Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • fg 6 дәрес һорауҙар 1—5
  • Үлгәндәр өсөн ниндәй өмөт бар?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Үлгәндәр өсөн ниндәй өмөт бар?
  • Алланан килгән һөйөнөслө хәбәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Кеше үлгәс, уның менән нимә була?
    Бөйөк Остаздан өйрән
  • Кеше үлгәс, уның менән нимә була?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Терелтеү буласаҡ!
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
Алланан килгән һөйөнөслө хәбәр
fg 6 дәрес һорауҙар 1—5

6-СЫ ДӘРЕС

Үлгәндәр өсөн ниндәй өмөт бар?

1. Үлгән кешеләр хаҡында ниндәй һөйөнөслө хәбәр бар?

Марфа менән Мәрйәм терелтелгән Лазарҙы ҡаршы ала

Ғайса Иерусалим янындағы Вифания ауылына килгәндә, дуҫы Лазарҙың үлгәненә инде дүрт көн булған. Ғайса Лазарҙың туғандары — апалы-һеңлеле Марфа һәм Мәрйәм менән ҡәбер янына килгән. Тиҙҙән унда күп кеше йыйылған. Ғайсаның Лазарҙы терелткәнен күргәс, Марфа менән Мәрйәмдең ни ҡәҙәр ныҡ шатланғанын күҙ алдығыҙға килтерегеҙ. Яхъя 11:21—24, 38—44-те уҡығыҙ.

Марфа терелтеү хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе быға тиклем дә ишеткән булған. Ул Йәһүәнең үлгәндәрҙе ерҙә йәшәр өсөн яңынан ҡайтарасағын белгән. Әйүп 14:14, 15-теa уҡығыҙ.

2. Кеше үлгәс, уның менән нимә була?

Әҙәмдең барлыҡҡа килтерелеүе, һуңынан уның үлеме

Алла Әҙәмгә: «Саң-туҙан һин һәм яңынан саң буласаҡһың», — тигән (БАШЛАНМЫШ 3:19).

Кеше «ерҙәге тупраҡтан» яратылған (Башланмыш 2:7; 3:19). Кеше физик тәнгә эйә, уның эсендә үлемһеҙ йәне юҡ. Үлгәс кешенең бер ниндәй өлөшө лә йәшәүен дауам итә алмай. Кеше үлгәндә уның мейеһе лә үлә, уй-фекерҙәре лә юҡҡа сыға. Терелтелгәс, Лазарь үлгәндән һуң ниҙәр кисергәне хаҡында бер нәмә лә һөйләмәгән, сөнки үлгәндән һуң йәшәү юҡ. Зәбур 146:4b; Вәғәзсе 9:5, 6, 10-дыc уҡығыҙ.

Алла үлгәндәрҙе утта язалаймы? Изге Яҙма буйынса, үлгән кешеләр бер нимә лә һиҙмәй, тимәк, тамуҡ уты хаҡындағы тәғлимәт — ялған тәғлимәт, ул Аллаға яла яға. Кешеләрҙе тамуҡта яндырыу хаҡындағы уй ғына ла Алла өсөн ерәнгес! 1 Яхъя 4:8-ҙе уҡығыҙ.

«Кеше үлгәс, уның менән нимә була?» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.

3. Үлгәндәр беҙҙең менән һөйләшә аламы?

Үлгәндәр һөйләшә лә, ишетә лә алмай (Зәбур 115:17). Әммә яуыз фәрештәләр бар, улар үлгән кешенең тауышына оҡшатып, шул кеше булып, һөйләшә ала (2 Петр 2:4). Йәһүә үлгән кешеләр менән һөйләшергә маташыуҙы тыя (Ҡанун 18:10, 11). Галаттарға 5:20, 21-ҙе уҡығыҙ.

4. Кемдәр терелтеләсәк?

Бер ир ожмахта терелә һәм Алла хаҡында белем ала. Һуңынан ул үҙе терелтелгән кешеләрҙе өйрәтергә ярҙам итә.

Ҡәберҙә ятҡан миллионлаған кеше ерҙәге тормошҡа кире ҡайтасаҡ. Хатта Алланы белмәгән һәм насар эштәр ҡылған кешеләр ҙә терелтеләсәк. Зәбур 37:29d; Ғәмәлдәр 24:15-те уҡығыҙ.

Терелтелгән кешеләрҙең Алла хаҡында белергә һәм Ғайсаға буйһоноп үҙ иманын күрһәтергә мөмкинлеге буласаҡ (Асылыш 20:11—13). Терелтелгәндәрҙең яҡшылыҡ ҡылып йәшәгәндәре ерҙәге ожмахта мәңге йәшәйәсәк. Яхъя 5:28, 29-ҙы уҡығыҙ.

5. Терелтеү Йәһүә хаҡында нимәне асыҡлай?

Терелтеү Алланың үҙ Улы Ғайсаны беҙҙең хаҡҡа үлһен өсөн ергә ебәргәненә күрә генә мөмкин. Алланың кешеләрҙе терелтергә теләүе уның бөйөк яратыуын һәм йомарт игелеген күрһәтә. Үлгән кешеләр йәшәүгә ҡайтҡас, иң беренсе сиратта һеҙ кемде күрергә теләр инегеҙ? Яхъя 3:16; Римдарға 6:23-тө уҡығыҙ.

Күберәк мәғлүмәт алыр өсөн, «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?» тигән китаптың 6-сы, 7-се һәм 10-сы бүлектәрен ҡарағыҙ.

a Әйүп 14:14, 15: «Кеше, үлһә, яңынан йәшәрме? Ҡоллоғомдоң бөтә көндәрендә азат ителгәнсе көтөрмөн. Һин саҡырырһың, һәм мин яуап бирермен. Һин ҡулдарыңдың емешен юҡһынырһың».

b Зәбур 146:4: «Рухы сыҡҡас, кеше кире тупраҡҡа ҡайта. Шул уҡ көндө уның уй-фекерҙәре юҡҡа сыға».

c Вәғәзсе 9:5, 6, 10: «Тереләр үләсәген белә, ә үлеләр бер нәмә лә белмәй. Уларҙың алырлыҡ әжере юҡ инде, сөнки улар хаҡындағы иҫтәлектәр юйылып бөткән. Уларҙың инде мөхәббәте лә, нәфрәте лә, көнсөллөгө лә юҡҡа сыҡҡан һәм ҡояш аҫтында башҡарылған бер ниндәй эшкә лә ҡатнашы юҡ. Ҡулыңдан килгәндең барыһын да тырышып эшлә, сөнки һин барасаҡ Ҡәберҙә эш тә, уй-ниәт тә, белем дә, аҡыллылыҡ та юҡ».

d Зәбур 37:29: «Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк».

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу