Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lr 35 бүлек 182—186 бб.
  • Кешеләр үлем йоҡоһонан уяна ала!

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Кешеләр үлем йоҡоһонан уяна ала!
  • Бөйөк Остаздан өйрән
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ғайса күп мөғжизә ҡыла
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Беҙ үлгән яҡындарыбыҙ менән ҡабат осраша алабыҙ!
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Терелтеү буласаҡ!
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
Бөйөк Остаздан өйрән
lr 35 бүлек 182—186 бб.

35-СЕ БҮЛЕК

Кешеләр үлем йоҡоһонан уяна ала!

Елисей үлгән малайҙы күтәреп китеп бара

БЕҘ үлһәк, Алла беҙҙе терелтеп, яңынан йәшәүгә ҡайтарырға теләрме икән? ~ Тоғро Әйүп быға ышанған. Шуға күрә ул, үлермен, тип уйлағанда, былай тигән: «Һин саҡырырһың, һәм мин яуап бирермен». Әйүп шулай уҡ, Йәһүә Алла уны юҡһынасаҡ һәм терелтергә теләйәсәк, тигән (Әйүп 14:14, 15).

Ғайса үҙенең Атаһы Йәһүә Аллаға оҡшаған. Ул беҙгә ярҙам итергә теләй. Бер ваҡыт махау сиренән интеккән кеше Ғайсаға, «әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең», тигәс, Ғайса, «эйе, теләйем», тип яуап биргән. Һәм махаулыны һауыҡтырған (Марк 1:40—42).

Елисей бер малайҙы терелтә

Йәһүә балаларҙы ярата икәнен нисек күрһәткән?

Ғайса Атаһынан балаларҙы яратырға өйрәнгән. Күп йылдар элек Йәһүә, үҙ хеҙмәтселәрен ҡулланып, ике баланы терелткән. Бер ваҡыт Ильяс Йәһүәнән үҙенә игелек күрһәткән ҡатындың улын терелтеүен үтенгән. Һәм Йәһүә Алла, уның доғаһына яуап биреп, баланы терелткән. Һуңыраҡ Йәһүә Елисей аша тағы бер бәләкәй малайҙы терелткән (1 Батшалар 17:17—24; 2 Батшалар 4:32—37).

Йәһүәнең беҙҙе бик ныҡ яратҡанын белеү шатландыра, шулай бит? ~ Ул беҙҙең турала, беҙ тере саҡта ғына уйлап ҡалмай, хатта үлһәк тә, беҙҙе онотмай. Ғайса, Атайым үҙе яратҡан кешеләрҙе, улар хатта үлһә лә, тере тип иҫәпләй, тигән (Лука 20:38). Изге Яҙмала, «үлем һәм йәшәү ҙә... хәҙерге һәм киләсәктәге нәмәләр ҙә... Алла мөхәббәтенән беҙҙе айыра алмаяса[ҡ]», тиелә (Римдарға 8:38, 39).

Ғайса ерҙә булғанда, Йәһүә Алланың бәләкәй балалар хаҡында ҡайғыртҡанын күрһәткән. Беҙ әйтеп киткәнсә, Ғайса, балалар менән Алла тураһында һөйләшер өсөн, ваҡыт сарыф иткән. Әммә Алланың Ғайсаға үлгән балаларҙы терелтергә көс биргәнен һин белә инеме? ~ Әйҙә, мин һиңә бер хикәйә һөйләйем. Ғайса бер саҡ Яир исемле кешенең 12 йәшлек ҡыҙын терелткән.

Яир үҙенең ҡатыны һәм берҙән-бер ҡыҙы менән Галилея диңгеҙе янында йәшәгән. Бер көндө уның ҡыҙы ныҡ ауырып китә. Яир, ҡыҙға ярҙам итмәһәң, ул үлергә мөмкин икәнен аңлай. Шунда ул Ғайса тураһында, башҡалар һөйләгәнсә, кешеләрҙе һауыҡтыра алған ғәжәп кеше тураһында иҫенә төшөрә һәм уны эҙләп китә. Ул Ғайсаны Галилея диңгеҙе ярында осрата. Ғайса унда кешеләрҙе өйрәтеп йөрөй.

Яир халыҡ төркөмөн йырып сығып Ғайса алдына тубыҡлана. Ул: «Минең бәләкәс ҡыҙым үлем хәлендә ята. Зинһар, килеп, уға ярҙам итсе. Үтенеп һорайым!» — тип ялбара. Ғайса шул уҡ мәлдә Яир артынан китә. Ғайсаны тыңлар өсөн йыйылған халыҡ та уларға эйәрә. Әммә юлда улар Яир йортонан килгән кешеләрҙе осрата. Улар Яирға: «Ҡыҙың вафат булды. Ниңә Остазды мәшәҡәтләп торорға?» — тигән ҡайғылы хәбәр әйтә.

Ғайса ла был һүҙҙәрҙе ишетә. Ул Яирға берҙән-бер ҡыҙын юғалтыу ни ҡәҙәр ауыр икәнен аңлай. Шуға күрә Ғайса уға: «Ҡурҡма, ышан ғына, һәм ҡыҙың менән барыһы ла һәйбәт буласаҡ», — ти. Улар юлдарын дауам итә һәм Яирҙың йортона килеп етә. Ғаиләнең бөтә дуҫтары был бәләкәй ҡыҙҙың үлеүенә бик ныҡ ҡайғыра. Ләкин Ғайса уларға: «Иламағыҙ, ул үлмәгән, йоҡлай ғына», — ти.

Ғайсаның һүҙҙәрен ишеткәс, кешеләр көлә башлай, сөнки улар ҡыҙҙың үлгәнен белә бит. Шулай икән, Ғайса ни өсөн, ҡыҙ йоҡлай, тип әйткән, һин нисек уйлайһың? ~ Ул кешеләрҙе нимәгә өйрәтергә теләгән? ~ Ғайса уларҙың шуны белеүен теләгән: үлем тәрән йоҡоға оҡшаш, һәм Алланың көсө менән кешене терелтеп була. Ғайса өсөн был йоҡлаған кешене уятыу һымаҡ ҡына.

Ғайса Яирҙың ҡыҙын терелтә, һәм ҡыҙҙың ата-әсәһенең күңелдәре шатлыҡ менән тула

Ғайсаның Яирҙың ҡыҙын терелтеүенән беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ?

Ғайса барыһына ла йорттан сығырға ҡуша, тик Петр, Яҡуб, Яхъя һәм ҡыҙҙың ата-әсәһенә генә ҡалырға рөхсәт итә. Шунан ул ҡыҙ ятҡан бүлмәгә инә лә уның ҡулынан тотоп былай ти: «Ҡыҙым, тор!» Ҡыҙ шунда уҡ урынынан тора һәм йөрөй башлай! Уның ата-әсәһе сикһеҙ бәхетле! (Марк 5:21—24, 35—43; Лука 8:40—42, 49—56)

Ә хәҙер уйлап ҡара: Ғайса был ҡыҙҙы терелткән икән, ул башҡа кешеләрҙе лә терелтә аламы? ~ Һин нисек уйлайһың, ул быны ысынлап та эшләрме? ~ Әлбиттә, эшләйәсәк. Ул бит үҙе былай тип ышандырған: «Ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһенең Алла Улының тауышын ишетәсәк ваҡыт етеп килә. Улар ҡәберҙәренән сығасаҡ» (Яхъя 5:28, 29).

Ә, һинеңсә, Ғайса үлгәндәрҙе терелтергә теләрме? ~ Изге Яҙмала иҫкә алынған башҡа бер осраҡ был һорауға яуап бирергә ярҙам итә. Беҙ шул осраҡтан яҡындарын юғалтҡандарға ҡарата Ғайса нимә хис итә икәнен белербеҙ. Был хәл Наин ҡалаһы янында булған.

Күҙ алдыңа килтер: Наин ҡалаһынан бер төркөм кеше мәйет күтәреп сығып килә. Улар менән бергә хәсрәткә батҡан бер ҡатын атлай. Ерләргә уның улын алып китеп баралар. Быға ҡәҙәр ул ирен ерләгән, ә хәҙер иһә уның берҙән-бер балаһы үлгән. Ниндәй ҡайғы! Наин халҡының күбеһе уның улын ерләшергә сыҡҡан. Әсә кеше үкһеп илай, ләкин уны бер кем дә йыуата алмай.

Тап ошо мәлдә Ғайса шәкерттәре менән Наинға яҡынлаша. Ҡаланың ҡапҡаһы янында улар мәйет күтәреп барған теге төркөмдө осрата. Үкһеп илаған ҡатынды күргәс, Ғайса уны бик ныҡ йәлләй. Ҡатындың ҡайғыһы уның йөрәгенә үтеп инә, һәм ул ярҙам итергә теләй.

Наҙлы һәм шул уҡ ваҡытта ышаныслы итеп Ғайса уға: «Илама», — ти. Барыһы ла иғтибар менән уға ҡарай. Ул мәйет янына килә. Бөтә кеше, ул нимә эшләргә йыйына, тип аптырап ҡала. Ғайса үлгән егеткә: «Егет! Һиңә әйтәм, тор!» — тип бойора. Егет шунда уҡ тороп ултыра һәм һөйләшә башлай (Лука 7:11—17).

Әсә кеше шул мәлдә нимә хис иткәнен күҙ алдыңа килтереп кенә ҡара! Һинең яҡын кешең терелтелгән булһа, һин нимә хис итер инең? ~ Был хикәйә Ғайса кешеләрҙе ярата һәм уларға ярҙам итергә теләй икәнен күрһәтмәйме ни? ~ Алланың яңы донъяһында терелтелгән кешеләрҙе ҡаршы алыу ни ҡәҙәр шатлыҡлы буласаҡ! (2 Петр 3:13; Асылыш 21:3, 4)

Ғайса Наин ҡалаһындағы тол ҡатындың улын терелтә, ә халыҡ ҡыуана

Был ҡатындың берҙән-бер улын терелтеп, Ғайса нимә күрһәткән?

Терелтелгән кешеләр араһында беҙ белгән кешеләр ҙә, шул иҫәптән балалар ҙа буласаҡ. Беҙ ҙә, Яир терелтелгән ҡыҙын таныған шикелле, уларҙы таныясаҡбыҙ. Йөҙләгән, хатта меңләгән йылдар элек үлгән кешеләр ҙә терелтеләсәк. Инде күптән үлгән булһалар ҙа, Алла уларҙы онотмаған.

Йәһүә Алла һәм уның Улы, Ғайса, беҙҙе шул тиклем ныҡ ярата икәнен белеү ҡайһылай яҡшы, шулай бит? ~ Улар беҙҙең бер нисә йыл ғына түгел, ә мәңге йәшәүебеҙҙе теләй!

Үлгәндәр өсөн ғәжәп өмөт тураһында Изге Яҙмалағы ошо шиғырҙарҙа яҙылған: Ишағыя 25:8; Ғәмәлдәр 24:15 һәм 1 Коринфтарға 15:20—22.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу