16-СЫ ДӘРЕС
Хеҙмәт ярҙамсылары ниндәй эштәр башҡара?
Мьянма
Йыйылыш осрашыуында
Вәғәз осрашыуында
Батшалыҡ залын йыйыштырыу
Изге Яҙмала йыйылыш хаҡында ҡайғыртҡан ике төркөм ир-аттар, күҙәтеүселәр һәм хеҙмәт ярҙамсылары, тураһында әйтелә (Филиптарға 1:1). Ғәҙәттә, һәр йыйылышта бер нисә шундай ағай-ҡәрҙәш хеҙмәт итә. Хеҙмәт ярҙамсылары, беҙҙең хаҡта ҡайғыртып, ниндәй эштәр башҡара?
Улар өлкәндәр кәңәшмәһенә ярҙам итә. Хеҙмәт ярҙамсылары — рухи ҡарашлы, ышаныслы, намыҫлы ир кешеләр. Уларҙың ҡайһы берҙәре йәш, ә ҡайһы берҙәре оло йәштә булыуы ихтимал. Улар мөһим йыйылыш мәсьәләләре менән, күпселектә ойоштороу һәм көнкүреш менән бәйле эштәр менән мәшғүл. Был иһә өлкәндәргә бөтә иғтибарҙарын өйрәтеү һәм көтөүсе вазифаларына тупларға мөмкинселек бирә.
Улар ғәмәли ярҙам күрһәтә. Ҡайһы бер хеҙмәт ярҙамсылары осрашыуға килгән кешеләрҙе ҡаршы ала. Башҡалары аппаратура, әҙәбиәт, йыйылыш аҡсалары тураһындағы хисап һәм вәғәзләү участкалары өсөн яуаплы. Улар шулай уҡ Батшалыҡ залын яҡшы хәлдә һаҡлауҙа һәм йыйыштырыуҙа ҡатнаша. Өлкәндәр уларҙан оло йәштәге ҡәрҙәштәргә ярҙам итеүен һорарға мөмкин. Хеҙмәт ярҙамсылары ниндәй генә эш башҡармаһын, уларҙың әҙерлек менән хеҙмәт итеүҙәре хөрмәтебеҙгә лайыҡ (1 Тимофейға 3:13).
Улар яҡшы өлгө күрһәтә. Хеҙмәт ярҙамсыһы итеп рухи яҡтан етлеккән ағай-ҡәрҙәштәр билдәләнә. Осрашыуҙарҙа сығыш яһағанда, улар беҙҙең иманыбыҙҙы нығытырға тырыша. Вәғәз эшендә үҙ өҫтәренә етәкселек алып, хеҙмәт ярҙамсылары ашҡыныуыбыҙҙы көсәйтеп ебәрә. Өлкәндәр кәңәшмәһе менән хеҙмәттәшлек итеп, улар йыйылыш ағзаларына шатлыҡлы һәм берҙәм булырға ярҙам итә (Ефестарға 4:16). Ваҡыт уҙыу менән улар өлкәндәр булып хеҙмәт итергә яраҡлы була ала.
Хеҙмәт ярҙамсылары кем ул?
Йыйылыш эштәре көйлө барһын өсөн, хеҙмәт ярҙамсылары ниндәй эштәр башҡара?