Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • fg 8 дәрес һорауҙар 1—5
  • Ни өсөн Алла яуызлыҡҡа һәм ғазаптарға юл ҡуя?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ни өсөн Алла яуызлыҡҡа һәм ғазаптарға юл ҡуя?
  • Алланан килгән һөйөнөслө хәбәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ни өсөн донъяла яуызлыҡ шул тиклем күп?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Ни өсөн донъяла яуызлыҡ һәм ҡайғы-хәсрәт күп?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Алла кешеләр өсөн нимә эшләргә теләй?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Ни өсөн Алла ғазаптарҙы рөхсәт иткән?
    Алла беҙҙең хаҡта ҡайғырта
Алланан килгән һөйөнөслө хәбәр
fg 8 дәрес һорауҙар 1—5

8-СЕ ДӘРЕС

Ни өсөн Алла яуызлыҡҡа һәм ғазаптарға юл ҡуя?

1. Яуызлыҡ нисек барлыҡҡа килгән?

1. Әҙәм тыйылған емешкә ҡарай; 2. Төрлө хакимдар; 3. Һуғыш күренештәре

Кешеләрҙең үҙ проблемаларын хәл итә алмауы ап-асыҡ күренһен өсөн Алла ваҡыт биргән

Яуызлыҡ ерҙә Иблис беренсе ялғанды әйткәндә яралған. Иблис камил рухи зат итеп, яҡшылыҡ менән яманлыҡты айыра белеү һәләте менән барлыҡҡа килтерелгән булған, әммә хәҡиҡәттән тайпылған (Яхъя 8:44). Ул, Алла ғына табыныуға хоҡуҡлы икәнен белһә лә, башҡаларҙың Аллаға түгел, ә үҙенә табыныуын теләгән. Иблис беренсе ҡатынды — Һауаны, алдап, Аллаға түгел, ә үҙенә буйһонорға ҡотортҡан. Һауа менән бергә Әҙәм дә Аллаға ҡаршы сыҡҡан. Әҙәмдең ҡарары ғазаптарға һәм үлемгә килтергән. Башланмыш 3:1—6, 19-ҙы уҡығыҙ.

Һауаны Аллаға ҡаршы сығырға ҡотортҡанда, Иблис Алланың идара итеү хоҡуғын шик аҫтына ҡуйып, фетнә күтәргән. Кешеләрҙең күбеһе Иблистең фетнәһенә ҡушылған һәм Алланы Хаким булараҡ кире ҡаҡҡан. Шулай итеп Иблис «был донъяның хакимы» булып киткән. Яхъя 14:30; 1 Яхъя 5:19-ҙы уҡығыҙ.

2. Алла барлыҡҡа килтергән нәмәләрҙең берәй етешһеҙ яғы булғанмы?

Ҡайһы бер кешеләрҙең иҫәпләүенсә, Алла баштан уҡ яҡшылыҡты ла, яуызлыҡты ла барлыҡҡа килтергән. Имеш, ул үҙе булдырған заттарҙың (кешеләрҙең һәм фәрештәләрҙең) ғүмер юлын алдан уҡ билдәләп ҡуйған. Әммә Изге Яҙма буйынса Алланың бөтә ғәмәлдәре лә камил. Алла бар иткән кешеләр ҙә, фәрештәләр ҙә уға камил рәүештә тыңлаусан була алған (Ҡанун 32:4, 5). Алла беҙҙе ихтыяр ирке менән барлыҡҡа килтергән: яҡшылыҡ ҡылырғамы, әллә яманлыҡ ҡылырғамы — үҙебеҙ һайлайбыҙ. Был беҙгә Алланы яратыуыбыҙҙы күрһәтергә мөмкинлек бирә. Шуға ла тормошта нимә эшләйәсәгебеҙҙе Алла алдан уҡ билдәләмәй. Яҡуб 1:13—15; 1 Яхъя 5:3-тө уҡығыҙ.

3. Ни өсөн Алла яуызлыҡты һаман да бөтөрмәй?

Йәһүә үҙенең хакимлығына ҡаршы фетнә күтәргәндәргә күҙ йоммай, ул уларға билдәле ваҡыт биргән. Ни өсөн? Шулай итеп ул кешеләрҙең Аллаһыҙ идара итер өсөн һалған бер ниндәй тырышлығы ла уңышҡа килтермәйәсәген күрһәтергә теләгән (Вәғәзсе 7:29; 8:9). Һәм быны беҙ тарихтан күреп торабыҙ. Һуғыштарҙы, енәйәтселекте, ғәҙелһеҙлекте һәм сирҙәрҙе бер ниндәй хакимлыҡ та бөтөрә алмаған. Иремия 10:23a; Римдарға 9:17-не уҡығыҙ.

Кешеләрҙең идараһынан айырмалы рәүештә, Алланың хакимлығы тик бәхет кенә килтерә (Ишағыя 48:17, 18). Тиҙҙән Йәһүә кешеләрҙең бөтә хакимлыҡтарын юҡ итәсәк. Ерҙә Алланы үҙ Хакимы итеп һайлаған кешеләр генә йәшәйәсәк (Ишағыя 11:9). Асылыш 11:15-те уҡығыҙ.

«Ни өсөн Алла ғазаптарға юл ҡуя?» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.

4. Алла сабырлыҡ күрһәткәнгә, кешеләрҙең ниндәй мөмкинлеге бар?

Шайтандың әйтеүенсә, кешеләр үҙенә файҙа алыр өсөн генә Йәһүәгә хеҙмәт итә. Уның ялғансы икәнен иҫбатларға теләйһегеҙме? Был һеҙҙең көсөгөҙҙән килә! Алланың сабырлыҡ һаҡлауы барыбыҙға ла Алла яғындамы, әллә кешеләр яғындамы тороуыбыҙҙы күрһәтергә мөмкинлек бирә. Һайлауыбыҙ йәшәү рәүешебеҙҙән күренә. 2 Петр 3:9; Асылыш 12:10-ды уҡығыҙ.

5. Алланы нисек үҙ Хакимыбыҙ итеп һайларға?

Кешеләр Изге Яҙманы өйрәнә

Ҡарарҙарыбыҙ Алланы үҙ Хакимыбыҙ итеп ҡабул итәбеҙме, юҡмы икәнен күрһәтә

Аллаға Изге Яҙмала яҙылғанса табынһаҡ, Хакимыбыҙ итеп уны һайлауыбыҙҙы күрһәтәбеҙ (Яхъя 4:23). Сәйәсәттән һәм һуғыштарҙан ситтә тороп, беҙ Иблистең хакимлығын кире ҡағабыҙ. Яхъя 17:14-те уҡығыҙ.

Иблис, әхлаҡһыҙ, зыянлы нәмәләрҙе яҡшы итеп күрһәтер өсөн, бар көсөн һала. Беҙ шундай эштәрҙе кире ҡаҡһаҡ, ҡайһы бер дуҫтарыбыҙ һәм туғандарыбыҙ беҙҙән көлөргә йә хатта Изге Яҙманы өйрәнеүебеҙгә ҡаршы килергә мөмкин (1 Петр 4:3, 4). Әммә һәр беребеҙгә һайлау яһарға кәрәк. Йәһүәне яратҡан кешеләр менән аралашырбыҙмы? Аҡыллы һәм яратыуҙан сығып бирелгән ҡанундарҙы үтәрбеҙме? Шулай эш итһәк, беҙ Иблистең, ҡыйынлыҡтар булғанда бер кеше лә Аллаға тоғро ҡалмаясаҡ, тигән һүҙҙәренең ялған икәнен раҫларбыҙ. 1 Коринфтарға 6:9, 10; 15:33-тө уҡығыҙ.

Алланың яратыуы яуызлыҡ һәм ғазаптар мотлаҡ бөтәсәк икәненә дәлил булып тора. Алла тәҡдим иткән юлдың иң яҡшы юл икәненә инанғандар ерҙә ожмахта мәңге йәшәйәсәк. Яхъя 3:16-ны уҡығыҙ.

Күберәк мәғлүмәт алыр өсөн, «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?» тигән китаптың 11-се бүлеген ҡарағыҙ.

a Иремия 10:23: «Эй Йәһүә, мин яҡшы беләм: кеше үҙ юлы менән идара итә алмай. Барыусы хатта үҙ аҙымдарына ла йүнәлеш бирә алмай».

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу