Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lv 13 бүлек 144—159 бб.
  • Алла хупламаған байрамдар

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Алла хупламаған байрамдар
  • Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ҠОЯШҠА ТАБЫНЫУ РАШТЫУА БАЙРАМЫ ИТЕП ҮҘГӘРТЕЛГӘН
  • ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА ТЫУҒАН КӨНДӘР ТУРАҺЫНДА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?
  • НАУРУЗ БАЙРАМЫ ҠАЙҘАН КИЛЕП СЫҠҠАН?
  • ҺАБАНТУЙ БАЙРАМЫ ҠАЙҘАН КИЛЕП СЫҠҠАН?
  • ТУЙЫҒЫҘ САФ БУЛҺЫН
  • ТОСТ КҮТӘРЕҮ ДИНИ МӘҒӘНӘ ЙӨРӨТӘМЕ?
  • ЙӘҺҮӘНЕ ЯРАТЫУСЫЛАР, ЯМАНЛЫҠТЫ НӘФРӘТ ИТЕГЕҘ
  • АЛЛАНЫ ҺҮҘҘӘР ҺӘМ ЭШТӘР МЕНӘН ДАНЛАҒЫҘ
  • Алла бөтә байрамдарҙы ла хуплаймы?
    Алла һөйөүендә ҡалығыҙ
  • Аллаға ул хуплағанса табынығыҙ
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Алла бөтә байрамдарҙы ла хуплаймы?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Ни өсөн Йәһүә шаһиттары тыуған көндәрҙе үткәрмәй?
    Йәһүә шаһиттары тураһында йыш бирелгән һорауҙар
Башҡаларын асырға
Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ
lv 13 бүлек 144—159 бб.
Ул ата-әсәһе бүләк иткән бүләкте аса

УН ӨСӨНСӨ БҮЛЕК

Алла хупламаған байрамдар

«Раббыны нимәләр һөйөндөрә, шуны айыра белегеҙ» (ЭФЕСТАРҒА 5:10).

1. Йәһүә үҙенә ниндәй кешеләрҙе яҡынлаштыра, һәм ни өсөн улар рухи яҡтан уяу торорға тейеш?

ҒАЙСА: «Хаҡ ғибәҙәт ҡылыусылар Атаға рух һәм хәҡиҡәт буйынса табынырҙар, сөнки Ата үҙенә тап шундай ғибәҙәт ҡылыусыларҙы эҙләй», — тигән (Яхъя 4:23). Йәһүә шундай кешеләрҙе, шул иҫәптән һине лә, тапҡас, үҙенә һәм Улына яҡынлаштыра (Яхъя 6:44). Ниндәй ҙур хөрмәт! Ләкин Изге Яҙмаларҙағы хәҡиҡәтте яратыусылар Раббыны нәмә һөйөндөрә икәнлеген айыра белергә тейеш, сөнки Шайтан — оҫта алдаусы (Эфестарға 5:10; Асыш 12:9).

2. Йәһүә хаҡ диндең ялған дин менән ҡушылыуына нисек ҡарай? Аңлат.

2 Исраилдар Синай тауы янында Һарунға илаһ яһарға ҡушҡас, был нимәгә килтергән? Һарун теләр-теләмәҫ кенә ризалашып алтын быҙау яһаған. Ул был быҙауҙы Йәһүәнең символы тип атаған һәм: «Иртәгә Раббы хөрмәтенә байрам булыр», — тигән. Хаҡ диндең ялған дин менән ҡушылыуы Йәһүәгә оҡшағанмы? Юҡ. Ул боттарға табынған өс меңгә яҡын кешене үлемгә дусар иткән (Сығыш 32:1—6, 10, 28). Беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ? Алла мөхәббәтендә ҡалырға теләһәк, беҙ бер ниндәй «нәжес нәмәләргә ҡағылмаҫҡа» һәм хәҡиҡәтте боҙоҡлоҡтоң һәр ҡайһы төрөнән һаҡлар өсөн бар көсөбөҙҙө ҡуйырға тейеш (Ишағия 52:11; Йәзәкил 44:23; Галаттарға 5:9).

3, 4. Ни өсөн беҙ киң таралған ғөрөф-ғәҙәттәр менән байрамдарҙы ҡарап сыҡҡанда, Изге Яҙмаларҙағы принциптарға иғтибар итергә тейеш?

3 Беренсе мәсихселәр мөртәттәрҙең тәғлимәттәрен үҙләштермәһен өсөн, илселәр бөтә көстәрен һалғандар. Әммә уларҙың үлеменән һуң хәҡиҡәтте яратмаған «мәсихселәр» мәжүсиҙәрҙең ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм байрамдарын үҙләштереп, мәсихселәргә уларҙы үткәрергә ярай тип өйрәтә башлағандар (2 Тессалуникиҙарға 2:7, 10). Ҡайһы бер байрамдарҙа Алланың рухы түгел, ә был донъяның рухы сағыла. Тулайым алғанда, донъяуи байрамдарҙың ниндәйҙер оҡшаш яҡтары бар: улар гөнаһлы теләктәрҙе ҡәнәғәтләндерергә ҡоторта, ялған диндең тәғлимәттәрен тарата һәм сихырсылыҡ менән бәйле. Быларҙың барыһы «Бөйөк Бабилды» айырып тороусы яҡтар булып тора (Асыш 18:2—4, 23)a. Шуны ла иҫтә тотарға кәрәк: Йәһүә Алла киң таралған ғөрөф-ғәҙәттәргә башланғыс биргән мәжүси диндәрҙең ерәнгес эштәрен үҙе күреп торған. Һис шикһеҙ, ул ундай байрамдарҙы бөгөн дә сирҡаныс тип һанай. Беҙ ҙә уларға шулай уҡ ҡарарға тейеш түгелме? (2 Яхъя 6, 7)

4 Ысын мәсихселәр булараҡ, беҙ Йәһүәнең ҡайһы бер байрамдарҙы хупламағанын беләбеҙ. Ләкин беҙ үҙ йөрәгебеҙҙә уларҙа бер нисек тә ҡатнашмаҫҡа ҡарар итергә тейешбеҙ. Ни өсөн Йәһүә уларҙы хупламай? Быны белеп, беҙ Алла мөхәббәтендә ҡалырға ҡамасаулай алған һәр нәмәнән ҡасырға теләгебеҙҙе нығытасаҡбыҙ.

ҠОЯШҠА ТАБЫНЫУ РАШТЫУА БАЙРАМЫ ИТЕП ҮҘГӘРТЕЛГӘН

5. Ни өсөн беҙ бер ҙә шикләнмәйенсә Ғайса 25 декабрҙә йәки 7 ғинуарҙа тыумаған тип әйтә алабыҙ?

5 Изге Яҙмаларҙа Ғайсаның тыуған көнөн байрам итеү тураһында бер нәмә лә әйтелмәй. Ысынында беҙгә уның теүәл ҡасан тыуғаны билдәле түгел. Әммә беҙ һис шикләнмәйенсә шуны әйтә алабыҙ: ул 25 декабрҙә йәки 7 ғинуарҙа, Исраилда һыуыҡ ҡыш көндәре торғанда, тыумағанb. Мәҫәлән, Лука яҙғанса, Ғайса тыуғанда, көтөүселәр «ҡырҙа һарыҡ көтөүҙәрен һаҡлаған» (Лука 2:8—11). Әгәр улар көтөүҙәрен «ҡырҙа» йыл буйына тотһа, быға иғтибар ҙа итмәҫ инек. Ләкин Бәйтлеһемдә ҡышын һалҡын ямғырҙар һәм ҡар яуған, шуға күрә көтөүҙәрҙе ҡырға сығармағандар һәм көтөүселәр «ҡырҙа» ҡунмаған. Шуныһына ла иғтибар итәйек: ҡайсар [кесарь] Август бөтә кешеләрҙе исемлеккә теркәргә тигән бойороҡ биргәнгә, Йософ менән Мәрйәм Бәйтлеһемгә барған (Лука 2:1—7). Ул ваҡытта Исраил халҡы Рим идараһы менән ҡәнәғәт булмаған. Быны белә тороп, ҡайсарҙың уларға иң һалҡын ваҡытта үҙ ата-бабаларының тыуған ҡалаларына барырға ҡушыуы бик шикле.

6, 7. а) Раштыуа менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәр ҡайҙан башланғыс алған? б) Кешеләрҙең Раштыуа ваҡытында бүләктәр биреүе менән мәсихселәрҙең бүләктәр биреүе араһында ниндәй айырма бар?

6 Раштыуа байрамы Изге Яҙмаларҙан түгел, ә боронғо мәжүси байрамдарҙан башланғыс алған. Мәҫәлән, мәжүсиҙәр игенселек илаһы Сатурнға бағышланған һәм сатурналий тип исемләнгән рим байрамын үткәргәндәр. Бер китапта былай тиелә: «IV быуатта ғына Христос Раштыуаһы 25 декабрҙә үткәрелә башлаған. Күрәһең, шулай эшләп, христиан сиркәүҙәре Рим империяһында киң таралған боронғо Ирандың ҡояш илаһы Митраға табыныуҙы юҡ итергә тырышҡан. Был илаһтың да тыуған көнө 25 декабрҙә үткәрелгән» («Мир русской культуры»).

Ысын мәсихселәрҙе бүләктәр бирергә мөхәббәт дәртләндерә

7 Байрам көндәрендә мәжүсиҙәр бер-береһенә бүләктәр бирешеп, мәжлестәр үткәргән. Беҙҙең көндәрҙә лә был ғәҙәт Раштыуа байрамының өлөшө булып тора. Ләкин ундай бүләктәр 2 Көринттәргә 9:7-ге һүҙҙәрҙең рухына тура килмәй: «Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүриләп түгел, ә йөрәгендә ҡарар иткәнсә бирһен, сөнки Алла шатланып биреүсене ярата». Ысын мәсихселәрҙе бүләктәр бирергә мөхәббәт дәртләндерә. Улар бүләк биргәндә, уны берәй махсус көнгә бағышламай һәм башҡаларҙан бүләк көтмәй (Лука 14:12—14; Илселәр 20:35 уҡы). Улар шулай уҡ Раштыуа байрамы менән бәйле ҡыйынлыҡтарҙан азат һәм, күптәр был көндәрҙә ҙур бурысҡа батып байрам итһә лә, бурысҡа инмәй (Маттай 11:28—30; Яхъя 8:32).

8. Йондоҙсолар Ғайсаға тыуған көнөнә бағышлап бүләктәр алып килгәнме? Аңлат.

8 Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр: «Әллә йондоҙсолар Ғайсаға тыуған көнөнә бүләктәр алып килмәгәнме?» — тип ҡаршы сығыр. Юҡ. Ул көндәрҙә берәй абруйлы кешегә үҙ хөрмәтеңде күрһәтер өсөн бүләктәр биреү ғәҙәте булған. Йондоҙсолар тап шул ғәҙәт буйынса эш иткән дә (1 Батшалар 10:1, 2, 10, 13; Маттай 2:2, 11). Өҫтәүенә, улар утлыҡта ятҡан яңы тыуған сабый янына түгел, ә өйҙә инде күп айҙар йәшәгән бала янына килгән. Тимәк, улар Ғайса янына ул тыуған төндө түгел, ә айҙар үткәс килгән.

МИҢӘ БАЙРАМДА ҠАТНАШЫРҒАМЫ?

Мәсихсе ҡатын-ҡыҙ билдәле байрамға эшләгән урынын биҙәргә ярҙам итеүҙән баш тарта

Принцип: «„Улар араһынан сығығыҙ һәм айырылығыҙ, — ти Йәһүә, — нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ“; „һәм мин һеҙҙе ҡабул итермен“» (2 Көринттәргә 6:17).

Киң таралған байрамдар һәм йолалар тураһында уйланыр өсөн һорауҙа

  • Ул ысынлап та ялған диндең йолаларынан йәки тәғлимәттәренән, шул иҫәптән сихырсылыҡтан, башланғыс алғанмы? (Ишағия 52:11; 1 Көринттәргә 4:6; 2 Көринттәргә 6:14—18; Асыш 18:4)

  • Ул берәй кешегә, ойошмаға йәки милли символға тейешһеҙ дан килтереү менән бәйле түгелме? (Иремия 17:5—7; Илселәр 10:25, 26; 1 Яхъя 5:21)

  • Ул бер милләтте йәки этник төркөмдө башҡаларынан өҫтөнөрәк ҡуймаймы? (Илселәр 10:34, 35; 17:26)

  • Ул Алланың изге рухына ҡаршы булған был «донъя рухын» сағылдырмаймы? (1 Көринттәргә 2:12; Эфестарға 2:2)

  • Был байрамда ҡатнашһам, башҡалар өсөн кәртә булмаҫмынмы? (Римлыларға 14:21)

  • Әгәр ҡатнашмаҫка булһам, нисек быны башҡаларға хөрмәт менән аңлатырмын? (Римлыларға 12:1, 2; Көләсәйҙәргә 4:6)

Аҫта килтерелгән өҙөктәр ҙә байрамдарға ҡағылышлы һорауҙарға яуап табырға ярҙам итә:

  • «[Тоғролоҡһоҙ исраилдар] мәжүсиҙәр менән ҡушылып, уларҙың эштәренә өйрәнгәндәр» (Мәҙхиә 105:35).

  • «Кескенә нәмәлә тоғро булған ҙур нәмәлә лә тоғро булыр, ә кескенә нәмәлә тәҡүә булмаған ҙур нәмәлә лә тәҡүә булмаҫ» (Лука 16:10).

  • «Һеҙ донъяныҡы түгел» (Яхъя 15:19).

  • «Йәһүә касаһынан да, ендәр касаһынан да эсә алмаҫһығыҙ. „Йәһүә табынынан“ да, ендәр табынынан да ашай алмаҫһығыҙ» (1 Көринттәргә 10:21).

  • «Үткәндә һеҙ был донъя кешеләре кеүек аҙғынлыҡҡа, тыйылғыһыҙ тән теләктәренә, эскеселеккә бирелеп, ҡоторонҡо һәм тыйылғыһыҙ эсеү мәжлестәрендә ҡатнашып, ерәнгес боттарға табынып йәшәнегеҙ. Бүтән улай эшләмәгеҙ» (1 Петер 4:3).

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА ТЫУҒАН КӨНДӘР ТУРАҺЫНДА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?

9. Изге Яҙмаларҙа иҫкә алынған тыуған көн байрамдары нимә менән айырылып тора?

9 Бала тыуыуы ҙур шатлыҡ килтерә, шулай ҙа Изге Яҙмаларҙа, Алланың хеҙмәтселәре тыуған көндәрҙе үткәргән, тип әйтелмәй (Мәҙхиә 126:3). Бәлки, был ниндәйҙер яңылышлыҡтыр? Юҡ, унда Мысыр фирғәүене һәм Һируд Әнтип үткәргән тыуған көндәр тураһында әйтелә. (Башланмыш 40:20—22; Марк 6:21—29 уҡы.) Ләкин уларҙың икеһендә лә ҡот осҡос ваҡиға булған. Һирудтың тыуған көнө айырыуса айырылып тора: ул көндө Сумдырыусы Яхъяның башын сапҡандар.

10, 11. Беренсе мәсихселәр тыуған көндө үткәреүгә нисек ҡараған һәм ни өсөн?

10 «Беренсе мәсихселәр иҫәпләүенсә, кемдеңдер тыуған көнөн үткәреү — мәжүсиҙәрҙең ғөрөф-ғәҙәте», — тип әйтелә бер энциклопедияла («The World Book Encyclopedia»). Боронғо гректар һәр кешенең ғүмер буйы күҙәтеп торған яҡлаусы рухы бар тип ышанған. «Кешенең тыуған көнө берәй илаһтың тыуған көнө менән тура килгән. Кешене [яҡлап тороусы] рух шул илаһ менән сихри бәйләнештә торған», — тип әйтелә бер китапта («The Lore of Birthdays»). Тыуған көндәр шулай уҡ электән үк астрология һәм гороскоптар менән тығыҙ бәйле.

БАЙРАМДАР ҺӘМ ШАЙТАНҒА ТАБЫНЫУ

Шайтанға табыныу менән бәйле диндә (сатанизмда) иң мөһим көн — берәйһенең тыуған көнө. Ни өсөн? Сөнки кеше үҙен илаһ тип һанаһа, сатанистар ҙа уның илаһ булыуына ышана. Шуға күрә улар өсөн тыуған көндө үткәреү — берәй илаһтың тыуған көнөн байрам итеү. Әлбиттә, кешеләрҙең күпселеге ундай сиктән тыш эгоистик ҡарашта тормай. Шулай ҙа бер китапта былай тип әйтелә: «Башҡа байрамдар кешенең күңелен йылытһа, тыуған көндәр иһә, кешене кәрәгенән артыҡ маҡтап, уның эгоизмын үҫтерә» («The Lore of Birthdays»).

11 Алланың хеҙмәтселәре тыуған көндәрҙе уларҙың сихырсылыҡ менән мәжүсилектән башланғыс алғандарына ғына түгел, ә, күрәһең, үҙ принциптарынан сығып та үткәрмәгән. Ни өсөн улай тип әйтеп була? Улар баҫалҡы, тыйнаҡ кешеләр булған һәм үҙҙәренең тыуыу көндәрен шул тиклем мөһим, уны хатта байрам итергә кәрәк тип һанамаған (Михей 6:8; Лука 9:48)c. Улар Йәһүәне данлаған һәм ҡәҙерле тормош бүләге өсөн уға рәхмәтле булған (Мәҙхиә 8:4, 5; 35:10; Асыш 4:11)d.

12. Ниндәй мәғәнәлә үлем көнө тыуыу көнөнән яҡшыраҡ була ала?

12 Алла үҙенә тоғро ҡалып үлгән кешеләрҙе хәтерендә һаҡлай һәм киләсәктә уларға тормош бирәсәк (Әйүп 14:14, 15). «Абруйлы исем — ҡиммәтле хушбуйҙан, үлем көнө тыуыу көнөнән яҡшыраҡ», — тип әйтелә Вәғәзсе 7:1-ҙә. «Исем» — Аллаға тоғро хеҙмәт итеп алынған яҡшы репутация. Шуныһын да әйтергә кәрәк: мәсихселәр байрам итергә тейеш булған берҙән-бер көн — тыуған көн түгел, ә Ғайсаның үлгән көнө. Ул ғәжәп «исемгә» эйә булған, һәм был исем беҙҙең ҡотҡарылыуыбыҙ өсөн мөһим (Еврейҙарға 1:3, 4; Лука 22:17—20).

НАУРУЗ БАЙРАМЫ ҠАЙҘАН КИЛЕП СЫҠҠАН?

13, 14. Науруз һәм уның йолалары ҡайҙан килеп сыҡҡан?

13 Күп кешеләр Науруз байрамын күңелле генә бер байрам тип һанай. Әммә ҡайҙан ул килеп сыҡҡан? Бер энциклопедия буйынса, Науруз — был «Яңы йыл байрамы, һәм уны йыш ҡына зороастризм [утҡа табыныу менән бәйле диндең] байрамы тип таныйҙар... Уны күп илдәрҙә, мәҫәлән, Ираҡ, Һиндостан һәм Афғанстанда үткәрәләр. Был илдәрҙең күпселегендә 21 март Яңы йылдың беренсе көнө тип һанала. Шуға күрә был байрам ғәҙәттә шул көндө башлана» («Encyclopedia Britannica»).

14 «Татар энциклопедия һүҙлеге»ндә был байрамға бындай аңлатма бирелә: «Науруз, фарсыларҙың ҡояш (шәмсиә) календары буйынса — яңы йыл байрамы. Көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытҡа, яңы стиль менән 20—21 мартҡа тура килә. Себер һәм Әстерхан татарҙарында... науруз атамаһы фарсы телендә „хәмәл“ (март) һүҙенән „әмәл“гә әйләнгән». Башҡа бер энциклопедияла: «Науруз йолалары яңы йылда мул, имен тормош булһын өсөн тәбиғәт көстәрен һәм ата-бабалар рухтарын йыумалау өсөн үткәрелгән», — тип әйтелә («Башкортостан. Краткая энциклопедия»). Шулай итеп, Науруз байрамы утҡа табыныу менән бәйле зороастризм диненән килеп сыҡҡан, һәм уның йолалары сихырсылыҡ һәм мәжүсиҙәр дине менән бәйле. Шуға күрә хаҡ Алланың хеҙмәтселәре был байрамда ла, уның йолаларында ла ҡатнашмаҫҡа тейеш түгелме?

ҺАБАНТУЙ БАЙРАМЫ ҠАЙҘАН КИЛЕП СЫҠҠАН?

15. Һабантуй байрамы менән уның йолалары ҡайҙан килеп сыҡҡан?

15 Боронғо заманда башҡорт һәм татар халыҡтарында ата-бабалар бергә йыйылып, күк менән ҡояш Тәңреһенә һәм үҙҙәренең бабалары рухына доға ҡылып, ҡорбандар килтергән. Һабантуй байрамы тап шул йола менән бәйле. Мәжүсиҙәр был ҡорбандарҙы нәҫел дауам ителһен өсөн, мал-тыуар үрсеһен һәм ер уңыш бирһен өсөн килтергән. Һуңыраҡ был йоланы Һабантуй алдынан бүләк йыйыу ғәҙәте алмаштырған. Ә Һабантуйҙағы уйындар һәм ярыштар ҡайһы бер боронғо төрки ҡәбиләләренән башланғыс алған: был халыҡтар тәбиғәт менән «никахлашыу» йолаһын һәм төрлө «изге» уйындар, ярыштар үткәргән. Ат сабыштары тураһында бер энциклопедияла былай тип әйтелә: «Байрамды бергәләп доға ҡылып башлағандан һуң, берәй ҡалҡыулыҡты уратып ат сабышын үткәргәндәр. Был ҡояштың күк буйлап үтеүен символлаштырған» («Башкортостан. Краткая энциклопедия»). Башҡа бер китап буйынса: «Һабантуй... алдынан ер-әсәне йыумалау өсөн йолалар (ҡарға бутҡаһы — ҡарға байрамы, тары бутҡаһы — һөрөлгән ерҙә бутҡа әҙерләү) үткәргәндәр; бейек шыма бағана — үҫемлек һабағының символын... ҡуйғандар» («Большая энциклопедия», 43 т. 2006 г.).

ТУЙЫҒЫҘ САФ БУЛҺЫН

16, 17. а) Ни өсөн никахлашырға йыйынған мәсихсе Изге Яҙмаларҙағы принциптарға нигеҙләнеп, туй менән бәйле ерле йолаларҙы тикшереп сығырға тейеш? б) Дөгө йәки башҡа нәмә һибеү йолаһы тураһында әйткәндә, мәсихселәргә нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

16 «Кейәү менән кәләш тауыштары һиндә [Бөйөк Бабилда] инде ишетелмәйәсәк» (Асыш 18:23). Ни өсөн? Сөнки Бөйөк Бабил үҙ сихри эштәре менән бергә тиҙҙән юҡ ителәсәк. Ә уның эштәре никахты туй көнөнән башлап нәжесләргә мөмкин (Марк 10:6—9).

17 Һәр бер илдә туйҙы үҙенсә үткәрәләр. Зыянһыҙ булып күренгән ҡайһы бер йолалар башланғыстарын Бабил йолаларынан ала. Улар йәштәргә йәки уларҙың ҡунаҡтарына «уңыш» килтерер өсөн үткәрелә (Ишағия 65:11). Мәҫәлән, шундай йолаларҙың береһе — йәштәрҙең өҫтөнә дөгө йәки башҡа нәмә һибеү. Был йоланы үткәргән кешеләр шуға ышанған: ризыҡ яуыз рухтарҙы тынысландыра һәм улар кейәү менән кәләшкә инде зыян килтермәйәсәк. Өҫтәүенә, боронғо замандан уҡ дөгө уңдырыш, бәхет һәм оҙон ғүмер менән сихри бәйләнештә тора тип һанала. Шуға күрә Алла мөхәббәтендә ҡалырға теләгән кеше ундай боҙоҡ йолаларҙа ҡатнашмаясаҡ. (2 Көринттәргә 6:14—18 уҡы.)

18. Туй үткәрергә йыйынған парҙарға һәм ҡунаҡтарға Изге Яҙмаларҙағы ниндәй принциптарҙы етәкселек итеп тоторға кәрәк?

18 Был донъяға хас ҡайһы бер ғәҙәттәр арҡаһында туй мәсихселәрсә үтмәҫкә йәки ҡайһы берәүҙәр өсөн кәртә булырға мөмкин. Йәһүә хеҙмәтселәре ундай ғәҙәттәргә эйәрмәй. Мәҫәлән, улар енси мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы әҙәпһеҙ телмәрҙән һаҡлана, сәнскеле һүҙҙәр, тупаҫ мәҙәктәр йәки яңы өйләнешкәндәр менән башҡаларҙы уңайһыҙ хәлдә ҡалдыра алған һүҙҙәрҙе әйтмәй (Ғибрәтле һүҙҙәр 26:18, 19; Лука 6:31; 10:27). Улар туйҙы тыйнаҡ үткәрә, һәм «байлыҡ менән маҡтаныр» өсөн сиктән тыш ҡупшы туй яһамайҙар (1 Яхъя 2:16). Туй үткәрергә йыйынаһың икән, шуны онотма: Йәһүә һинең был көндө үкенеп түгел, ә шатлыҡ менән иҫкә алыуыңды теләйe.

ТОСТ КҮТӘРЕҮ ДИНИ МӘҒӘНӘ ЙӨРӨТӘМЕ?

19, 20. Бер китапта тостар тураһында нимә әйтелә, һәм ни өсөн мәсихселәр был ғәҙәткә эйәрмәй?

19 Туйҙарҙа һәм бергә йыйылғанда, кешеләр тостар әйтергә ярата. Бер китапта былай тип яҙылған: «Боронғо заманда, бер йола буйынса, илаһтарға изге ҡорбан итеп иҫерткес эсемлек килтерелгән. Был ваҡытта кешеләр үҙ теләктәрен, йәғни доғаларын әйткәндәр. Был доғаларҙың һүҙҙәрен ҡыҫҡа ғына былай әйтеп була: „Оҙон ғүмерҙәр һиңә!“ йәки „Сәләмәт бул!“ Тостар... күрәһең, шул йоланан башланғыс алған» («International Handbook on Alcohol and Culture — 1995»).

20 Әлбиттә, кешеләрҙең күпселеге тост күтәреү дини мәғәнә йөрөтә йәки сихырсылыҡ менән бәйле тип иҫәпләмәй. Шулай ҙа шарап һалынған бокалды күккә табан күтәреү ғәҙәтен «күккә», йәғни илаһи көскә фатиха һорап мөрәжәғәт итеү тип һанарға була. Ә был Изге Яҙмаларҙа әйтелгән һүҙҙәргә ҡаршы килә (Яхъя 14:6; 16:23)f.

ЙӘҺҮӘНЕ ЯРАТЫУСЫЛАР, ЯМАНЛЫҠТЫ НӘФРӘТ ИТЕГЕҘ

21. Мәсихселәр ниндәй киң таралған байрамдарҙан, улар, бәлки, дин менән бәйле булмаһа ла, һаҡланалар һәм ни өсөн?

21 Бөгөнгө донъя нормалары аҫҡа тәгәрәй бара, һәм быға үҙ өлөшөн туранан-тура йәки ситләтелгән рәүештә Бөйөк Бабил индерә. Донъяның ундай хәлен сағылдырып, ҡайһы бер илдәрҙә һәр йыл әҙәпһеҙ бейеүҙәр һәм хатта гомосексуалистар менән лесбиянкалар тормошон данлаған карнавалдар үткәрелә. Йәһүәне яратыусыларға ундай байрамға барыу йәки уны ҡарау дөрөҫ булырмы? Барһа йәки ҡараһа, ул яманлыҡты ысынлап та нәфрәт иткәнен күрһәтерме? (Мәҙхиә 1:1, 2; 96:10) «Күҙҙәремде ығы-зығыға [«боҙоҡ нәмәгә», ЯД] ҡарауҙан бор», — тип доға ҡылған мәҙхиә йырлаусы (Мәҙхиә 118:37). Унан үрнәк алыу күпкә яҡшыраҡ булыр ине.

22. Ниндәй осраҡта мәсихсе берәй байрамда ҡатнашырғамы-юҡмы икәнен хәл иткәндә, үҙ выжданы буйынса эш итә ала?

22 Был донъя байрамдары үткәрелгәндә, мәсихсегә, башҡалар ул был байрамда ҡатнаша тип уйламаһын өсөн, иғтибарлы булырға кәрәк. «Ашайһығыҙмы, эсәһегеҙме йәки башҡа берәй нәмә эшләйһегеҙме — һәммәһен дә Алла даны өсөн эшләгеҙ», — тип яҙған Паул. (1 Көринттәргә 10:31; «Аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ» тигән рамканы ҡара.) Берәй йола йә байрам ялған дин, сәйәсәт йәки патриотик эштәр менән асыҡтан-асыҡ бәйле булмаһа һәм Изге Яҙмаларҙың принциптарын боҙмаһа, һәр мәсихсе уларҙа ҡатнашырғамы-юҡмы икәнен үҙе хәл итә. Шул уҡ ваҡыт башҡаларға кәртә булмаҫ өсөн, уға кешеләрҙең хистәрен иҫәпкә алырға кәрәк.

АЛЛАНЫ ҺҮҘҘӘР ҺӘМ ЭШТӘР МЕНӘН ДАНЛАҒЫҘ

23, 24. Нисек беҙ Йәһүәнең тәҡүә нормалары тураһында яҡшы шаһитлыҡ бирә алабыҙ?

23 Күп кенә кешеләр өсөн байрамдар — ғаилә һәм дуҫтар менән бергә йыйылыу өсөн яҡшы сәбәп. Шуға күрә берәйһе беҙҙең Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән ҡарашыбыҙҙа яратыу юҡ йә беҙ үҙебеҙгә үтә талапсан тигән хаталы һөҙөмтәгә килһә, беҙ йомшаҡ ҡына шуны аңлата алабыҙ: Йәһүә Шаһиттары ғаилә һәм дуҫтар менән бергә йыйылырға ярата һәм ундай минуттарҙы ҡәҙерләй (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:25; Вәғәзсе 3:12, 13; 2 Көринттәргә 9:7). Әммә Алланы һәм уның тәҡүә нормаларын яратҡанға, беҙ ундай шатлыҡлы осрашыуҙарҙы уны хурлған йолалар менән боҙорға теләмәйбеҙ. Беҙ яратҡан кешеләребеҙ менән йылдың һәр ҡайһы көнөндә осрашып, ваҡытты күңелле үткәрәбеҙ. («Хаҡ ғибәҙәт ҡылыу иң ҙур шатлыҡ килтерә» тигән рамканы ҡара.)

ХАҠ ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ ИҢ ҘУР ШАТЛЫҠ КИЛТЕРӘ

Йәһүә — «бәхетле Алла» һәм ул үҙ хеҙмәтселәренең бәхетле булыуҙарын теләй (1 Тимутегә 1:11). Беҙ быны бындай өҙөктәрҙән күрәбеҙ:

  • «Күңеле шат кеше һәр ваҡыт кәйеф-сафа ҡылып йәшәр» (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:15).

  • «Мин шуны аңланым: кешеләр өсөн үҙ ғүмерҙәрен күңел асып һәм игелек эшләп уҙҙырыуҙан башҡа яҡшы әмәл юҡ икән. Әгәр берәү ашап-эсеүҙән һәм үҙенең һәр эшенән тәм һәм игелек таба икән, был, тимәк, уға Алла биргән ниғмәттер» (Вәғәзсе 3:12, 13).

  • «Йомарт йәнле бай булыр; бүтәндәргә ярҙам иткәндең үҙенә лә әжер сығыр» (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:25).

  • «Эштән йонсоғандар, ауыр йөк күтәреп йөрөүселәр — һәммәгеҙ ҙә минең янға килегеҙ, һәм мин [Ғайса] йәндәрегеҙҙе яңыртып ебәрермен» (Маттай 11:28, 30).

  • «Һеҙ хәҡиҡәтте белерһегеҙ, һәм хәҡиҡәт һеҙҙе ирекле итер» (Яхъя 8:32).

  • «Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүриләп түгел, ә йөрәгендә ҡарар иткәнсә бирһен, сөнки Алла шатланып биреүсене ярата» (2 Көринттәргә 9:7).

  • «Ә рух емеше — мөхәббәт, шатлыҡ, тыныслыҡ... игелек, яҡшылыҡ» (Галаттарға 5:22, 23).

  • «Яҡтылыҡтың емеше был — һәр төрлө яҡшылыҡ, тәҡүәлек һәм хәҡиҡәт» (Эфестарға 5:9).

24 Ҡайһы бер Шаһиттар эскерһеҙ кешеләрҙең һорауҙарына яуап биргәндә, Изге Яҙманы өйрәнер өсөн сығарылған төп баҫмалағы фекерҙәрҙе уңышлы ҡулланған. Әммә шуны иҫтә тот: маҡсатыбыҙ — бәхәстә еңеү түгел, ә кешене хәҡиҡәткә йәлеп итеү. Шуға күрә хөрмәтле, йомшаҡ бул һәм һүҙең «һәр ваҡыт яғымлы, тоҙ менән тәмләтелгән булһын» (Көләсәйҙәргә 4:6).

25, 26. Ата-әсә үҙ балаһына иманын нығытырға һәм Йәһүәне тағы ла нығыраҡ яратырға нисек ярҙам итә ала?

25 Йәһүә Шаһиттары булараҡ, беҙ яҡшы өйрәтелгәнбеҙ. Беҙ нимәгә һәм ни өсөн ышанабыҙ, ни өсөн ҡайһы бер эштәрҙә ҡатнашабыҙ, ә ҡайһы берҙәрендә ҡатнашмайбыҙ икәнен беләбеҙ (Еврейҙарға 5:14). Шуға күрә, ата-әсәләр, үҙ балаларығыҙҙы Изге Яҙмаларҙағы принциптар тураһында уйланырға өйрәтегеҙ. Шулай эшләп, һеҙ уларҙың имандарын нығытырһығыҙ һәм уларға имандары тураһында һорау бирелгәндә, Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән яуаптар бирергә ярҙам итерһегеҙ, шулай уҡ Йәһүәнең уларҙы яратҡанына ышандырырһығыҙ (Ишағия 48:17, 18; 1 Петер 3:15).

26 Аллаға «рух һәм хәҡиҡәт буйынса» ғибәҙәт ҡылған кешеләр Изге Яҙмаларҙағы принциптарға ҡаршы килгән байрамдарҙа ҡатнашмай һәм тормоштоң бөтә өлкәләрендә үҙҙәрен намыҫлы тоторға тырыша (Яхъя 4:23). Бөгөн күп кешеләр намыҫлы булыу файҙа килтермәй тип һанай. Әммә сираттағы бүлектән беҙ Алла юлдары буйынса йөрөү һәр ваҡыт файҙалы икәнен күрербеҙ.

a «Миңә байрамда ҡатнашырғамы?» тигән рамканы ҡара. Ҡайһы бер байрамдар «Йәһүә Шаһиттарының баҫмалары буйынса сәйәхәттә ярҙамсы» тигән баҫмала килтерелгән. Йәһүә Шаһиттары тарафынан баҫтырылған.

b Изге Яҙмаларҙа күрһәтелгән йылдарҙы һәм тарихи сығанаҡтарҙы иҫәпкә алып, шуны әйтеп була: Ғайса, күрәһең, б. э. т. 2 йылдың йәһүдтәр календары буйынса этаним айында(сентябрь аҙағы — октябрь башына тура килә) тыуған. («Изге Яҙманы аңлау» энциклопедияһының (урыҫ) «Иисус Христос» тигән мәҡәләһендә «Время рождения и длительность служения» тип исемләнгән өҫтәмә исемде ҡара.)

c «Байрамдар һәм Шайтанға табыныу» тигән рамканы ҡара.

d Ҡанун килешеүе буйынса ҡатын-ҡыҙ бала тапҡас, Аллаға гөнаһ йолоу ҡорбаны килтерергә тейеш булған (Левиттар 12:1—8). Был исраилдарға шуны иҫкә төшөрөп торған: кешенән балаға гөнаһ күсә. Быны белеү бала тыуыуына дөрөҫ ҡараш менән ҡарарға һәм мәжүсиҙәрҙән тыуған көн байрамын үҙләштермәҫкә ярҙам иткән (Мәҙхиә 50:7).

e Туйҙар һәм ял кисәләре тураһында күберәк белер өсөн, 2006 йылдың 1 ноябрь һанындағы «Күҙәтеү манараһы»ның (тат.) 8—12-се һәм 17—21-се биттәрен, шулай уҡ 2006 йылдың 15 октябрь һанындағы «Күҙәтеү манараһы»ның (урыҫ) 28—31-се биттәрен ҡара.

f 2007 йылдың 15 февраль һанындағы «Күҙәтеү манараһы»ның (урыҫ) 30, 31-се биттәрен ҡара.

АҠЫЛЛЫ ҠАРАРҘАР ҠАБУЛ ИТӘБЕҘ

Ҡайһы ваҡыт берәй тыуған хәл Йәһүәгә ҡарата мөхәббәтебеҙҙе һәм Изге Яҙмаларҙағы принциптарҙы аңлауыбыҙҙы һынарға мөмкин. Әйтәйек, ҡәрҙәшебеҙҙең Аллаға ышанмаған тормош иптәше уны туғандар менән бергә берәй донъяуи байрамды үткәрергә саҡыра. Бер мәсихсе ундай саҡырыуҙы саф выждан менән ҡабул итһә, икенсеһе ҡабул итмәҫ. Саҡырыуҙы ҡабул иткән мәсихсе үҙ тәртибе менән шуны асыҡ итеп күрһәтергә тейеш: ул был байрамды үткәрмәй, һәм уның ҡунаҡҡа килеүе — туғандары менән бергә аралашып, ашап алыу ғына.

Мәсихсе үҙенең байрамда ҡатнашмаясағы һәм бының арҡаһында уңайһыҙ хәл тыуа алыуы тураһында үҙ тормош иптәшенә хөрмәт менән алдан уҡ аңлатып ҡуйһа, бик аҡыллы булыр ине. Бәлки, уның тормош иптәше башҡа көндө ҡунаҡҡа барырға булыр (1 Петер 3:15).

Ә ир кеше үҙ мәсихсе ҡатынының ҡараштарын белеп тә, уға үҙе менән барырға ҡушһа, нимә эшләргә? Ҡатын, бәлки, бындай һөҙөмтәгә килер: ғаилә башы булараҡ, ир үҙ ғаиләһен ризыҡ менән тәьмин итергә тейеш (Көләсәйҙәргә 3:18). Һәм был осраҡта уның ире киске ашты туғандары менән бергә ашап алырға ҡарар итеп, был вазифаһын үтәй. Ҡатын, бәлки, ҡунаҡтарға хатта яҡшы шаһитлыҡ тә бирә алыр. Ризыҡ берәй байрамда ашалғанға ғына, нәжескә әйләнмәй (1 Көринттәргә 8:8). Мәсихсе уны көндәлек ризыҡтай ашай ала һәм һис ниндәй тәбрикләүҙәргә, йырҙарға, тостарға һәм байрамға бәйле башҡа сараларға ҡушылмай.

Әммә мәсихсенең ундай осрашыуға барыуы башҡаларға нисек тәьҫир итер? Мәсихсе ҡатын шуны иҫтә тоторға тейеш: башҡалар уның байрам кисен донъяуи туғандары менән бергә үткәргәнен белгәс, был улар өсөн кәртә булырға мөмкин (1 Көринттәргә 8:9; 10:23, 24).

Шулай уҡ мәсихсенең ғаиләһе, уны үҙ принциптарынан баш тартырға этәреп, баҫым яһамаҫмы? Уңайһыҙ хәлгә ҡалыуҙан ҡасырға теләк бик көслө булырға мөмкин. Шуға күрә алдан уҡ бар яҡтарҙы, шул иҫәптән үҙ мәсихсе выжданыңды иҫәпкә алып, ентекләп уйларға кәрәк (Илселәр 24:16).

Мин Яңы йылға бирелгән премияны алырға тейешме?

Ҡайһы ваҡыт Яңы йыл байрамдарында кешеләргә эшләгән урындарынан бүләк йә премия бирәләр. Мәсихсе унан баш тартырға тейешме? Ҡайһы бер яҡтарҙы иҫәпкә алырға кәрәк. Эш биреүсе уның эшсеһе бүләкте алған икән, тимәк, ул Яңы йылды һәм Раштыуаны байрам итә тип уйламайҙыр ҙа. Бәлки, ул предприятие табышының өлөшөн бүлеп бөтә эшселәренә бирәлер. Йәки был бүләк менән ул эшселәренә рәхмәттәрен белдерәлер, шулай уҡ киләсәк йылда ла яҡшы ғына эшләүҙәрен теләгәнен күрһәтәлер. Ул бөтә эшселәренә — йәһүд динен тотоусыларға, мосолмандарға һәм башҡаларға ла, уларҙың был байрамдарға ҡараштарына ҡарамаҫтан, бүләк бирергә мөмкин. Шулай итеп бүләк берәй байрам ваҡытында йә байрам уңайынан бирелһә лә, был Йәһүә Шаһиты уны ала алмай тигәнде аңлатмай.

Бүләк берәй дини байрам уңайынан бирелһә лә, был уны алыусы шул уҡ дини ҡарашта тора тигәнде аңлатмай. Шаһиттың хеҙмәттәше йәки туғаны былай тип әйтергә мөмкин: «Мин һинең был байрамда ҡатнашмағаныңды беләм, шулай ҙа был бүләкте һиңә биргем килә». Мәсихсенең выжданы тыныс булһа, ул байрамды иҫкә алмайынса, рәхмәттәрен белдереп бүләкте ала ала (Илселәр 23:1). Бәлки, башҡа ваҡытта, кешегә үҙ ҡарашын рәнйетмәйенсә аңлатырға мөмкинлек тыуғас, мәсихсе быны ипле генә эшләр.

Ләкин берәйһе һинең үҙ принциптарыңда ныҡ тормағаныңды йәки бүләкте алыр өсөн үҙ ҡараштарыңдан баш тартырға әҙер булыуыңды күрһәтер өсөн бүләк бирһә, бүләкте алмаһаң, аҡыллыраҡ булыр. Әлбиттә, беҙ Йәһүә Аллаға йән-тән менән бирелгән булырға теләйбеҙ (Маттай 4:8—10).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу