Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • rk 2 бүлек 4—5 бб.
  • Нимә ул ысын иман?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Нимә ул ысын иман?
  • Ысын иман бәхетле тормош асҡысы
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Нисек ысын иманды үҫтереп була?
  • Йәһүәнең вәғәҙәләренә иман итегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Иман. Көс биргән сифат
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
  • Ысын иманды тотҡан кешеләрҙе нисек билдәләргә?
    Ысын иман бәхетле тормош асҡысы
  • Ысын иманға эйә булғанығыҙҙы күрһәтегеҙ!
    Ысын иман бәхетле тормош асҡысы
Ысын иман бәхетле тормош асҡысы
rk 2 бүлек 4—5 бб.

2-СЕ БҮЛЕК

Нимә ул ысын иман?

Кеше аҡсаға ҡарай

Иман аҡса кеүек, ысын булһа ғына, ҡәҙерле була

ЫСЫН иман Алланың барлығына ышаныу ғына түгел, ул күберәкте үҙ эсенә ала. Миллионлаған кеше Аллаға ышана, әммә аңлы рәүештә яуыз эштәр ҡыла. Ундай «иман» ялған аҡсаға оҡшаш. Ул ысын булып күренһә лә, бер ниндәй файҙа килтермәй. Улайһа, нимә ул ысын иман?

Ысын иман Изге Яҙмаларҙан алынған теүәл белемдәргә нигеҙләнгән. Изге Яҙмаларҙа Алла тураһында дөрөҫлөк яҙылған, һәм бының ярҙамында беҙ Алланы яҡшыраҡ белә алабыҙ. Унда Алланың ҡанундары, ниәттәре һәм тәғлимәттәре тураһында әйтелгән. Был тәғлимәттәрҙең ҡайһы берҙәре:

  • Алла — берҙән-бер, уға тиң бер кем дә юҡ;

  • Ғайса Сикһеҙ ҡеүәтле Алла түгел, ул — Алланың пәйғәмбәре;

  • Алла ботҡа табыныуҙың бөтә төрҙәрен хөкөм итә;

  • кешеләрҙе ҡиәмәт көнө көтә;

  • һанап бөтөргөһөҙ күп үлгән кешеләр Ожмахта йәшәр өсөн терелтеләсәк.

Ысын иман яҡшы эштәргә дәртләндерә. Бындай эштәр Алланы данлай, шулай уҡ үҙебеҙгә һәм башҡаларға файҙа килтерә. Был яҡшы эштәрҙең ҡайһы берҙәре:

  • Аллаға ғибәҙәт ҡылыу;

  • Алла хуплаған сифаттарҙы, айырыуса мөхәббәтте, үҫтереү;

  • насар уйҙарҙы һәм теләктәрҙе кире ҡағыу;

  • ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, иманыбыҙҙы һаҡлау;

  • башҡаларға Алла тураһында белем биреү.

Бер ғаилә оло кешегә ризыҡ килтерә

Ысын имандың емештәре — яҡшы эштәр

Нисек ысын иманды үҫтереп була?

Бер кеше мышцыларын нығыта

Иман мускул һымаҡ, күнегеүҙәр ярҙамында нығый

Алланан ярҙам һорағыҙ. Муса пәйғәмбәр: «Зинһар, миңә үҙ юлдарыңды белдерсе, минең һине белгем һәм артабан да күҙ алдыңда илтифат ҡаҙанғым килә», — тип доға ҡылғанa. Алла уны ишеткән һәм доғаһына яуап биргән. Мусаның иманы иҫ киткес үрнәк булып тора. Алла шулай уҡ һеҙгә лә ысын иман үҫтерергә ярҙам итәсәк.

Изге Яҙмаларҙы өйрәнер өсөн ваҡыт бүлеп ҡуйығыҙ. Алла иңдергән яҙмалар, шул иҫәптән Тәүрат, Зәбур һәм Инжил, Изге Яҙмаларҙы, йәғни Библияны, тәшкил итә. Ул иң күп телдәргә тәржемә ителгән һәм донъяла иң киң таралған китап. Һеҙҙә Тәүрат, Зәбур һәм Инжил китаптары бармы?

Изге Яҙмаларҙағы кәңәштәрҙе көндәлек тормошоғоҙҙа ҡулланығыҙ. Иман мускул һымаҡ, күнегеүҙәр ярҙамында нығый. Һеҙ ҙә, Алланың кәңәштәрен ҡулланһағыҙ, иманығыҙҙы үҫтерерһегеҙ. Был кәңәштәр һеҙгә файҙа килтергәнен үҙегеҙ күрерһегеҙ. Ысынлап та, Изге Яҙмаларҙағы ғәмәли кәңәштәр күп кешеләрҙең тормоштарын яҡшыртҡан. Был брошюраны уҡып, һеҙ быға ҡайһы бер миҫалдар күрерһегеҙ.

a Тәүрат китабы, Сығыш 33:13.

Һеҙ нисек яуап бирер инегеҙ?

  • Ысын иман нимәгә нигеҙләнгән?

  • Ысын иман ниндәй яҡшы эштәргә дәртләндерә?

  • Ысын иманды нисек үҫтереп була?

Алла үҙ Һүҙен һаҡлай

Алла Изге Яҙмаларҙы бөгөнгө көнгә тиклем үҙгәрешһеҙ һаҡлап алып ҡалғанына тамсы ла шикләнмәҫкә мөмкин. Сикһеҙ ҡеүәтле Алланың бының өсөн көсө етерлек. Уның Һүҙендә: «Үлән ҡороған, сәскә шиңгән, әммә Аллабыҙҙың һүҙе мәңге буласаҡ», — тип әйтелә (Ишағия 40:8).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу