53-сө йыр
Берҙәмлектә хеҙмәт итәбеҙ
(Эфестарға 4:3)
1. Алла беҙҙе берләштерҙе,
Вәғәҙәләре үтәлде.
Берҙәм, тыныс беҙ йәшәйбеҙ,
Был бәхет килтерә.
Берҙәмлегебеҙҙе
Беҙ ҡәҙерләйек.
Һаҡлаясаҡбыҙ тыныслыҡ,
Хеҙмәт итеп Йәһәвәгә.
Башҡарайыҡ беҙ хеҙмәтте,
Тыңлап берҙәмлектә.
2. Һаҡларға тырыш татыулыҡ.
Доғала бул, ҡуй тырышлыҡ.
Был беҙҙе шатлыҡлы итһен,
Мөхәббәт көсәйһен.
Тыныслыҡ көс бирә,
Шатлыҡлы итә.
Ныҡ яратһаҡ ҡәрҙәштәрҙе,
Күп тыныслыҡ бирер беҙгә.
Уның ярҙамы менән һин
Хеҙмәт ит мәңгегә.
(Мих. 2:12; Саф. 3:9; 1 Көр. 1:10-ды ла ҡара.)