22-се йыр
«Хоҙай — минең Көтөүсем»
(22-се Мәҙхиә)
1. Алла Йәһәвә — Көтөүсем,
Кемдән миңә ҡурҡырға?
Ул үҙ һарыҡтарын ҡайғырта,
Береһен дә онотмай.
Тыныс һыуға алып бара,
Һәм йәнем тыныслана.
Етәкләй исеме хаҡына,
Хаҡ юлдан алып бара.
Етәкләй исеме хаҡына,
Хаҡ юлдан алып бара.
2. Янаһа ла миңә үлем
Һис бер зыян күрмәнем.
Бөйөк Көтөүсем мине яҡлай,
Ул борсолоуҙан һаҡлай.
Һин май һөртәһең — хәл керә.
Һәр ваҡыт тулы касам.
Мөхәббәтеңдә гел булырмын,
Һинең йортоңда йәшәп.
Мөхәббәтеңдә гел булырмын,
Һинең йортоңда йәшәп.
3. Минең Көтөүсем аҡыллы,
Мине наҙлы ярата.
Беҙ саҡырабыҙ йыуаштарҙы
Шатланып дан йырларға!
Һүҙен мин тоғро тотормон,
Иғтибарлы булырмын.
Хеҙмәтемде — аҫыл ташымды
Шатлыҡ менән үтәрмен.
Хеҙмәтемде — аҫыл ташымды
Шатлыҡ менән үтәрмен.
(Мәҙ. 27:9; 79:2-не лә ҡара.)