37-се йыр
Изге Яҙмалар — Алла Һүҙе
(2 Тимутегә 3:16, 17)
1. Ҡараңғыла етәкләй
Алла Һүҙе — яҡтылыҡ.
Хәҡиҡәт азат итер,
Әгәр уны тоғро тотһаҡ.
2. Алла иңдергән Һүҙе
Ярҙам итә, төҙәтә.
Йәһәвә талаптары
Өгөтләй беҙҙе, өйрәтә.
3. Күктән иңгән Яҙманы
Уҡыу аҡыллы итә.
Йәһәвә яратыуы
Бүләк итеп тормош бирә.
(Мәҙ. 118:105; Ғиб. һүҙ. 4:13-тө лә ҡара.)