Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • rk 4 бүлек 10—11 бб.
  • Кем ул Алла?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Кем ул Алла?
  • Ысын иман бәхетле тормош асҡысы
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Фәрештәләр кемдәр улар?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Алланы күргән кеше бармы?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Фәрештәләр һеҙгә нисек ярҙам итә ала?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
  • Алланың фәрештәләре беҙгә ярҙам итә
    Бөйөк Остаздан өйрән
Ысын иман бәхетле тормош асҡысы
rk 4 бүлек 10—11 бб.

4-СЕ БҮЛЕК

Кем ул Алла?

КЕШЕЛӘР күп илаһтарға табыналар. Әммә Изге Яҙмаларҙа бер генә хаҡ Алла бар тип әйтелә. Уға тиң бер кем дә юҡ. Ул иң бөйөк һәм мәңге. Алла күктә һәм ерҙә булған бөтә нәмәне барлыҡҡа килтергән һәм беҙгә тормош биргән. Шуға күрә ул ғына беҙҙең ғибәҙәт ҡылыуыбыҙға лайыҡ.

Муса Ун әмер яҙылған таш таҡталарҙы тотоп тора

Муса пәйғәмбәргә бирелгән Ҡанун «фәрештәләр аша әйтелгән һүҙ» тип атала

Алланың күп титулдары бар, әммә исеме бер генә — ЙӘҺҮӘ. Алла Мусаға: «Исраилдарға әйт: „Раббы [Йәһүә, ЯД], һеҙгә ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп Аллаһы, мине һеҙҙең янға ебәрҙе“. Минең исемем мәңгегә ошо булыр, һәм Мине быуындан-быуынға ошо исем менән белерҙәр!» — тип әйткән (Сығыш 3:15, иҫкәрмәне ҡара). Йәһүә тигән исем Изге Яҙмаларҙа яҡынса 7 000 тапҡыр осрай. Мәҙхиә 83:18-ҙә (ЯД) Алла тураһында: «Кешеләр һинең исемең Йәһүә икәнен, бөтөн ер өҫтөнән һин генә Аллаһы Тәғәлә икәнен белһен», — тип яҙылған.

Үле диңгеҙ янында табылған ҡулъяҙмаларҙа Алла исеме яҙылған

Үле диңгеҙ янында табылған ҡулъяҙмаларҙа Алла исеме яҙылған

Алланы бер кеше лә бер ҡасан да күрмәгән. Алла Мусаға: «Һин Минең йөҙөмдө күрә алмаҫһың, сөнки Мине күргән кеше иҫән ҡала алмай», — тип әйткән (Сығыш 33:20). Алла күктә йәшәй, һәм кеше уны күрә алмай. Бот, һүрәт йәки Алланың һынын яһау, уларға доға ҡылыу дөрөҫ түгел. Йәһүә Алла Муса пәйғәмбәр аша: «Үҙегеҙгә өҫтә — күктә, ерҙә һәм аҫта — һыуҙа булған нәмәләрҙең һүрәттәренән боттар яһамағыҙ. Боттарға баш эймәгеҙ һәм табынмағыҙ, сөнки Мин — Раббы Аллағыҙ, башҡа илаһтарға түҙеп тормам», — тигән әмер биргән (Сығыш 20:2—5). Һуңыраҡ, Ишағия пәйғәмбәр аша Алла: «Мин Йәһүә. Был — минең исемем, һәм мин үҙ данымды бер кемгә лә һәм үҙемә тейешле маҡтауҙы яһалған һүрәттәргә бирмәйәсәкмен», — тип әйткән (Ишағия 42:8).

Ҡайһы бер кешеләр Аллаға ышана, ләкин уның тураһында белеп булмай һәм уға яҡынлашыу мөмкин түгел тип уйлай. Башҡалар Алланы яратыр урынына унан ҡурҡалар. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Алла һеҙҙең менән ҡыҙыҡһынамы? Уның тураһында белем алырға, хатта уға яҡынлашырға мөмкинме? Әйҙәгеҙ, Изге Яҙмаларҙа Алланың сифаттары тураһында нимә әйтелә икәнен ҡарап сығайыҡ.

Һеҙ нисек яуап бирер инегеҙ?

  • Ни өсөн беҙ Аллаға ғибәҙәт ҡылырға тейеш?

  • Алланың исеме нисек?

  • Ни өсөн беҙ, Аллаға ғибәҙәт ҡылғанда, боттар, һүрәттәр һәм һындар ҡулланырға тейеш түгел?

  • Алла, үҙ ихтыярын үтәр өсөн, изге рухын һәм фәрештәләрен нисек ҡуллана?

Алланың изге рухы һәм фәрештәләре

Нисек Алла үҙ ихтыярын башҡара? Мәҫәлән, ул үҙенең изге рухын ҡуллана. Алланың рухы шәхес тә, фәрештә лә түгел, ә уның күҙгә күренмәҫ эш итеүсе көсө, сикһеҙ ҡөҙрәте. Уның ярҙамында ул үҙенең һәр ҡайһы ниәтен үтәй. Алла был көстө күкте һәм ерҙе барлыҡҡа килтерер өсөн ҡулланған. «Йәһүәнең һүҙе менән күктәр булдырылған һәм рухы менән ундағы һәр нәмә яратылған» (Мәҙхиә 33:6, ЯД). Башланмыш 1:2-лә әйтелгәнсә, ер әле һыу менән ҡапланған ваҡытта һәм Алла уны кешеләр йәшәһен өсөн әҙерләгәндә, «һыуҙар өҫтөндә Алланың ҡеүәтле рухы һиҙелә ине». Шунан һуң Алла үҙ изге рухын ерҙә булған тереклектең бөтә төрҙәрен барлыҡҡа килтерер өсөн ҡулланған.

Алла шулай уҡ үҙ ихтыярын үтәр өсөн фәрештәләрҙе ҡуллана. Алла уларҙы үҙе менән күктә йәшәр өсөн яратҡан. Фәрештәләр бик көслө. Улар Алланың хәбәрҙәрен еткерәләр һәм башҡа мөһим йөкләмәләр башҡаралар. Мәҫәлән, Изге Яҙмаларҙа Муса пәйғәмбәргә бирелгән Ҡанун «фәрештәләр аша әйтелгән һүҙ» тип атала. Алланың фәрештәләре шулай уҡ уның ерҙәге хеҙмәтселәренә ярҙам итәләр. Ысынлап та, Изге Яҙмаларҙа Алланың фәрештәләре «ҡотолоуҙы мираҫ итеп аласаҡ заттарға хеҙмәт итеү өсөн ебәрелгән изге хеҙмәт рухтары» тип аталалар (Еврейҙарға 1:14; 2:2).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу