Хәҡиҡәт. Һеҙ уны белергә теләйһегеҙме?
НИМӘ тураһында хәҡиҡәтте? Кешеләрҙе боронғо замандан борсоған нәмәләр тураһында хәҡиҡәтте. Бәлки һеҙ ҙә ошондай һорауҙарға яуап эҙләйһегеҙҙер:
Алла беҙҙең хаҡта ҡайғыртамы?
Һуғыштар һәм ғазаптар ҡасан да булһа бөтөрмө?
Кеше үлгәс уның менән нимә була?
Үлгән кешеләр өсөн өмөт бармы?
Алла ишетһен өсөн нисек доға ҡылырға?
Кешене нимә бәхетле итә?
Был һорауҙарға яуаптарҙы һеҙ ҡайҙан эҙләйһегеҙ? Бәлки һеҙ оло йә тәжрибәле кешеләргә мөрәжәғәт итәһегеҙҙер әммә төрлө кеше төрлөсә яуап бирә. Китапханаларҙа һәм китап магазиндарында был һорауҙарға яуап биргән китаптар табып була. Әммә йыш ҡына ул китаптарҙа килтерелгән яуаптар бер-береһенә ҡаршы килә. Ҡайһы берҙәрендә иһә ысынлап та дөрөҫ яуап бар кеүек әммә ул китаптар тиҙҙән иҫкерә уларҙы үҙгәртәләр йә яңыларын сығаралар.
Шулай ҙа үҙ эсенә ышаныслы яуаптар алған бер китап бар. Был — хәҡиҡәт китабы. Ғайса пәйғәмбәр Аллаға доға ҡылғанда: «Хәҡиҡәт — Һинең һүҙең» — тигән (Яхъя 17:17). Алла Һүҙе — ул Изге Яҙма китабы. Сираттағы биттәрҙе уҡып һеҙ өҫтә килтерелгән һорауҙарға Изге Яҙмаға нигеҙләнгән аңлайышлы һәм ышанысҡа лайыҡ яуаптар алырһығыҙ.
Алла беҙҙең хаҡта ҡайғыртамы?
НИ ӨСӨН УНДАЙ ҺОРАУ ТЫУА? Беҙ мәрхәмәтһеҙ һәм ғәҙелһеҙ донъяла йәшәйбеҙ. Күп диндәрҙә кешеләргә ғазаптарҙы Алла бирә тип өйрәтәләр.
ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? Алла бер ҡасан да яуызлыҡ эшләмәй. «Алла өсөн яуызлыҡ ҡылыу Сикһеҙ Ҡөҙрәт Эйәһе өсөн яманлыҡ эшләү аҡылға һыймаҫлыҡ хәл» — тип әйтелә Изге Яҙмала (Әйүп 34:10). Алланың кешеләргә ҡарата иҫ киткес матур ниәте бар. Бына ни өсөн Ғайса пәйғәмбәр беҙҙе: «Күктәге Атабыҙ!.. Һинең Батшалығың килһен. Күктәге кеүек ерҙә лә ихтыярың үтәлһен» — тип доға ҡылырға өйрәткән (Матфей 6:9, 10). Алла үҙ ниәтен тормошҡа ашырыр өсөн күп нәмә эшләгән. Эйе ул ысындан да беҙҙең хаҡта ҡайғырта (Яхъя 3:16).
Шулай уҡ Башланмыш 1:26—28; Яҡуб 1:13 һәм 1 Петр 5:6, 7-не ҡарағыҙ.
Һуғыштар һәм ғазаптар ҡасан да булһа бөтөрмө?
НИ ӨСӨН УНДАЙ ҺОРАУ ТЫУА? Һуғыштарҙа күп кешенең ғүмере өҙөлә. Кешеләр кисергән ғазаптар бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырмай.
ЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? Алла бөтә ер йөҙөндә тыныслыҡ урынлаштырырға вәғәҙә итә. Хоҙай ер менән идара итә башлағас кешеләр «һуғышырға башҡа өйрәнмәҫ». Киреһенсә улар «ҡылыстарынан — төрәндәр... сүкеп яһар» (Ишағыя 2:4). Алла бар ғазаптарҙы һәм ғәҙелһеҙлекте юҡ итәсәк. Инжилдә бындай вәғәҙә яҙылған: «Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә ҡайғы-хәсрәт тә һыҡтау ҙа ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ сөнки элеккеләр [шул иҫәптән ғәҙелһеҙлек һәм ғазаптар] үтте инде» (Асылыш 21:3, 4).
Шулай уҡ Зәбур 37:10, 11; 46:9 һәм Миҡай 4:1—4-те ҡарағыҙ.
Кеше үлгәс уның менән нимә була?
НИ ӨСӨН УНДАЙ ҺОРАУ ТЫУА? Күп диндәр кеше үлгәс уның ниндәйҙер бер өлөшө йәшәүен дауам итә тип өйрәтә. Ҡайһы берәүҙәр үлгән кешенең зыян килтерә алыуына ышана. Башҡалар иһә Алла насар кешеләргә яза бирә — уларҙы утлы тамуҡта мәңге ғазаплай тип уйлай.
ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? Үлеү менән кеше йәшәүҙән туҡтай. «Үлеләр бер нәмә лә белмәй»— тип яҙған Сөләймән пәйғәмбәр (Вәғәзсе 9:5). Үлеләр бер нәмә лә белмәй һиҙмәй һәм кисерә алмай шуға күрә улар зыян да файҙа ла килтерә алмай (Зәбур 146:3, 4).
Шулай уҡ Башланмыш 3:19 һәм Вәғәзсе 9:6, 10-ды ҡарағыҙ.
Үлгән кешеләр өсөн өмөт бармы?
НИ ӨСӨН УНДАЙ ҺОРАУ ТЫУА? Һәр бер кеше йәшәргә һәм яратҡандары менән бергә шатланып көн күрергә теләй. Шуға күрә беҙ үлгән яҡындарыбыҙҙы юҡһынабыҙ һәм уларҙы ҡабаттан күрергә теләйбеҙ.
ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? Үлгән кешеләрҙең күпселеге терелтеләсәк. Ғайса пәйғәмбәр: «Ҡәберҙәгеләрҙең [һәммәһе]... сығасаҡ» — тип вәғәҙә иткән (Яхъя 5:28, 29). Алланың башланғыс ниәте буйынса был кешеләргә ожмахҡа әйләнгән ерҙә йәшәргә мөмкинлек биреләсәк (Лука 23:43, ЯДТ). Аллаға тыңлаусан кешеләрҙең сәләмәтлеге лә камил буласаҡ һәм улар мәңге йәшәйәсәк. Зәбур китабында: «Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк» — тип әйтелә (Зәбур 37:29).
Шулай уҡ Әйүп 14:14, 15; Лука 7:11—17 һәм Ғәмәлдәр 24:15-те ҡарағыҙ.
Алла ишетһен өсөн нисек доға ҡылырға?
НИ ӨСӨН УНДАЙ ҺОРАУ ТЫУА? Бөтә диндәрҙә лә тиерлек кешеләр доға ҡыла. Әммә күптәргә доғалары яуапһыҙ ҡалғандай тойола.
ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? Ғайса пәйғәмбәр беҙҙе үҙ доғаларыбыҙҙа бер үк нәмәне ҡабатламаҫҡа өйрәткән. Ул: «Доға ҡылғанда мәжүсиҙәр кеүек буш һүҙ һөйләмәгеҙ» — тигән (Матфей 6:7). Алла беҙҙе тыңлаһын өсөн доғаларыбыҙ уға яраҡлы булырға тейеш. Бының өсөн беҙгә Алла ихтыярын белеп уның ихтыяры буйынса доға ҡылырға кәрәк. Инжилдә: «Беҙ Алланың ихтыяры буйынса ниҙер һорайбыҙ икән Ул беҙҙе ишетә» — тип әйтелә (1 Яхъя 5:14).
Шулай уҡ Зәбур 65:2; Яхъя 14:6, 14 һәм 1 Яхъя 3:22-не ҡарағыҙ.
Кешене нимә бәхетле итә?
НИ ӨСӨН УНДАЙ ҺОРАУ ТЫУА? Күптәр кешене аҡса дан йәки матурлыҡ бәхетле итә тип ышана. Шул нәмәләргә ирешер өсөн улар күп тырышлыҡ һала әммә ахыр сиктә бәхет тапмай.
ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? Ғайса бәхетле булыуҙың сере нимәлә икәнен асҡан. Ул: «Аллаға мохтаж булыуҙарын аңлағандар бәхетле» — тигән (Матфей 5:3). Тормошобоҙҙағы иң мөһим ихтыяжыбыҙҙы ҡәнәғәтләндереп кенә йәғни Алла тураһында һәм уның беҙгә ҡарата ниәте тураһында белем алып беҙ ысын бәхеткә ирешә алабыҙ. Ундай белемде Изге Яҙманан алып була. Шулай итеп Алла Һүҙендәге хәҡиҡәт тормошобоҙҙа ысынында нимә мөһим ә нимә мөһим түгел икәнен аңларға ярҙам итәсәк. Ҡарарҙар ҡабул иткәндә Изге Яҙманан алынған белем буйынса эш итһәк тормошобоҙ күпкә мәғәнәлерәк булып китәсәк (Лука 11:28).
Шулай уҡ Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6, 13—18 һәм 1 Тимофейға 6:9, 10-ды ҡарағыҙ.
Беҙ ни бары алты һорауға ғына Изге Яҙманан яуап ҡарап сыҡтыҡ. Һеҙҙең тағы ла күберәк белгегеҙ киләме? Әгәр ҙә «Аллаға мохтаж» булыуығыҙҙы аңлаһағыҙ һис шикһеҙ «эйе» тип әйтерһегеҙ. Һеҙ бәлки бындай һорауҙарға яуап алырға теләрһегеҙ: «Алла беҙҙең хаҡта ҡайғырта икән ни өсөн ул шул тиклем күп яуыз эштәргә һәм ғазаптарға юл ҡуя? Ғаилә тормошо тағы ла күберәк бәхет килтерһен өсөн нимә эшләргә?» Был һәм башҡа күп һорауҙарға Изге Яҙмала тулы һәм ҡәнәғәтләндерерлек яуаптар бар.
Әммә бөгөн күптәр Изге Яҙманан яуаптар эҙләмәй. Улар уны бик ҡалын һәм аңлауы ауыр булған китап тип һанай. Һорауҙарығыҙға Изге Яҙманан яуаптар табырға теләйһегеҙме? Йәһүә Шаһиттары һеҙгә ярҙам итергә әҙер.
Бер мөмкинлек — өйҙә Изге Яҙманы түләүһеҙ өйрәнеү. Яҡында йәшәгән Йәһүә Шаһиттарының береһе өйөгөҙгә килеп йәки башҡа уңайлы урында һеҙҙең менән аҙна һайын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Изге Яҙманы өйрәнә ала. Бөтә донъя буйынса миллионлаған кешегә ундай өйрәнеү файҙа килтергән. Уларҙың күпселеге һис шикләнмәйенсә: «Мин хәҡиҡәтте таптым!» — тип әйтә ала.
Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт — бик ҡиммәтле хазина. Был хәҡиҡәт беҙҙе төрлө хөрәфәттәрҙән билдәһеҙлектән ҡурҡыуҙарҙан азат итә. Шулай уҡ ул беҙгә өмөт шатлыҡ бирә һәм тормошобоҙҙо маҡсатлы итә. «Хәҡиҡәтте белерһегеҙ һәм ул һеҙҙе ирекле итер» — тигән Ғайса пәйғәмбәр (Яхъя 8:32).