Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lr 21 бүлек 112—116 бб.
  • Маҡтаныу дөрөҫмө?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Маҡтаныу дөрөҫмө?
  • Бөйөк Остаздан өйрән
Бөйөк Остаздан өйрән
lr 21 бүлек 112—116 бб.

21-СЕ БҮЛЕК

Маҡтаныу дөрөҫмө?

МАҠТАНЫУҘЫҢ нимә икәнен беләһеңме? ~ Кеше бөтә нәмәгә лә оҫта була алмай. Мәҫәлән, һин оҫта итеп туп тибә белмәйһеңдер йә велосипедта насар йөрөйһөңдөр. Берәйһе шул саҡта һинән: «Ха! Ха! Ха! Ә минең яҡшыраҡ килеп сыға!» — тип көлгәне бармы? ~ Бына шул маҡтаныу тип атала.

Башҡаларҙың маҡтаныуы һиңә оҡшаймы? ~ Ә һин маҡтанһаң, кешеләргә был оҡшармы? ~ Берәйһенә: «Мин һинән яҡшыраҡ», — тип әйтеү матур булырмы? ~ Ә Йәһүә ундай кешеләрҙе яратамы? ~

Бөйөк Остаз үҙҙәрен башҡаларҙан яҡшыраҡ тип һанаған кешеләрҙе белгән. Улар маҡтанған һәм башҡаларға өҫтән ҡараған. Шуға күрә маҡтаныу дөрөҫ түгел икәнен күрһәтер өсөн, Ғайса бер хикәйә һөйләгән. Әйҙә, был хикәйәне тыңлайыҡ.

Был хикәйә фарисей менән һалым йыйыусы тураһында. Ул ваҡытта фарисейҙар дин уҡытыусылары булған. Ғәҙәттә, улар иң ғәҙел һәм иң изге кешеләр булып ҡыланған. Ғайса һөйләгән хикәйәлә фарисей Иерусалимдағы ғибәҙәтханаға доға ҡылырға килгән.

Фарисей һәм һалым йыйыусы доға ҡыла

Ни өсөн фарисей түгел, ә һалым йыйыусы Аллаға яраҡлы булған?

Ғибәҙәтханаға һалым йыйыусы ла доға ҡылырға килгән булған. Кешеләрҙең күбеһе һалым йыйыусыларҙы яратмаған, сөнки уларҙың уйлауынса, һалым йыйыусылар алдарға ғына торған. Ысындан да, уларҙың күбеһе йыш ҡына намыҫһыҙ эш иткән.

Ғибәҙәтханала фарисей былай тип доға ҡыла башлаған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек гонаһлы булмағаным өсөн рәхмәт белдерәм. Мин башҡаларҙы алдатмайым, насар эштәр ҙә ҡылмайым. Мин бына ошо һалым йыйыусы кеүек тә түгел. Мин изге. Мин аҙнаһына ике тапҡыр ураҙа тотам, шуға күрә һинең турала уйланырға ваҡытым да күберәк. Мин табышымдың ундан бер өлөшөн ғибәҙәтханаға бирәм». Фарисей үҙен донъялағы иң яҡшы кеше тип һанаған, шулай бит? ~ Бына шул хаҡта ул Аллаға һөйләгән дә.

Һалым йыйыусы иһә үҙен бөтөнләй башҡаса тотҡан. Ул, доға ҡылғанда, хатта күккә ҡарарға ла ҡыймаған. Ул, башын түбән эйеп, ситтәрәк баҫып торған. Һалым йыйыусы күкрәгенә һуға-һуға гонаһтары өсөн үкенгән. Ул үҙенең яҡшы яҡтары тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәгән. Киреһенсә, ул: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булсы!» — тип үтенгән.

Һинеңсә, был икәүҙең ҡайһыһы Аллаға яраҡлы булған? Үҙен иң яҡшы тип һанаған фарисеймы йә гонаһтары өсөн үкенгән һалым йыйыусымы? ~

Һалым йыйыусы Аллаға яраҡлы булған, тигән Ғайса. Ни өсөн? «Башҡаларҙан яҡшыраҡмын, тип үҙен үҙе күтәреүсе һәр кем — түбәнһетелер, ә үҙен түбәнһетеүсе — күтәрелер», — тип аңлатҡан Ғайса (Лука 18:9—14).

Ғайса нимәгә өйрәтергә теләгән? ~ Беҙ башҡаларҙан яҡшыраҡ, тип уйлау дөрөҫ түгел. Бәлки, беҙ улай тип әйтмәйбеҙҙер ҙә, ләкин был тәртибебеҙҙән күренергә мөмкин. Һинең менән шулай булғаны бармы? ~ Әйҙә, илсе Петрҙың миҫалын ҡарайыҡ.

Ғайса, илселәренә үҙенең ҡулға алынасағы тураһында әйткәндә, улар уны ташлап ҡасырҙар тигән. Шунда Петр: «Бөтәһе лә һине ташлап китһә лә, мин һине бер ҡасан ташламам!» — тип маҡтанған. Әммә Петр хаталанған. Ул үҙ-үҙенә сиктән тыш ышанған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул Ғайсаны ташлап киткән. Әммә һуңынан ул кире ҡайтҡан, был турала беҙ ошо китаптың 30-сы бүлегендә уҡырбыҙ (Матфей 26:31—33).

Ә хәҙер беҙҙең көндәрҙәге бер миҫалды ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, уҡытыусы синыфҡа бер һорау бирә, ти. Һин шунда уҡ яуап бирә алаһың, ә башҡа уҡыусы шулай тиҙ яуап бирә алмай. Әлбиттә, яуапты белгәнгә, һин шатланаһыңдыр. Әммә үҙеңде тиҙ яуап бирә алмаған синыфташың менән сағыштырыу яҡшы булыр инеме? ~ Башҡаларҙы түбәнһетеп, үҙеңде аҡыллыраҡ итеп күрһәтеү дөрөҫмө? ~

Фарисей тап шулай эшләгән дә. Ул һалым йыйыусынан яҡшыраҡ булғаны менән маҡтанған. Әммә Бөйөк Остаз, фарисей яңылышҡан, тип әйткән. Эйе, кемдер берәй эште башҡа кешенән яҡшыраҡ эшләй ала. Әммә ысынында был уның башҡаларҙан яҡшыраҡ икәнен аңлатмай.

Ҡыҙыҡай синыфта ҡулын күтәрә

Берәйһенән күберәк белһәң, һин унан яҡшыраҡ, тип әйтеп буламы?

Шуға күрә беҙ башҡа кешенән күберәк белһәк, был маҡтаныу өсөн сәбәпме? ~ Әйҙә, уйлап алайыҡ. Мейебеҙҙе беҙ үҙебеҙ барлыҡҡа килтергәнбеҙме? ~ Юҡ, беҙгә мейене Алла биргән. Күп нәмәләргә беҙ башҡаларҙан өйрәнгәнбеҙ. Нимәнелер беҙ китаптан уҡығанбыҙ. Бәлки, ҡайһы бер нәмәләрҙе беҙгә берәй кеше һөйләгәндер. Хатта ҡайһы бер нәмәләрҙе беҙ үҙебеҙ аңлаған булһаҡ та, беҙ быны нимә ярҙамында эшләй алдыҡ? ~ Эйе, Алла биргән мейе ярҙамында.

Кеше, күп тырышлыҡ һалып, берәй нимә эшләһә, уны маҡтап ебәреү яҡшы булыр ине. Уға: «Был миңә бик оҡшаны», — тип әйтергә була. Һин хатта уға берәй нимәне яҡшыраҡ эшләргә ярҙам итә алаһың. Кешеләр һинең үҙеңде лә маҡтаһа, был һиңә оҡшар ине, шулай бит? ~

Бер малай икенсе малайға мускулдарын күрһәтә

Ни өсөн башҡаларҙан көслөрәк булһаң да, маҡтаныу дөрөҫ түгел?

Ҡайһы бер кешеләр башҡаларҙан көслөрәк. Бәлки, һин ҡустыңдан йә һеңлеңдән көслөрәктер. Әммә был маҡтаныр өсөн сәбәпме? ~ Юҡ. Сөнки беҙ ашаған ризыҡ ярҙамында көслөрәк булып китәбеҙ. Ә емеш-еләк һәм йәшелсә үҫһен өсөн, ямғырын да, ҡояшын да Алла биреп тора, шулай бит? ~ Шуға күрә, көслө булып үҫкәнебеҙ өсөн, беҙгә Аллаға рәхмәт әйтергә кәрәк (Ғәмәлдәр 14:16, 17).

Бер кемгә лә башҡа кешенең маҡтанып тороуы оҡшамай, эйеме? ~ Әйҙә, Ғайсаның һүҙҙәрен иҫебеҙгә төшөрәйек: «Башҡаларҙың һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, уларға шуны уҡ эшләгеҙ». Шулай эшләп, беҙ бер ҡасан да Бөйөк Остаздың хикәйәһендәге маҡтансыҡ фарисей һымаҡ булмаҫбыҙ (Лука 6:31).

Бер кеше Ғайсаны изгелекле тип атаған. Әммә Бөйөк Остаз: «Эйе, мин изгелекле! — тигәнме? ~ Юҡ, ул, киреһенсә: «Алланан башҡа бер кем дә изгелекле түгел», — тип әйткән (Марк 10:18). Ғайса камил булһа ла, бер ҡасан да маҡтанмаған. Бының урынына ул Атаһын — Йәһүәне данлаған.

Шулай итеп, беҙ кем менән маҡтана алабыҙ? ~ Эйе, Йәһүә Алла менән. Ул бөтә нәмәне барлыҡҡа килтергән. Беҙ матур итеп ҡояш байығанын күргәндә йә Алланың барлыҡҡа килтергән башҡа ғәжәп нәмәләренә ҡарағанда: «Быларҙың барыһын да Йәһүә Аллабыҙ бар иткән!» — тип әйтә алабыҙ. Әйҙә, һәр ваҡыт Йәһүәнең эшләгән һәм киләсәктә эшләйәсәк бөйөк эштәре тураһында һөйләргә әҙер булайыҡ.

Ике малай ҡояш байыуын күҙәтә

Был малай кем менән маҡтана?

Әйҙә, Изге Яҙмала маҡтаныу тураһында нимә әйтелгәнен һәм ни өсөн маҡтаныу дөрөҫ түгел икәнен уҡыйыҡ: Ғибрәтле һүҙҙәр 16:5, 18; Иремия 9:23, 24; 1 Коринфтарға 4:7 һәм 13:4.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу