46-сы йыр
Йәһәвә — беҙҙең Батшабыҙ!
(Мәҙхиә 96:1)
1. Маҡта шатланып Йәһәвәне,
Сөнки тәҡүәлеген күктәр вәғәзләй.
Әйҙә, Аллаға шатлыҡлы йыр йырлайыҡ,
Бөйөк эштәрен беҙ данлайыҡ.
(ҠУШЫМТА)
Күктәр ҡыуанһындар, ерҙә шатланһындар,
Сөнки Йәһәвә булды Батша!
Күктәр ҡыуанһындар, ерҙә шатланһындар.
Йәһәвә Алла — беҙҙең Батша!
2. Яңғырай даны халыҡтарға,
Һәр көн һөйләп бөйөк эше хаҡында.
Бар маҡтауға лайыҡ, Йәһәвә — Батшабыҙ,
Баш эйәбеҙ Уның алдында.
(ҠУШЫМТА)
Күктәр ҡыуанһындар, ерҙә шатланһындар,
Сөнки Йәһәвә булды Батша!
Күктәр ҡыуанһындар, ерҙә шатланһындар.
Йәһәвә Алла — беҙҙең Батша!
3. Алла ғәҙел идара итә,
Тәхеткә майланған Улын ултыртҡан.
Хурлыҡҡа ҡалһындар, бар ялған илаһтар,
Йәһәвәгә генә булһын дан.
(ҠУШЫМТА)
Күктәр ҡыуанһындар, ерҙә шатланһындар,
Сөнки Йәһәвә булды Батша!
Күктәр ҡыуанһындар, ерҙә шатланһындар.
Йәһәвә Алла — беҙҙең Батша!
(1 Йыл. 16:9; Мәҙ. 67:21; 96:6, 7-не лә ҡара.)