2-се йыр
Рәхмәт һиңә, Йәһәвә
1. Рәхмәт, Йәһәвә өҙлөкһөҙ рәүештә,
Яҡтылыҡ бирәһең игелектә.
Рәхмәт, Йәһәвә, доға өсөн һиңә,
Ярҙам итәһең, Алла, һин беҙгә.
2. Рәхмәт, Йәһәвә, биргәнһең Ғайсаны.
Һәм Улың сыҡты еңеп үлемде.
Өйрәтәһең әмереңде үтәргә.
Әйткәндәрең һәр ваҡыт үтәлә.
3. Рәхмәт, Йәһәвә, әйтәбеҙ вәғәзләп,
Бөтөн ерҙә исемеңде данлап.
Һиңә рәхмәттәр, ҡайғы юҡҡа китә,
Батшалыҡта фатихалар көтә.
(Мәҙ. 49:14; 94:2; 146:7; Көл. 3:15-те лә ҡара.)