30-сы йыр
Йәһәвә идара итә башланы
(Асыш 11:15)
1. Алла идара итә — башланды ғәжәйеп көн.
Һалған Сионда төп мөйөш ташын.
Барыһы ла шатланһын, йырлайыҡ Йәһәвәгә,
Тәхеткә ултыртылды Хужабыҙ Ғайса.
(ҠУШЫМТА)
Нимә килтерәсәк Батшалыҡ?
Хаҡлыҡ, тәҡүәлек еңәсәк!
Тағы нимә ул килтерәсәк?
Ғәҙеллек ерҙә еңәсәк!
Гөнаһтан азат итәсәк.
Дан, маҡтау килтерәсәк!
2. Мәсих хәҙер тәхеттә. Армагеддон бик яҡын.
Юҡ итер Шайтандың был донъяһын.
Вәғәзләү бөгөн кәрәк, ишетмәгәндәр күптәр.
Алла яғына баҫыр бөгөн йыуаштар.
(ҠУШЫМТА)
Нимә килтерәсәк Батшалыҡ?
Хаҡлыҡ, тәҡүәлек еңәсәк!
Тағы нимә ул килтерәсәк?
Ғәҙеллек ерҙә еңәсәк!
Гөнаһтан азат итәсәк.
Дан, маҡтау килтерәсәк!
3. Йәһәвәнең Батшаһы ғәжәйеп беҙҙең өсөн,
Хоҙай исеме хаҡына килгән.
Алла йортона килеп, күрегеҙ мәрхәмәтен.
Тиҙҙән идара итер бар нәмә менән.
(ҠУШЫМТА)
Нимә килтерәсәк Батшалыҡ?
Хаҡлыҡ, тәҡүәлек еңәсәк!
Тағы нимә ул килтерәсәк?
Ғәҙеллек ерҙә еңәсәк!
Гөнаһтан азат итәсәк.
Дан, маҡтау килтерәсәк!
(2 Иш. 7:22; Дан. 2:44; Ас. 7:15-те лә ҡара.)