20-се йыр
Беҙҙең осрашыуҙарҙы фатихала
(Еврейҙарға 10:24, 25)
1. Осрашыуҙарға фатиха,
Алла, һинән һорайбыҙ.
Рухың беҙҙең менән булһын,
Һиңә рәхмәт уҡыйбыҙ.
2. Ғибәҙәтебеҙ саф булһын,
Бир, зинһар, өгөт беҙгә.
Һүҙең булһын йөрәктәрҙә,
Һал яратыу күңелгә.
3. Тыныслыҡ, берҙәмлек биреп,
Алла фатихалаһын.
Һүҙҙәребеҙ, эштәребеҙ
Йәһәвәне данлаһын.
(Мәҙ. 21:23; 33:4; Ишағ. 50:4-те лә ҡара.)