: «Мин Йәһүә. Был — минең исемем». Шулай итеп, Алланың исеме — ЙӘҺҮӘ (Ишағыя 42:8).
Башҡалар һиңә исемең менән өндәшкәндә, был һиңә оҡшаймы? ~ Йәһүә лә кешеләрҙең уның исемен белеүен теләй. Шуға күрә, Алла тураһында һөйләшкәндә, беҙгә уның исемен ҡулланырға кәрәк. Бөйөк Остаз, кешеләргә Алла тураһында һөйләгәндә, һәр ваҡыт уны исеме менән атаған. Бер ваҡыт Ғайса: «Йәһүә Аллаңды бөтә йөрәгең менән ярат», — тигән (Марк 12:30, ЯДТ).
Ғайса «Йәһүә» тигән исем иң мөһим исем икәнен белгән. Шуға күрә ул шәкерттәрен Алланың исемен ҡулланырға өйрәткән. Ул хатта уларҙы Алланың исемен телгә алып доға ҡылырға өйрәткән. Ғайса шуны белгән: Алла бөтә кешеләрҙең дә уның исеме Йәһүә икәнен белеүен теләй.
Боронғо заманда Алла үҙ исеменең ни тиклем мөһим булыуын Мусаға күрһәткән. Муса израиль халҡынан булған. Ул ваҡытта израилдәр Мысыр ерендә йәшәгән. Унда йәшәгән кешеләр мысырҙар тип аталған. Улар израилдәрҙе ҡол иткән һәм уларға ҡарата аяуһыҙ булған. Муса, үҫеп еткәс, бер израиль кешеһенә ярҙам иткән. Был турала Мысыр батшаһы, фирғәүен, белеп ҡалғас, бик асыуланған. Ул Мусаны үлтерергә ҡушҡан! Шуға күрә Муса Мысырҙан ҡасҡан.
Муса башҡа илдә йәшәй башлаған. Ул ил Мәдйәндәр ере тип аталған. Унда Муса өйләнгән һәм ғаиләһе хаҡында ҡайғырта башлаған. Ул һарыҡ көткән. Шулай бер саҡ, тау итәгендә һарыҡ көтөп йөрөгәндә, Муса ғәжәп бер нәмә күреп ҡала: сәнскеле ҡыуаҡ яна, әммә һис тә янып бөтмәй! Муса яҡыныраҡ килеп ҡарарға була.
Унда нимә булған, беләһеңме? ~ Шул ваҡыт сәнскеле ҡыуаҡтан: «Муса! Муса!» — тигән тауыш яңғыраған. Был кемдең тауышы булған? ~ Алланың тауышы! Алла Мусаға бик мөһим йөкләмә бирергә йыйынған. Алла әйткән: «Мин һине Мысыр батшаһы, фирғәүен, янына ебәрәм, һәм һин минең халҡымды — израилдәрҙе Мысырҙан алып сығырһың». Был эштә Алла үҙе Мусаға ярҙам итергә вәғәҙә биргән.
Муса янып торған сәнскеле ҡыуаҡ янында ниндәй мөһим нәмәне белеп ҡалған?
Әммә Муса Аллаға былай тигән: «Әйтәйек, мин, израилдәр янына барып, уларға, мине һеҙгә Алла ебәрҙе, тип әйтәм, ти. Ә улар минән: „Уның исеме нисек һуң?“ — тип һораһа, миңә нимә әйтергә?» Алла израилдәргә былай тип әйтергә ҡушҡан: «Мине Йәһүә ебәрҙе. Был мәңгегә минең исемем» (Сығыш 3:1—15). Эйе, Алла был исемде мәңге йөрөтәсәк. Ул уны бер ҡасан да үҙгәртмәйәсәк. Алла мәңгегә Йәһүә исеме менән билдәле булырға теләй.
Алла Ҡыҙыл диңгеҙ янында үҙенең исемен нисек билдәле иткән?
Шулай итеп Муса Мысырға ҡайта. Ул ваҡытта Мысырҙа йәшәгән кешеләр, Йәһүә — ул израилдәрҙең ниндәйҙер көсһөҙ илаһы ғына, тип уйлаған. Улар Йәһүәнең бөтә ерҙең Аллаһы икәнен күҙ алдына ла килтерә алмаған. Шуға күрә Йәһүә Мысыр батшаһына: «Мин үҙ исемемде бөтә ергә билдәле итермен», — тигән (Сығыш 9:16). Йәһүә ысындан да үҙ исемен билдәле иткән. Ул быны нисек эшләгән, һин беләһеңме? ~
Ул Мусаға израиль халҡын Мысырҙан алып сығырға ҡушҡан. Улар Ҡыҙыл диңгеҙгә килеп еткәс, Йәһүә диңгеҙ һыуҙарын айырған. Израилдәр ҡоро диңгеҙ төбө буйлап икенсе ярға сыҡҡан. Фирғәүен бөтә ғәскәре менән улар артынан ҡыуа төшкәс, диңгеҙ һыуҙары, кире урынына ҡайтып, уларҙы ҡаплаған. Фирғәүен дә, уның бөтә ғәскәре лә батып үлгән.
Тиҙҙән был турала ер йөҙөндәге бөтә кеше лә ишеткән. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? ~ 40 йыл самаһы үткәс, израилдәр Ҡынаан еренә — Алла уларға бирергә вәғәҙә иткән ергә килгән. Унда Рәхәб исемле бер йәш ҡатын ике израиль кешеһенә: «Беҙ Йәһүәнең, һеҙ Мысырҙан сыҡҡас, алдығыҙҙа Ҡыҙыл диңгеҙ һыуҙарын ҡоротҡанын ишеттек», — тип әйткән (Ешуа 2:10).
Бөгөн күп кешеләр шул мысырҙарға оҡшаған. Улар Йәһүәнең бөтә ерҙең Аллаһы булыуына ышанырға теләмәй. Шуға күрә Йәһүәнең хеҙмәтселәренә Алла тураһында башҡаларға һөйләргә кәрәк. Йәһүә үҙе быны теләй. Ғайса тап шул эште башҡарған да. Ерҙәге тормошоноң ахырында ул Йәһүәгә былай тип доға ҡылған: «Мин Һинең исемеңде уларға белдерҙем» (Яхъя 17:26).
Ғайса кешеләргә Алланың исемен белдергән. Һин Изге Яҙманан Алланың исемен күрһәтә алаһыңмы?
Һин Ғайсаға оҡшарға теләйһеңме? Улайһа, башҡаларға Алланың исеме Йәһүә икәнен һөйлә. Һин күп кешенең Алла исемен белмәүен күрерһең. Бәлки, һин уларға Зәбур 83:18-ҙә яҙылған һүҙҙәрҙе күрһәтерһең. Әйҙә, Изге Яҙманы асып, бергә шул шиғырҙы уҡыйыҡ. Унда: «Кешеләр һинең исемең Йәһүә икәнлеген, һинең бөтә ер өҫтөнән берҙән-бер Аллаһы Тәғәлә икәнлегеңде белһен ине», — тип яҙылған.
Был шиғырҙан беҙ нимә белдек? ~ Эйе, Йәһүә тигән исем — иң мөһим исем. Был исем — сикһеҙ ҡөҙрәтле Алланың исеме. Ул — Ғайсаның Атаһы, бөтә нәмәне Барлыҡҡа килтереүсе. Иҫләйһеңме, Ғайса, беҙ Йәһүә Алланы бөтә йөрәк менән яратырға тейеш, тип әйткән. Ә һин Йәһүәне яратаһыңмы? ~
Беҙ Йәһүәне яратҡаныбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ? ~ Беҙгә уның менән яҡшыраҡ танышырға, дуҫлашырға, шулай уҡ башҡаларға уның исеме тураһында һөйләргә кәрәк. Беҙ кешеләргә Алланың исемен Изге Яҙманан күрһәтә алабыҙ. Шулай уҡ уларға Йәһүәнең ғәжәп итеп барлыҡҡа килтергән нәмәләре тураһында һәм уның башҡарған игелекле эштәре тураһында һөйләп була. Был Йәһүәне бик шатландырыр, сөнки ул кешеләрҙең үҙе тураһында белеүен теләй. Беҙ ҙә Йәһүә тураһында башҡаларға һөйләй алабыҙ, шулай бит? ~
Әммә, Йәһүә тураһында һөйләгәндә, ҡайһы берәүҙәр беҙҙе тыңларға теләмәҫ. Күптәр хатта Бөйөк Остазыбыҙ Ғайсаны ла тыңларға теләмәгән. Шулай ҙа ул Йәһүә тураһында һөйләүен дауам иткән.
Әйҙә, Ғайсанан үрнәк алып, бөтә кешеләргә лә Йәһүә тураһында һөйләйек. Шулай эшләһәк, Йәһүә шатланыр, сөнки шулай итеп беҙ уның исемен ҡәҙерләгәнебеҙҙе күрһәтербеҙ.
Ә хәҙер, әйҙә, Изге Яҙманан Алла исеменең ни ҡәҙәр мөһим икәнен күрһәткән бер нисә шиғырҙы уҡыйыҡ: Ишағыя 12:4, 5; Матфей 6:9; Яхъя 17:6 һәм Римдарға 10:13.