Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ia 12 бүлек 99—107 бб.
  • Ул Аллаһында йыуаныс тапҡан

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ул Аллаһында йыуаныс тапҡан
  • Имандарын өлгө итеп алығыҙ
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Көтөлмәгән ваҡиғалар
  • Рух төшөнкөлөгөнә һәм ҡурҡыуға бирелгән
  • «Етәр!»
  • Йәһүә үҙ пәйғәмбәре хаҡында ҡайғырта
  • Йәһүә үҙ пәйғәмбәрен йыуата һәм нығыта
  • Яңғыҙлыҡ хисе һәм ҡурҡыу
    Балаларығыҙҙы өйрәтегеҙ
  • Ул уяу булған һәм көткән
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
  • Йәһүә Ильясҡа көс өҫтәй
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Ул ахырға тиклем сыҙам булып ҡалған
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
Башҡаларын асырға
Имандарын өлгө итеп алығыҙ
ia 12 бүлек 99—107 бб.
Ильяс пәйғәмбәр

УН ИКЕНСЕ БҮЛЕК

Ул Аллаһында йыуаныс тапҡан

1, 2. Ильяс өсөн мөһим көндә ниндәй ваҡиғалар була?

ИЛЬЯС Йәзрәилгә табан йүгереп китеп бара. Күк йөҙө ҡуйы ҡара болоттар менән ҡапланған, ҡойоп ямғыр яуа. Алда Ильясты оҙон юл көтә. Ләкин уның өҫтөндә «Йәһүәнең ҡулы» булғанға, ул, инде йәш булмаһа ла, арыу-талыу тоймай йүгерә. Уның бер ҡасан да үҙен шундай көслө итеп тойғаны юҡ ине әле. Ильяс хатта Ахаб батшаның иң яҡшы аттар егелгән арбаһын уҙып китә! (1 Батшалар 18:46-ны уҡы.)

2 Уға әле байтаҡ ҡына ара үтергә кәрәк. Күҙ алдыңа килтер: ямғыр тамсылары битенә сәпәләгәнгә, Ильяс күҙҙәрен йомғолап ала. Пәйғәмбәр көн дауамында булған ваҡиғалар тураһында уйлай-уйлай йүгереп бара. Уның Аллаһы Йәһүә еңеп сыҡты, һәм хаҡ ғибәҙәт данланды. Ышыҡһыҙ асыҡ Кармил тауы инде күҙҙән юғалып бара. Тап шунда Йәһүә ялған табыныуҙы тар-мар итте лә: Бағалдың 450 пәйғәмбәренең ялғанын фашланы һәм уларға ғәҙел яза бирҙе. Шунан һуң Ильяс, доға ҡылып, Йәһүәнән өс йыл ярымға һуҙылған ҡоролоҡто бөтөрөүен һораны. Шул саҡта ямғыр яуа башланы! (1 Бат. 18:18—45)

3, 4. а) Йәзрәилгә юл тотҡанда, Ильяс, бәлки, нимәгә өмөт иткәндер? б) Беҙ ниндәй һорауҙар ҡарап сығырбыҙ?

3 Ильяс ямғыр аҫтында Йәзрәилгә тиклем 30 саҡрым араны йүгереп үтә. Кармил тауында булған ваҡиғаларҙан һуң ул, хәҙер барыһы үҙгәрер, тип өмөт итәлер, моғайын. Ахабҡа үҙгәрергә тура киләсәк! Ул бит бөтөнөһөн үҙ күҙҙәре менән күрҙе, шуға күрә уға Бағалға табыныуҙы кире ҡағыуҙан башҡа сара ҡалмай. Ул шулай уҡ Изәбәлде батшабикә дәрәжәһенән төшөрөргә һәм Йәһүә хеҙмәтселәрен эҙәрләүҙән туҡтарға тейеш.

Ильяс ямғыр аҫтында йүгерә һәм Ахаб батшаны уҙып китә

«Ильяс. . . Йәзрәилгә тиклем Ахаб алдынан йүгереп бара»

4 Барыһы ла ыңғай яҡҡа үҙгәргәндә, ғәҙәттә беҙ ҡанатланып китәбеҙ. Бәлки, беҙ, иң насар көндәр ҡурҡыныс төш булып артта ҡалды һәм, ниһайәт, тормошобоҙ яйға һалыныр, тип уйлайбыҙҙыр. Ильяс шулай уйлаған булһа, был ғәжәп түгел, сөнки ул «беҙҙең кеүек үк кеше булған» (Яҡ. 5:17). Ләкин ысынбарлыҡта Ильястың ауырлыҡтары башланған ғына. Ни бары бер нисә генә сәғәттән һуң Ильяс шул хәтлем ҡурҡыуға төшә һәм төшөнкөлөккә бирелә, хатта үҙенә үлем һорай башлай. Ни өсөн? Йәһүә нисек үҙ пәйғәмбәренең иманын яңынан нығытыр һәм уға ҡыйыулыҡ өҫтәр? Әйҙә, быны беләйек.

Көтөлмәгән ваҡиғалар

5. Кармил тауында булған ваҡиғаларҙан һуң Ахаб Йәһүәне хөрмәт итергә өйрәнгәнме, һәм беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ?

5 Ахаб үҙенең Йәзрәилдәге һарайына ҡайта. Был яуыз батша үҙгәргәнме? «Унан һуң Ахаб Изәбәлгә Ильястың ҡылған эштәрен һәм уның бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе ҡылыстан үткәргәнен һөйләп бирҙе», — тип әйтелә 1 Батшалар 19:1-ҙә. Иғтибар ит, көн дауамында булған ваҡиғалар тураһында һөйләгәндә, Ахаб Ильястың Аллаһын — Йәһүәне бөтөнләй телгә алмай. Ул булған хәлдәргә рухи ҡараш менән түгел, ә кеше ҡарашы менән ҡарай һәм, мөғжизәләр Ильяс тарафынан эшләнгән, тип иҫәпләй. Эйе, Ахаб Йәһүә Алланы хөрмәт итергә өйрәнмәгән. Ә уның яуыз, үс алыусан ҡатыны нимә эшләр?

6. Изәбәл Ильясҡа ниндәй хәбәр ебәрә, һәм уның һүҙҙәре нимә аңлата?

6 Ярһыған Изәбәл Ильясҡа бындай хәбәр ебәрә: «Һин бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе үлтергәндәй, мин дә иртәгә ошо ваҡытта һинең йәнеңде алмаһам, өҫтөмә илаһтар ҡарғышы төшһөн!» (1 Бат. 19:2) Был ҡоро һүҙ генә булмаған. Асылда, Изәбәл, Бағал пәйғәмбәрҙәре өсөн үс алып Ильясты иртәгәһе көндө үк үлтермәһәм, үҙем үләсәкмен, тип ант итә. Күҙ алдыңа килтер: төн, ҡойоп ямғыр яуа; Ильяс үҙенең ябай ғына йортонда йоҡлап ята. Шунда Изәбәлдең хәбәрсеһе килеп уны уята ла ҡот осҡос хәбәр еткерә. Ундай һүҙҙәрҙән һуң Ильяс үҙен нисек тоя?

Рух төшөнкөлөгөнә һәм ҡурҡыуға бирелгән

7. Изәбәлдең янауын ишеткәс, Ильяс нимә хис итә һәм нимә эшләй?

7 Ильяс, Бағалға табыныу менән көрәш тамамланды, тип уйлаған булһа, хәҙер уның өмөттәре селпәрәмә килгәндер. Һуңғы ваҡиғаларға ҡарамаҫтан, Изәбәл шундай уҡ яуыз булып ҡалған. Уның бойороғо буйынса, Йәһүәнең күп пәйғәмбәрҙәре инде үлтерелгән, хәҙер Ильясҡа үҙенә лә сират килеп етте тип тойолғандыр. Ул үҙен нисек хис иткән? Изге Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, ул «ҡурҡыуға төшкән». Ильяс үҙенең язалап үлтерелеүен күҙ алдына килтерә башлағанмы? Әгәр ул ундай ҡурҡыныс уйҙарға бирелгән булһа, уның ҡойолоп төшөүе һис тә ғәжәпләнерлек түгел. Нисек кенә булмаһын, Ильяс, «йәнен һаҡлап ҡалыр өсөн, ҡасып китә» (1 Бат. 18:4; 19:3).

Ҡыйыу булып ҡалырға теләһәк, ҡурҡыта алған уйҙарға аҡылыбыҙҙы солғап алырға рөхсәт итмәйек

8. а) Петер, Ильяс кеүек үк, ниндәй хистәргә бирелгән? б) Беҙ Ильяс менән Петерҙың миҫалынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

8 Алланың башҡа тоғро хеҙмәтселәре лә, Ильяс кеүек үк, ҡурҡыуға бирелгән булған. Күп быуаттар үткәс, илсе Петер ҙа шундай уҡ хәлгә эләгә. Мәҫәлән, Ғайса уны һыу өҫтөнән барырға саҡырғас, Петер, «елдең көслө булыуын тойоп», ҡурҡыуға төшә һәм бата башлай. (Матфей 14:30-ҙы уҡы.) Ильяс менән Петерҙың миҫалы беҙгә мөһим бер һабаҡ бирә: ҡыйыу булып ҡалырға теләһәк, ҡурҡыта алған уйҙарға аҡылыбыҙҙы солғап алырға рөхсәт итмәйек. Бөтә иғтибарыбыҙҙы өмөт һәм ҡөҙрәт Сығанағына туплайыҡ.

«Етәр!»

9. Ильястың ҡайҙарҙа йөрөгәнен һәм ниндәй хистәр кисергәнен һөйләп бир.

9 Ҡурҡыуҙан Ильяс көньяҡ-көнбайышҡа табан, Йәһүҙәнең көньяғында урынлашҡан Бәғәр-Шәвә ҡалаһына ҡаса. Ул 150 саҡрым тирәһе ара үтә! Хеҙмәтсеһен шунда ҡалдырып, Ильяс бер үҙе генә сүлгә китә. Изге Яҙмаларҙа яҙылғанса, ул «бер көнлөк юл» үтә. Шунлыҡтан уға, таң һарыһынан тороп, ашарына ла алмайынса сығып китергә тура килә, күрәһең. Бойоҡҡан, ҡурҡыуҙан йәнен ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгән Ильяс ҡыҙҙырған ҡояш аҫтында ташлы һәм соҡорло ерҙәр аша бара. Байып барған ҡояштан күк йөҙөнә ҡыҙыллыҡ яғылғанда, уның артабан атларлыҡ хәле ҡалмай. Йонсоған пәйғәмбәр, был сүллектә берҙән-бер ышыҡ урын табып, ҡыуаҡлы ағас аҫтына ултыра (1 Бат. 19:4).

10, 11. а) Ильяс нимә хаҡында доға ҡыла һәм ни өсөн? б) Килтерелгән шиғырҙарҙы ҡулланып, Алланың төшөнкөлөккә бирелгән башҡа хеҙмәтселәренең хистәрен тасуирлап бир.

10 Өмөтһөҙлөккә бирелгән Ильяс, үҙенә үлем һорап, Аллаға доға ҡыла. Ул былай ти: «Мин ата-бабаларымдан яҡшыраҡ түгел». Ул үлгән ата-бабаларының, тупраҡҡа әйләнеп, инде бер ниндәй яҡшы эш ҡыла алмауҙарын белә (Вәғ. 9:10). Ильяс та үҙен шундай итеп хис итә. Шуға күрә уның: «Етәр!» — тип әйтеүен аңлап була. Ниңә артабан йәшәргә?

11 Алла хеҙмәтсеһенең төшөнкөлөккә бирелеүе беҙҙе ғәжәпләндерергә тейешме? Юҡ. Изге Яҙмаларҙа тасуирланған күп кенә ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ҡайһы саҡта шул тиклем бойоҡҡан булған, хатта үҙенә үлем һораған. Рабиға, Яҡуп, Муса һәм Әйүп — шуларҙың ҡайһы берҙәре генә (Баш. 25:22; 37:35; Һан. 11:13—15; Әйүп 14:13).

12. Һин төшөнкөлөккә бирелгән саҡтарыңда Ильястан нисек үрнәк ала алаһың?

12 Беҙ «ауыр ваҡыттарҙа» йәшәйбеҙ, шунлыҡтан күп кешенең, шул иҫәптән Алла хеҙмәтселәренең дә төшөнкөлөккә бирелеүе һис тә ғәжәп түгел (2 Тим. 3:1). Һин дә шундай хистәр кисерһәң, Ильястың үрнәгенә эйәреп, Аллаға доға ҡыл һәм уға күңелеңде бушат. Иҫтә тот: Йәһүә — «һәр яҡлап йыуатыусы Алла». (2 Коринфтарға 1:3, 4-те уҡы.) Ул Ильясты йыуатҡанмы?

Йәһүә үҙ пәйғәмбәре хаҡында ҡайғырта

13, 14. а) Фәрештәһе аша Йәһүә үҙенең борсолған пәйғәмбәре хаҡында нисек ҡайғырта? б) Ни өсөн Йәһүәнең һәр беребеҙ хаҡында барыһын, шул иҫәптән көстәребеҙҙең сикле булыуын белеүе беҙҙе йыуата?

13 Һинеңсә, Ильяс сүлдә ағас аҫтында үҙенә үлем һорап ятҡанда, Йәһүә яратҡан пәйғәмбәрен күреп нимә хис иткән? Был хаҡта фараздар ҡылып ултырыуҙың кәрәге юҡ. Ильяс йоҡоға талғас, Йәһүә уның янына фәрештәһен ебәрә. Фәрештә, Ильясҡа йомшаҡ ҡына ҡағылып, уны уята ла: «Тор, ашап ал», — ти. Фәрештә уға ябай ғына ризыҡ — йылы икмәк менән һыу бирә. Бәлки, Ильяс фәрештәгә хатта рәхмәт тә әйтмәгәндер. Изге Яҙмаларҙа, пәйғәмбәр ашап-эсте лә тағы йоҡларға ятты, тип кенә әйтелә. Бәлки, ныҡ бойоҡҡанға, уның һөйләшерлек тә хәле булмағандыр. Һәр хәлдә фәрештә, күрәһең, таң атҡанда Ильясты йәнә уята. Ул уға ҡабат: «Тор, ашап ал», — ти һәм: «Юғиһә оҙон юлда хәлең бөтөр», — тип өҫтәй (1 Бат. 19:5—7).

14 Алла үҙ фәрештәһенә Ильястың ҡайҙа барасағын алдан әйткән булған. Фәрештә шулай уҡ был байтаҡ араны үтер өсөн күп көс кәрәк буласағын да белгән. Йәһүә теләктәребеҙҙе һәм мөмкинлектәребеҙҙең сикле булыуын үҙебеҙҙән дә яҡшыраҡ белә. Шундай Аллаға хеҙмәт итеүебеҙҙе белеү бик йыуата! (Зәбур 103:13, 14-те уҡы.) Артабан Ильяс менән нимә булған?

15, 16. а) Йәһүә биргән ризыҡ ярҙамында Ильяс нимә эшләй алған? б) Ни өсөн беҙ Йәһүәгә үҙ хеҙмәтселәрен нығытып торғаны өсөн рәхмәтле булырға тейеш?

15 «Ильяс торҙо ла ашап-эсеп алды. Ошо ризыҡты ашап, көс туплағас, ул, Хоребҡа — Алланың тауына барып еткәнсе, 40 көн һәм 40 төн барҙы», — тип әйтелә 1 Батшалар 19:8-ҙә. Алты быуат самаһы элегерәк йәшәгән Муса һәм ун быуат тирәһе һуңыраҡ йәшәгән Ғайса кеүек, Ильяс та ашамайынса 40 көн һәм 40 төн үткәрә (Сығ. 34:28; Лука 4:1, 2). Фәрештә биргән ризыҡ уның бөтә ауырлыҡтарын хәл итмәгән, ләкин мөғжизәле рәүештә уны нығытҡан. Күҙ алдыңа килтер: оло йәштәге кеше юлһыҙ сүл буйлап аяҡтарын көскә һөйрәп бара. Көндәр, аҙналар уҙа. Шулай итеп ай ярым тирәһе ваҡыт үтә!

16 Бөгөн дә Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен нығыта. Ләкин ул быны мөғжизәле рәүештә бирелгән физик ризыҡ менән түгел, ә күпкә мөһимерәк рухи аҙыҡ ярҙамында эшләй (Мат. 4:4). Изге Яҙмаларҙан һәм уға нигеҙләнгән баҫмаларҙан алынған Алла тураһындағы белем беҙгә рухи көс өҫтәй. Ундай яҡшы рухи аҙыҡ менән туҡланыу, бөтә ауырлыҡтарыбыҙҙы хәл итмәһә лә, үҙ көсөбөҙ менән генә кисереп сыға алмағанды кисереп сығырға ярҙам итә. Өҫтәүенә, бының ярҙамында беҙ «мәңгелек тормошҡа» эйә була алабыҙ (Яхъя 17:3).

17. Ильяс ҡайҙа бара, һәм ни өсөн ул урынды тарихи урын тип атап була?

17 Ильяс, 320 саҡрым юл үтеп, Хореб тауына килеп етә. Был тарихи урын, сөнки тап ошо тауҙа күп йылдар элек Йәһүә үҙ фәрештәһе аша янып торған ҡыуаҡтан Муса менән һөйләшә, ә һуңыраҡ ошо уҡ урында Израиль менән Ҡанун килешеүен төҙөй. Бында, мәмерйәлә, Ильяс үҙенә ышыҡ урын таба.

Йәһүә үҙ пәйғәмбәрен йыуата һәм нығыта

18, 19. а) Йәһүәнең фәрештәһе Ильясҡа ниндәй һорау бирә, һәм Ильяс нимә тип яуаплай? б) Үҙенең бойоғоуын аңлатып, Ильяс ниндәй өс сәбәп килтерә?

18 Хореб тауында Йәһүә Ильясҡа, күрәһең, фәрештәһе аша өндәшеп: «Ильяс, һин бында нимә эшләйһең?» — тип һорай. Был һүҙҙәрҙе фәрештә йомшаҡ тауыш менән әйткәндер, сөнки һорауҙы ишетеү менән пәйғәмбәр күңелен бушата башлай. Ильяс Йәһүәгә үҙ хистәрен һөйләп бирә. Ул былай ти: «Мин Ғәскәрҙәр Эйәһе Йәһүә Аллаға ҙур ашҡыныу менән хеҙмәт иттем. Израиль улдары килешеүеңде боҙҙолар, ҡорбан килтереү урындарыңды емерҙеләр, ә пәйғәмбәрҙәреңде ҡылыстан үткәрҙеләр. Мин бер үҙем генә ҡалдым. Әммә хәҙер минең йәнемде лә алырға йыйыналар» (1 Бат. 19:9, 10). Был һүҙҙәрҙән Ильястың кәм тигәндә өс сәбәп арҡаһында бойоҡҡанын күрәбеҙ.

19 Беренсенән, Ильяс, хеҙмәтем юҡҡа булды, тип уйлаған. Йылдар буйына «ҙур ашҡыныу менән» хеҙмәт итеп, Алланың изге исемен һәм уға ғибәҙәт ҡылыуҙы беренсе урынға ҡуйып йәшәһә лә, Ильяс хәлдең насарая ғына барыуын күргән. Иманһыҙ израилдәр һаман да фетнәсел булып ҡалған, һәм ялған табыныу тарала ғына барған. Икенсенән, Ильяс үҙен яңғыҙ итеп тойған. «Мин бер үҙем генә ҡалдым», — тигән ул. Күрәһең, Ильяс үҙенән башҡа Йәһүәгә хеҙмәт иткән кешеләр бүтән ҡалмаған тип иҫәпләгән. Өсөнсөнән, ул ҡурҡҡан. Алланың күп кенә пәйғәмбәрҙәре инде үлтерелгән булған, һәм Ильяс, тиҙҙән мине лә үлтерәсәктәр, тип уйлаған. Ильясҡа хистәрен һөйләп биреү еңел булмағандыр, әммә ул, ғорурланып йә оялып тормайынса, Аллаға күңелендәген асып һалған. Бының менән Ильяс Йәһүәнең бөтә тоғро хеҙмәтселәренә яҡшы үрнәк ҡалдырған (Зәб. 62:8).

20, 21. а) Хореб тауындағы мәмерйә ауыҙы янында торғанда, Ильяс нимәләр күрә? б) Йәһүә, үҙ ҡөҙрәтен күрһәтеп, Ильясты нимәгә өйрәтә?

20 Йәһүә нисек Ильястың ҡурҡыуҙарын һәм борсолоуҙарын алып ташлаған? Фәрештә Ильясҡа мәмерйә ауыҙы янында торорға ҡуша. Ильяс, нимә булырын белмәһә лә, ҡушҡанды үтәй. Ҡапыл тауҙар һәм ҡаяларҙы емергән ифрат көслө ел күтәрелә! Был ел ҡолаҡ тонорлоҡ геүләү тауышы сығарған, күрәһең. Күҙ алдыңа килтер: Ильяс, күҙҙәрен ҡаплап, ярһыу елдән йолҡҡоланған ябай ҡыл кейемен тотоп ҡалырға маташа. Шунан көслө ер тетрәү башлана: Ильяс, ерҙең һелкенеүен һиҙеп, йығылмаҫ өсөн аяҡтарында нығыраҡ баҫып торорға тырыша. Ильяс әле аңына килеп өлгөрмәй, кинәт дөрләп янған ут сыға, уның ҡыҙыулығынан Ильяс мәмерйә эсенә ҡаса (1 Бат. 19:11, 12).

Ильяс мәмерйәгә инеү урыны янында тора һәм ҡулдары менән уттан ышыҡланырға тырыша

Йәһүә, үҙенең ҡурҡыу-хөрмәт уятҡан ҡөҙрәтен ҡулланып, Ильясты йыуата һәм нығыта

21 Изге Яҙмаларҙа, Йәһүә был тетрәндергес тәбиғәт көстәренең береһендә лә юҡ ине, тип әйтелә. Ул, «болоттарға атланып барған» һәм ямғырҙар килтергән Бағал кеүек, тәбиғәт көстәрен кәүҙәләндергән илаһ түгел. Ильяс быны яҡшы белгән. Йәһүә — тәбиғәттәге ҡурҡыу-хөрмәт уятҡан бөтә көстәрҙең Сығанағы, һәм ул үҙе барлыҡҡа килтергән бар нәмәнән күпкә көслөрәк. Хатта күктәр ҙә уны һыйҙыра алмай! (1 Бат. 8:27) Быларҙың барыһы Ильясҡа нисек тәьҫир иткән? Уның ҡурҡып ҡасҡанын хәтерләйһеңме? Йәһүә — сикһеҙ ҡөҙрәтле Алла — Ильяс яҡлы булған. Улайһа, Ильяс Ахаб менән Изәбәлдән ҡурҡырға тейеш булғанмы? (Зәбур 118:6-ны уҡы.)

22. а) Алла Ильясты ҡәҙерләгәнен нисек күрһәтә? б) «Тыныс, аҡрын тауыш», бәлки, кемдеке булғандыр? (Төшөрмәне ҡара.)

22 Ялҡынлы уттан һуң тынлыҡ урынлаша, һәм Ильяс «тыныс, аҡрын тауыш» ишетә. Был тауыш Ильясты яңынан күңелен бушатырға саҡыра, һәм пәйғәмбәр йәнә бер ҡат хистәрен һөйләп бирәa. Шул саҡ, моғайын, Ильясҡа еңелерәк булып киткәндер. Әммә шунан һуң «тыныс, аҡрын тауыш» әйткән һүҙҙәр уны һис шикһеҙ тағы ла нығыраҡ йыуата. Йәһүә Ильясты үҙенең ҡәҙерле хеҙмәтсеһе тип һанауына ышандыра. Нисек итеп? Алла үҙ пәйғәмбәренә Израилдәге Бағалға табыныу менән артабан ниндәй көрәш алып барыласағын асыҡлай. Әлбиттә, Ильястың хеҙмәте юҡҡа булмаған, сөнки Алла ялған табыныуға ҡаршы һуғышын дауам итергә ниәтләй. Йәһүә шулай уҡ, Ильясҡа өҫтәмә күрһәтмәләр биреп, уны артабан да үҙ пәйғәмбәре итеп ҡулланырға йыйыныуын белдерә (1 Бат. 19:12—17).

23. Йәһүә нисек Ильясҡа яңғыҙлыҡ тойғоһон еңергә ярҙам итә?

23 Ә нисек Йәһүә Ильясҡа яңғыҙлыҡ тойғоһон еңергә ярҙам итә? Беренсенән, ул Ильясҡа Илишаны үҙенең урынына пәйғәмбәр итеп майларға ҡуша. Был йәш кеше оҙаҡ йылдар буйына Ильястың хеҙмәттәше һәм ярҙамсыһы булырға тейеш була. Ильяс өсөн был, һис шикһеҙ, ҙур йыуаныс булғандыр! Икенсенән, Йәһүә Ильясҡа бындай рухландырғыс хәбәр еткерә: «Минең Израилдә Бағал алдында теҙ сүкмәгән һәм ирендәре менән уны үпмәгән 7 000 кешем бар әле» (1 Бат. 19:18). Эйе, Ильяс бер үҙе генә булмаған. Бағалға табыныуҙан баш тартҡан меңләгән тоғро кеше тураһында ишетеү уның күңелен йылытып ебәргәндер. Ильяс, шомло ваҡыттарҙа хеҙмәтен дауам итеп һәм Йәһүәгә ҡаҡшамаҫ тоғролоҡ һаҡлап, шул тоғро кешеләргә яҡшы өлгө күрһәткән. Алла фәрештәһенең «тыныс, аҡрын тауыш» менән әйткән һүҙҙәре Ильясҡа бик ныҡ тәьҫир иткәндер.

«Тыныс, аҡрын тауыш» кеүек, Изге Яҙмалар беҙгә етәкселек бирә

24, 25. а) Беҙ бөгөн Йәһүәнең «тыныс, аҡрын тауышын» нисек ишетә алабыҙ? б) Ни өсөн Йәһүәнең мөғжизәләре Ильясты йыуатҡан тип әйтеп була?

24 Беҙ ҙә, Ильяс кеүек, тәбиғәт көстәренең ҡеүәтен күреп таң ҡалабыҙ, һәм был шулай булырға тейеш тә. Барлыҡҡа килтерелгән нәмәләрҙә Барлыҡҡа Килтереүсенең ҡөҙрәте асыҡ күренеп тора (Рим. 1:20). Йәһүә бөгөн дә үҙенең сикһеҙ көсөн тоғро хеҙмәтселәренә ярҙам итер өсөн ҡулланырға ярата (2 Йыл. 16:9). Әммә беҙҙең менән һөйләшер өсөн ул күбеһенсә үҙенең Һүҙен — Изге Яҙмаларҙы ҡуллана. (Ишағыя 30:21-ҙе уҡы.) Изге Яҙмалар ниндәйҙер мәғәнәлә «тыныс, аҡрын тауышҡа» оҡшаш. Әгәр унда яҙылғандарға ҡолаҡ һалһаҡ, Йәһүә беҙҙе төҙәтә, дәртләндерә һәм үҙенең яратыуына ышандыра алыр.

25 Йәһүәнең Хореб тауында ҡылған мөғжизәләре Ильясҡа нисек тәьҫир иткән? Һис шикһеҙ, улар уны йыуатҡандыр! Тиҙҙән ул ҡабат Аллаға ҡыйыулыҡ менән хеҙмәт итә башлаған һәм халыҡты ялған табыныуҙы кире ҡағырға өндәгән. Әгәр беҙ ҙә йыуанысты Изге Яҙмаларҙан эҙләһәк, Ильястың иманын өлгө итеп ала алырбыҙ (Рим. 15:4).

a 1 Батшалар 19:9-ҙа Йәһүәнең һүҙен еткергән бер фәрештә иҫкә алына. «Тыныс, аҡрын тауыш», бәлки, шул фәрештәнең тауышы булғандыр ҙа. 15-се шиғырҙа был фәрештә «Йәһүә» тип кенә атала. Был израилдәрҙе сүлдә йөрөткән фәрештәне хәтерләтә. Уның тураһында Алла: «Ул минең исемемдән эш итә», — тип әйткән (Сығ. 23:21). Әлбиттә, беҙ бөтә был осраҡтарҙа бер үк фәрештә тураһында һүҙ бара тип теүәл әйтә алмайбыҙ, ләкин шуныһы иғтибарға лайыҡ: Ғайса Мәсих, ергә килгәнсе, «Һүҙ» булып хеҙмәт иткән, йәғни Йәһүәнең хеҙмәтселәренә уның хәбәрҙәрен еткереп торған (Яхъя 1:1).

УЙЛАНЫР ӨСӨН ҺОРАУҘАР

  • Ниндәй ваҡиғалар арҡаһында Ильяс бик ныҡ бойоҡҡан?

  • Нимә арҡаһында Ильяс тағы ла нығыраҡ рух төшөнкөлөгөнә бирелгән?

  • Йәһүә Ильясты нисек йыуатҡан?

  • Һин төшөнкөлөккә бирелгән саҡтарыңда Ильястан нисек үрнәк ала алаһың?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу