25-се йыр
Шәкертлекте раҫлау
1. Мәсих кеүек һин яратһаң,
Күктән әмерен үтәрһең,
Үҫһен йөрәгеңдә һинең
Көндән-көнгә мөхәббәтең.
Мәсих беҙҙе яратҡан:
Беҙҙең өсөн тормош биргән.
Яратайыҡ Мәсих һымаҡ,
Булһын ул беҙгә үрнәк.
2. Көсһөҙгә мөхәббәт, аңлау,
Наҙлы ярҙамын бирә.
Яратыу — бурысыбыҙ,
Хеҙмәт итеп ҡайтарабыҙ.
Ундай яратҡан дуҫтар
Табылмай бер ерҙә лә.
Йөрө мөхәббәт юлында,
Ул беҙҙе берләштерә.
(Рим. 13:8; 1 Көр. 13:8; Яҡ. 2:8; 1 Яхъя 4:10, 11-ҙе лә ҡара.)