22-СЕ БҮЛЕК
Ни өсөн алдарға ярамай?
КҮҘ алдыңа килтер, ҡыҙ әсәһенә: «Мин дәрестәрҙән һуң шунда уҡ өйгә ҡайтырмын», — ти. Әммә үҙе мәктәптән һуң ҡыҙҙар менән уйнарға ҡала, ә әсәһенә: «Мине дәрестән һуң уҡытыусы ҡалдырҙы», — тип әйтә. Ул дөрөҫ эшләйме? ~
Был малай ниндәй насар эш ҡылған?
Йәки улы атаһына: «Юҡ, мин өйҙә туп типмәнем», — ти. Ә ысынында өйҙә туп уйнаған булһа, уйнаманым, тип әйтеүе дөрөҫ булыр инеме? ~
Бөйөк Остаз беҙгә нисек эшләү дөрөҫ икәнен аңлатҡан. Ул былай тигән: «Һеҙҙең „эйе“ тигән һүҙегеҙ — „эйе“, „юҡ“ тигәнегеҙ „юҡ“ булһын. Шунан артығы — Иблистән» (Матфей 5:37). Ғайса нимә әйтергә теләгән? ~ Беҙ нимә әйткәнбеҙ, шуны эшләргә тейеш.
Изге Яҙмала тик дөрөҫөн генә һөйләүҙең мөһимлеген күрһәткән бер хикәйә яҙылған. Был хикәйә үҙен Ғайсаның шәкерте тип атаған ике кеше тураһында. Әйҙә, улар менән нимә булғанын ҡарайыҡ.
Ғайсаның үлеменән һуң ике ай тирәһе ваҡыт үткән. Иерусалимға йәһүдтәрҙең Илленсе көн байрамына йыраҡ һәм төрлө-төрлө ерҙәрҙән бик күп кеше йыйыла. Илсе Петр иҫ киткес бер телмәр һөйләй һәм Йәһүәнең Ғайсаны үленән терелткәне тураһында әйтә. Ул ваҡытта Иерусалимға килгән кешеләрҙең күбеһе Ғайса тураһында беренсе тапҡыр ишетә. Хәҙер улар күберәк белергә теләй. Шуға күрә улар нимә эшләй?
Улар Иерусалимда оҙағыраҡҡа ҡалырға була. Әммә ваҡыт үтеү менән уларҙың аҡсаһы бөтә, хатта ризыҡ һатып алыр өсөн дә ҡалмай. Иерусалимдағы шәкерттәр уларға ярҙам итергә була. Уларҙың күбеһе үҙ милкен һатып, Ғайсаның илселәренә аҡса килтерә. Ә илселәр аҡсаны мохтаж булғандарға бирә.
Иерусалим йыйылышында булған Анания һәм уның ҡатыны Сапфира ерҙәрен һата. Улар үҙе шулай эшләргә хәл итә. Әммә улар быны Ғайсаның яңы шәкерттәрен яратҡанға күрә эшләйме? Юҡ. Ысынында Анания менән Сапфира үҙҙәрен башҡалар алдында яҡшыраҡ итеп күрһәтергә теләй. Шуға күрә улар, башҡаларға ярҙам итер өсөн, бөтә аҡсабыҙҙы бирәбеҙ, тип әйтергә була. Ысынбарлыҡта улар аҡсаларының бер өлөшөн генә бирергә, ә ҡалғанын үҙҙәренә ҡалдырырға йыйына. Һин был турала нимә уйлайһың? ~
Шулай итеп, Анания, илселәр янына килеп, уларға аҡсаһын бирә. Алла, әлбиттә, уның бөтә аҡсаһын да бирмәгәнен күреп тора. Шуға күрә Алла илсе Петрға Ананияның намыҫһыҙ эш иткәне хаҡында белдерә.
Анания Петрҙы нисек алдаған?
Шунда Петр былай ти: «Анания! Ни өсөн һин Иблискә үҙеңде насарлыҡҡа этәрергә юл ҡуйҙың? Ер һинеке ине бит. Уны һатырға һине бер кем дә көсләмәне. Һатҡандан һуң да аҡсаһы һинеке була ине бит. Ни өсөн һин, аҡсаңдың өлөшөн генә биреп, бөтә аҡсамды бирҙем, тип әйттең? Һин беҙҙе генә түгел, Алланы ла алданың».
Был хәл бик етди булған. Анания алдаған! Ул бер нәмә һөйләгән, ә икенсе нәмә эшләгән. Ул дөрөҫөн йәшергән. Изге Яҙмала артабан нимә булғаны тасуирлана: «Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, Анания йығылып китә лә үлә». Эйе, Алла Ананияны һәләк итә! Шунан һуң уны алып сығып күмеп ҡуялар.
Анания ялған һөйләгәс, уның менән нимә булған?
Өс сәғәт самаһы үткәс, Сапфира килә. Ул әле ире менән нимә булғанын белмәй. Петр унан: «Әйт әле миңә, һеҙ ерегеҙҙе ошо хаҡҡа һаттығыҙмы?» — тип һорай.
Сапфира былай тип яуаплай: «Эйе, тап шул хаҡҡа һаттыҡ». Әммә был алдау! Ерҙәрен һатып, улар аҡсаның бер өлөшөн үҙҙәренә ҡалдыра. Шуға күрә Алла Сапфираны ла һәләк итә (Ғәмәлдәр 5:1—11).
Анания һәм Сапфира менән булған хәлдән беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ? ~ Эйе, Йәһүә алдаҡсыларҙы яратмай. Ул беҙҙең һәр ваҡыт дөрөҫөн генә һөйләүебеҙҙе теләй. Әммә күп кеше, алдауҙың бер насарлығы ла юҡ, тип иҫәпләй. Һинеңсә, был кешеләр хаҡмы? ~ Һин бөтә ауырыуҙар, ғазаптар һәм үлем алдау арҡаһында барлыҡҡа килгәнен белә инеңме? ~
Ғайса әйткәнсә, беренсе ялғанды кем әйткән, һәм һөҙөмтәлә нимә булған?
Иҫеңә төшөр, Иблис беренсе ҡатынды, Һауаны алдатҡан. Алланы тыңламаһаң һәм ашарға рөхсәт ителмәгән емеште ашаһаң, үлмәйәсәкһең, тип әйткән уға Иблис. Һауа Иблискә ышанған һәм емеште ашаған. Ул уны Әҙәмгә лә ашатҡан. Шулай итеп улар гонаһлы булып киткән, уларҙың балалары ла гонаһлы булып тыуған. Шунлыҡтан Әҙәмдең бөтә балалары ла — бөтә кешеләр ҙә — ғазап сигә һәм үлә. Әммә бар ғазаптар һәм ауырлыҡтар нимәнән башланған һуң? ~ Барыһы ла алдауҙан башланған.
Ғайсаның Иблисте «ялғансы һәм ялғандың атаһы» тип атауы һис тә ғәжәп түгел! Ул беренсе булып ялған һөйләгән. Алдаған кеше Иблис һымаҡ эш итә. Әйҙә, алдарға теләк тыуһа, был турала онотмайыҡ (Яхъя 8:44).
Алдатырға теләк ҡасан тыуырға мөмкин? ~ Берәй насар эш ҡылғандан һуң, шулай бит? ~ Мәҫәлән, һин яңылыш нәмәнелер ваттың, ти. Берәйһе һинән был хаҡта һораһа, һин, быны ҡустым йә һеңлем эшләне, тип әйтерһеңме? Йә, был хәлдең нисек килеп сыҡҡанын мин бөтөнләй белмәйем, тип ҡыланырһыңмы? ~
Алдарға теләк ҡасан тыуырға мөмкин?
Әйтәйек, һиңә дәресеңде әҙерләргә кәрәк, әммә һин уның бер өлөшөн генә эшләнең, ти. Мин дәресемде әҙерләп бөтөрҙөм, тип әйтеү дөрөҫ булырмы? ~ Анания менән Сапфираның миҫалын иҫтә тот. Уларҙың һөйләгәне тик өлөшләтә генә дөрөҫ булған. Алла, уларҙы һәләк итеп, ҡылған эштәре ни ҡәҙәр насар икәнен күрһәткән.
Шуға күрә эшләгән эшебеҙ ни тиклем насар булһа ла, алдап, беҙ тағы ла насарыраҡ эш итәбеҙ. Изге Яҙмала: «Дөрөҫлөктө генә һөйләгеҙ», — тиелә. Унда шулай уҡ: «Бер-берегеҙгә ялған һөйләмәгеҙ», — тиелгән. Йәһүә һәр ваҡыт дөрөҫлөктө генә һөйләй, ул беҙҙең дә шулай эш итеүебеҙҙе теләй (Ефестарға 4:25; Колосстарға 3:9).
Беҙ һәр ваҡыт дөрөҫлөктө һөйләргә тейешбеҙ. Сығыш 20:16; Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16—19; 12:19; 14:5; 16:6 һәм Еврейҙарға 4:13-тә тап шул турала әйтелә.