19-СЫ БҮЛЕК
Ғайса киләсәк тураһында пәйғәмбәрлек итә
Ғайса үҙенең күктә Батша булып идара итеүен һәм был донъя төҙөлөшөнөң ахырын күрһәтеүсе ваҡиғалар тураһында һөйләй
ҒАЙСА Зәйтүн тауында ултыра. Бынан Иерусалимға һәм ғибәҙәтханаға иҫ киткес матур күренеш асыла. Ғайса үҙ шәкерттәренә Иерусалимдың емерелеүе, ә тағы ла алдараҡ был «донъя төҙөлөшөнөң тамамланыуы» хаҡында әйткән булған (Маттай 13:40, 49). Хәҙер уның дүрт илсеһе был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға теләп: «Һинең килеү осороңдо һәм был донъя төҙөлөшөнөң үҙ ахырына яҡынлашыуын ниндәй билдә аша күрәсәкбеҙ?» — тип һорай (Маттай 24:3).
Яуап итеп Ғайса Иерусалимдың емерелеүе алдынан буласаҡ ваҡиғалар тураһында һөйләй. Ләкин уның һүҙҙәре үҙ эсенә күберәкте алған. Улар һуңыраҡ тағы ла ҙурыраҡ масштабта — бөтөн донъяла үтәлергә тейеш булған. Ғайса пәйғәмбәрлек иткән ваҡиғалар һәм донъялағы шарттар бөтәһе бергә бер билдәне тәшкил итә. Был билдә аша ерҙә йәшәүселәр Ғайсаның күктә Батша булып идара итә башлағанын аңлаясаҡ. Башҡаса әйткәндә, билдә шуны күрһәтәсәк: Йәһүә Ғайсаны вәғәҙә ителгән Батшалыҡта Батша итеп ҡуйған һәм тиҙҙән был Батшалыҡ бөтә яуызлыҡты юҡ итеп, кешеләргә ысын тыныслыҡ килтерәсәк. Шулай итеп, Ғайса алдан әйткән ваҡиғалар был иҫке донъя төҙөлөшөнөң — бөгөнгө дини, сәйәси һәм социаль системаларҙың — һуңғы көндәрен һәм яңы донъяның башланыуын билдәләй.
Ғайса күктә Батша булып идара иткән ваҡытта ерҙә нимә буласаҡ? Ул үҙе аңлатҡанса, халыҡ-ара һуғыштар, ризыҡҡа ҡытлыҡ, көслө ер тетрәүҙәр һәм киң таралған ауырыуҙар буласаҡ, шулай уҡ законһыҙлыҡ артасаҡ. Ғайсаның ысын шәкерттәре Алла Батшалығы хаҡындағы яҡшы хәбәрҙе бөтөн ер йөҙө буйынса вәғәзләйәсәк. Быларҙың барыһы быға тиклем бер ҡасан да булмаған «бөйөк афәт» ваҡытында тамамланасаҡ (Маттай 24:21).
Ғайсаның шәкерттәре был афәттең тиҙҙән буласағын нисек беләсәк? «Инжир ағасынан һабаҡ алығыҙ», — ти Ғайса (Маттай 24:32). Инжир ағасының япраҡ яра башлауы йәйҙең яҡынлашҡанына асыҡ билдә булып тора. Шуның шикелле, Ғайса әйтеп киткән бөтә ваҡиғаларҙың бер үк ваҡытта үтәлеүе ахыр яҡын икәнлеген күрһәтәсәк. Әммә Алланан башҡа бөйөк афәттең башланыу көнөн һәм сәғәтен бер кем дә теүәл белмәйәсәк. Шуға күрә Ғайса үҙ шәкерттәрен: «Уяу булығыҙ, сөнки ул ваҡыттың ҡасан етәсәген белмәйһегеҙ», — тип дәртләндергән (Марк 13:33).
Инжилдәге Маттай китабының 24—25-се бүлектәренә, Марк китабының 13-сө бүлегенә һәм Лука китабының 21-се бүлегенә нигеҙләнгән.