Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lr 33 бүлек 172—176 бб.
  • Ғайса беҙҙе яҡлай ала

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ғайса беҙҙе яҡлай ала
  • Бөйөк Остаздан өйрән
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ғайса һыу өҫтөнән атлай
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
Бөйөк Остаздан өйрән
lr 33 бүлек 172—176 бб.

33-СӨ БҮЛЕК

Ғайса беҙҙе яҡлай ала

Ғайса күктә көслө ғәскәр Батша һәм утлыҡсала ятҡан бәләкәй бала

Һин Ғайсаны нисек күҙ алдына килтерәһең? Көслө Батша итепме, әллә ярҙамға мохтаж бала итепме?

НИСЕК уйлайһың, Ғайса, үҫеп етеп, Алланың мөғжизә ҡылып уны бала саҡта ҡотҡарғанын белгәс, Йәһүәгә доғала рәхмәт әйткәнме икән? ~ Ә Мәрйәм менән Йософтоң Мысырға ҡасып уның ғүмерен һаҡлап ҡалғанын белгәс, ул уларға нимә тине икән? ~

Ғайса хәҙер инде, әлбиттә, бала түгел һәм ерҙә йәшәмәй. Әммә, һин нисек уйлайһың, ул тереме? ~ Эйе, Ғайса терелтелгән булған һәм хәҙер ул күктәге ҡеүәтле Батша. Нисек уйлайһың, ул үҙ хеҙмәтселәрен яҡлай аламы? ~ Ғайса ерҙә булған саҡта үҙен яратҡандарҙы яҡларға көсө етә икәнен күрһәткән. Әйҙә, Бөйөк Остаз шәкерттәре менән кәмәлә йөҙөп барған саҡта нимә булғанын ҡарап сығайыҡ.

Был ваҡиға кискә табан булған. Көнө буйы Ғайса Галилея диңгеҙе ярында өйрәткән. (Был күл шул тиклем ҙур булған, уны хатта диңгеҙ тип атағандар. Уның оҙонлоғо 20, ә киңлеге 12 километр). Һуңынан Ғайса үҙ шәкерттәренә: «Әйҙәгеҙ, күлдең теге яҡ ярына сығайыҡ», — ти. Улар кәмәгә ултыра ла теге яҡ ярға табан йөҙөп китә. Ғайса бик арыған, шуға ул кәмәнең ҡойроғона бара ла башын мендәргә терәй. Тиҙҙән ул ҡаты йоҡоға тала.

Әммә шәкерттәр йоҡламай, сөнки уларға кәмәне дөрөҫ йүнәлештә алып барырға кәрәк. Көслө ел күтәрелгәнгә тиклем барыһы ла һәйбәт бара. Ел көсәйгәндән-көсәйә, ахыр сиктә дауыл күтәрелә. Ҙур-ҙур тулҡындар кәмәгә бәрелә, һәм кәмәгә һыу тула башлай.

Ғайса ел менән тулҡындарға тынысланырға ҡуша

Ғайса елгә һәм тулҡындарға нимә әйткән?

Шәкерттәр батып үләбеҙ тип ҡурҡа. Әммә Ғайса ҡурҡмай. Ул тыныс ҡына йоҡлап ята. Тамам ҡурҡҡан шәкерттәр Ғайсаны уятып уға былай ти: «Остаз, Остаз ҡотҡар беҙҙе, батып үләбеҙ бит!» Шунда Ғайса тора ла, елгә һәм тулҡындарға: «Шаулама, баҫыл!» — тип бойора.

Шул уҡ мәлдә ел баҫыла, һәм диңгеҙ тыныслана. Шәкерттәр таң ҡала. Быға тиклем улар бер ҡасан да бындай хәлде күрмәгән. Улар бер-береһенә: «Кем һуң Ул? Елгә лә, һыуға ла бойора, ә улары буйһона?» — тип аптырай (Лука 8:22—25; Марк 4:35—41).

Һин беләһеңме, Ғайса кем ул? ~ Ул шундай ҙур көстө ҡайҙан алған? ~ Шәкерттәр, Ғайса улар янында булғанда, ҡурҡмаҫҡа тейеш булған, сөнки Ғайса ябай ғына кеше булмаған. Ул иҫ китерлек, бер кем дә булдыра алмаған эштәр эшләй алған. Әйҙә, мин һиңә уның тағы бер ғәжәп эше тураһында һөйләп бирәйем. Быны ул диңгеҙҙәге дауыл ваҡытында эшләгән.

Бер кистә Ғайса шәкерттәренә кәмәгә ултырып диңгеҙҙең икенсе яғына йөҙөргә ҡуша, ә үҙе тауға менә. Бында ул яңғыҙ ҡалып Атаһына, Йәһүә Аллаға доға ҡыла ала.

Шәкерттәр кәмәгә ултыра ла диңгеҙҙең икенсе яғына табан йөҙә башлай. Әммә тиҙҙән ел күтәрелә. Ул көсәйгәндән-көсәйә. Инде төн етеп килә. Шәкерттәр кәмәнең елкәнен төшөрә һәм ишә башлай. Ләкин улар йыраҡ китә алмай, сөнки уларға ҡаршы иҫкән ел ҡамасаулай. Тулҡындар кәмәне бер яҡтан икенсе яҡҡа ырғыта, һәм кәмәгә һыу тула башлай. Шәкерттәр бар көсөн һалып ярға табан ишә, әммә һис тә уға яҡынлыша алмай.

Ғайса һаман да бер үҙе генә тауҙа. Унда инде ул оҙаҡ ваҡыт. Әммә хәҙер ул шәкерттәренә ҡурҡыныс янағанын аңлай: улар ҙур тулҡындар араһында һәләк булырға мөмкин. Шуға ул тауҙан диңгеҙ ярына төшә. Ул, шәкерттәренә ярҙам итергә теләп, ергә баҫып барған кеүек, ҡоторонған диңгеҙ өҫтөнән атлап китә!

Әгәр ҙә һин һыу өҫтөнән атларға теләһәң, нимә булыр? ~ Һинең батыуың бар. Әммә Ғайса менән барыһы ла башҡаса. Ғайса, байтаҡ ара үтеп, кәмәне ҡыуып етә. Таң алдынан шәкерттәре кәмәгә яҡынлашып килгән Ғайсаны күрә. Улар үҙ күҙҙәренә ышанмай — Ғайса һыу өҫтөнән килә! Улар бик ныҡ ҡурҡа һәм ҡысҡырыша башлай. Әммә Ғайса уларға: «Тынысланығыҙ, был — Мин, ҡурҡмағыҙ!» — ти.

Ғайса һыу өҫтө буйлап кәмәлә булған шәкерттәренә китеп бара

Ғайса ни өсөн мөғжизәләр ҡылған?

Ғайсаның кәмәгә ултырыуы була, дауыл тына. Шәкерттәре яңынан хайран ҡала. Улар Ғайсаға баш эйеп: «Һин ысынлап та Алла Улы!» — тиҙәр (Матфей 14:22—33; Яхъя 6:16—21)

Шул заманда йәшәп, Ғайса эшләгән эштәрҙе үҙ күҙҙәрең менән күреү шәп булыр ине, шулаймы? ~ Һин беләһеңме, был иҫ киткес мөғжизәләрҙе Ғайса ни өсөн ҡылған? ~ Ғайса шәкерттәрен яратҡан һәм уларға ярҙам итергә теләгән. Шулай уҡ Ғайса үҙенә бирелгән ҙур көстө күрһәтергә теләгән. Сөнки шул көстө ул киләсәктә Алла Батшалығының Батшаһы булараҡ ҡулланасаҡ.

Малай әсәһе менән вәғәздә

Ғайса үҙ шәкерттәрен бөгөн нисек яҡлай?

Ул хатта бөгөн дә шул көстө ҡуллана. Ул шәкерттәренә Алла Батшалығы хаҡында, Шайтандың уларҙы тыйырға тырышыуына ҡарамаҫтан, һөйләргә ярҙам итә. Әммә Ғайса көсөн шәкерттәрен ауырыуҙарҙан һаҡлар өсөн йәиһә уларҙы һауыҡтырыр өсөн ҡулланмай. Хатта Ғайсаның илселәре лә ахыр сиктә үлгән. Мәҫәлән, Яхъяның бер туғаны Яҡубты язалап үлтергәндәр, ә Яхъяның үҙен төрмәгә ултыртҡандар (Ғәмәлдәр 12:2; Асылыш 1:9).

Бөгөн дә хәл шулайыраҡ. Кеше, Йәһүәгә хеҙмәт итәме, юҡмы, ауырый һәм үлә. Ләкин тиҙҙән, Ғайса Алла хөкүмәтенең Батшаһы булып ер өҫтөнән идара итә башлағас, барыһы ла үҙгәрәсәк. Ерҙә бер ҡурҡыныс та ҡалмаясаҡ, сөнки Ғайса көсөн үҙенә тыңлаусан кешеләр файҙаһына ҡулланасаҡ (Ишағыя 9:6, 7).

Алла Ғайсаны үҙенең Батшалығында Батша итеп ҡуйған. Ошо шиғырҙарҙа Ғайса Батша булараҡ ниндәй көскә эйә икәне күрһәтелә: Данил 7:13, 14; Матфей 28:18 һәм Ефестарға 1:20—22.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу