Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ia 23 бүлек 196—204 бб.
  • Ул Остазынан кисерергә өйрәнгән

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ул Остазынан кисерергә өйрәнгән
  • Имандарын өлгө итеп алығыҙ
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Уға күп нәмәгә өйрәнергә кәрәк булған
  • Ғайса Петерҙы күп тапҡыр кисергән
  • Петерҙың иң етди хатаһы
  • Петер кисереүгә лайыҡ булғанмы?
  • Петер үҙенең кисерелгәненә тағы ла инанған
  • Ул һынауҙарҙа тоғро булған
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
  • Ул ҡурҡыу һәм шиктәр менән көрәшкән
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
  • Петр кеүек, Аллаға хеҙмәт итеүҙә бирешмәгеҙ!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • Петрҙың хаттарынан мөһим һабаҡтар
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
Башҡаларын асырға
Имандарын өлгө итеп алығыҙ
ia 23 бүлек 196—204 бб.
Илсе Петер

ЕГЕРМЕ ӨСӨНСӨ БҮЛЕК

Ул Остазынан кисерергә өйрәнгән

1. Петерҙың тормошоноң иң ҡараңғы осоро ниндәй булған?

ПЕТЕР был ҡот осҡос төндө бер ҡасан да онотмаҫ. Уның күҙҙәре Ғайсаның ҡарашы менән осраша. Петер Ғайсаның ҡарашында берәй рәнйеү йә шелтә күрәме? Беҙ белмәйбеҙ. Инжилдә, «Раббы Ғайса боролоп Петрға ҡараған», — тип кенә әйтелә (Лука 22:61). Бер генә ҡараш. Ләкин Петер хатаһының ни тиклем етди булыуын аңлай. Ғайса нисек алдан әйткән булһа, шулай килеп сыға. Петер яратҡан Остазынан ваз кисә. Ә бит яңы ғына ул, мин бер ҡасан да һине ташламам, тип маҡтанған ине. Быларҙың барыһы арҡаһында Петер терһәген тешләргә әҙер. Былай ҙа ҡараңғы төн тағы ла ҡараңғыланған төҫлө тойола.

2. Петерға ниндәй һабаҡ алырға кәрәк, һәм был беҙгә нисек ҡағыла?

2 Шулай ҙа Петерҙың хәле өмөтһөҙ булмаған. Ул ғәжәп иманлы кеше булған һәм хаталарын төҙәтә алған. Ғайса, мөһим һабаҡ биреп, Петерҙы кисерергә өйрәтәсәк. Беҙгә лә кисерергә өйрәнергә кәрәк. Шуға күрә, әйҙә, Петерҙың ошо һабаҡты нисек үҙләштергәнен беләйек.

Уға күп нәмәгә өйрәнергә кәрәк булған

3, 4. а) Петер Ғайсанан нимә тураһында һораған, һәм ул үҙе был хаҡта нимә уйлаған? б) Ғайса Петерҙың фекер йөрөтөүенә башҡаларҙың ҡараштары тәьҫир иткәнен нисек күрһәткән?

3 Бынан ярты йыл самаһы элек Петер үҙенең тыуған ҡалаһы Капернаумда Ғайсанан: «Хужам, туғанымды, әгәр ул миңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, нисә тапҡыр кисерергә тейешмен? Етегә тиклемме?» — тип һорай. Ул көндәрҙәге дин әһелдәре, өс тапҡыр ғына кисерергә кәрәк, тип өйрәткән. Бәлки, шуғалыр ҙа Петер үҙен йомарт кеше тип һанаған. Әммә Ғайса: «Юҡ, етегә тиклем түгел, ә етмеш тапҡыр етегә тиклем», — тип яуап бирә (Мат. 18:21, 22).

4 Ғайсаның, Петерға үҙенә ҡаршы гонаһ ҡылыусының хаталарын һанап барырға кәрәк, тип әйткеһе килгәнме? Әлбиттә, юҡ. 7 тапҡыр түгел, ә 77 тапҡыр кисерергә кәрәк тиеп, Ғайса шуны әйтергә теләгән: кешене кисереүҙә бер ниндәй ҙә сиктәр юҡ (1 Кор. 13:4, 5). Ғайса Петерҙың фекер йөрөтөүенә ҡаты күңелле, шәфҡәтһеҙ кешеләр тәьҫир иткәнен күрһәткән. Был кешеләр башҡаларҙың гонаһтарын, бурыстар китабына яҙған шикелле, иҫәпләп барған. Уларҙан айырмалы булараҡ, Алланан үрнәк алып йәшәргә теләүселәр башҡаларҙы ҡат-ҡат ихластан кисерергә әҙер. (1 Яхъя 1:7—9-ҙы уҡы.)

5. Кисереүҙең ысынында нимә икәнен беҙ ҡасан аңлай башлайбыҙ?

5 Петер Ғайса менән бәхәсләшеп тормаған. Әммә ул фәһем алғанмы? Йыш ҡына беҙ үҙебеҙ башҡа кешенең кисереүенә мохтаж булғанда ғына кисереүҙең ысынында нимә икәнен аңлай башлайбыҙ. Шуға күрә, әйҙә, Ғайсаның үлеменә тиклем булған ваҡиғаларға иғтибар итәйек. Шул ауыр сәғәттәр дауамында Петер ҡабат-ҡабат Хужаһын борсолдорған.

Ғайса Петерҙы күп тапҡыр кисергән

6. Ғайса илселәрен баҫалҡылыҡҡа өйрәткәндә, Петер нимә эшләй, һәм Ғайса үҙен нисек тота?

6 Ғайсаның ерҙәге тормошоноң һуңғы төнө. Уға әле үҙ илселәрен күп нәмәгә, мәҫәлән, баҫалҡылыҡҡа өйрәтергә кәрәк. Кис көнө Ғайса, уларҙың аяҡтарын йыуып, үрнәк күрһәтә. Был эште, ғәҙәттә, ҡолдар башҡара торған булған. Башта Петер Ғайсаның ни өсөн быны эшләүен аңламай. Аҙаҡ ул, һин бер ҡасан да минең аяҡтарымды йыуырға тейеш түгел, тип Ғайсаға ҡаршы сыға. Һуңынан ул Ғайсанан аяҡтарын ғына түгел, ә ҡулдарын да, башын да йыуҙыртырға теләй! Ғайса, түҙемлек юғалтмайынса, үҙ эшенең мөһимлеген һәм мәғәнәһен тыныс ҡына аңлатып бирә (Яхъя 13:1—17).

7, 8. а) Петер Ғайсаның сабырлығын нисек һынай? б) Ғайса үҙенең миһырбанлы һәм кисерергә әҙер булыуын нисек күрһәтә?

7 Күп тә үтмәй, Петер Ғайсаның сабырлығын тағы ла һынай. Ғорурлыҡ күрһәтеп, шәкерттәр, арабыҙҙа кем иң бөйөк булып иҫәпләнергә тейеш, тип бәхәсләшергә тотона. Петер ҙа ситтә ҡалмай. Ғайса уларҙы йомшаҡ ҡына төҙәтә, хатта уларҙың яҡшы яҡтарына иғтибар итеп, үҙенә тоғро булыуҙары өсөн маҡтай. Шулай ҙа ул, бөтәгеҙ ҙә мине ташлап китәсәкһегеҙ, тип пәйғәмбәрлек итә. Петер иһә, маһайып, Ғайса менән бергә үлергә тура килһә лә, унан ваз кисмәйәсәкмен, тип әйтә. Ғайса уға: «Бөгөн төндә әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», — ти. Шулай итеп, Петер Ғайсаға ҡаршы төшөүҙән тыш, бөтә илселәрҙән иң тоғроһо булып ҡаласаҡ тип маҡтана! (Мат. 26:31—35; Марк 14:27—31; Лука 22:24—28; Яхъя 13:36—38)

8 Ғайса түҙемлеген юғалтҡанмы? Юҡ. Ошо ауыр ваҡытта ла ул камил булмаған илселәрендә яҡшы сифаттарҙы эҙләргә дауам итә. Ул, Петерҙың үҙенән ваз кисәсәген белһә лә: «Мин, һин иманыңды юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һәм һин, Миңә кире ҡайтҡас, имандаштарыңды ла нығыт», — ти (Лука 22:32). Был һүҙҙәрҙе әйтеп, Ғайса Петерҙың тәүбә итәсәгенә һәм Аллаға тоғро хеҙмәтен дауам итәсәгенә ышанысын белдерә. Эйе, Ғайса кисерергә әҙер булған һәм миһырбанлыҡ күрһәткән!

9, 10. а) Ғайса Петерҙы Гәтсимән баҡсаһында нисек төҙәтә? б) Петерҙың хаталары нимәне иҫебеҙгә төшөрә?

9 Һуңыраҡ Гәтсимән баҡсаһында Ғайсаға Петерҙы тағы бер нисә тапҡыр төҙәтергә тура килә. Ғайса унан, шулай уҡ Яҡуп менән Яхъянан, уяу булыуҙарын үтенә, ә үҙе доға ҡылырға китә. Ғайсаның ошо көсөргәнешле хис-тойғолар кисергән ваҡытында, башҡаларҙың ярҙамына мохтаж сағында, Петер менән башҡа илселәр бер нисә мәртәбә йоҡлап китә. Ғайса уларҙың хәлен аңлай һәм уларҙы кисерә. Шуға күрә ул: «Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!» — тип кенә әйтә (Марк 14:32—41).

10 Тиҙҙән ҡылыстар, суҡмарҙар һәм факелдар тотоп, бер төркөм халыҡ күренә. Ул ваҡытта һаҡ һәм аҡыл менән эш иткәндә яҡшыраҡ булыр ине. Ә Петер уйлап та тормай, ҡылысын сығара ла, баш руханиҙың хеҙмәтсеһе Малхусҡа һелтәнеп, ҡолағын сабып өҙә. Ғайса тыныс ҡына Петерҙы төҙәтә һәм хеҙмәтсенең ҡолағын һауыҡтыра. Шунда ул бер мөһим принципты аңлата: уның шәкерттәре көс ҡулланмаҫҡа тейеш. Ысын мәсихселәр бөгөн дә был принцип буйынса йәшәй (Мат. 26:47—55; Лука 22:47—51; Яхъя 18:10, 11). Остаз инде бер нисә тапҡыр Петерҙы кисергән, һәм был беҙгә йыш хаталаныуыбыҙҙы иҫебеҙгә төшөрә. (Яҡуб 3:2-не уҡы.) Һәр беребеҙ көн һайын да Алланың кисереүенә мохтаж. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Петер шул төндө тағы ла насарыраҡ бер хата эшләйәсәк.

Петерҙың иң етди хатаһы

11, 12. а) Ғайса ҡулға алынғас, Петер үҙенең ҡыйыу булыуын нисек күрһәтә? б) Петерҙың эштәрендә нимә сағылмаған?

11 Ғайса халыҡ төркөмөнөң уны ҡулға алырға килеүен белә, шуға күрә шәкерттәрен ебәрһендәр тип әйтә. Петер, бер нисек тә ярҙам итә алмауын аңлап, Ғайсаны бәйләгәндәрен ҡарап тора. Күп тә үтмәй, Петер ҙа, башҡа илселәр ҙә ҡасып китә.

12 Ғайсаны, һорау алыр өсөн, элекке баш рухани Һаннастың өйөнә алып китәләр. Петер менән Яхъя, «арттараҡ ҡалып», Ғайсаға эйәреп бара (Мат. 26:58; Яхъя 18:12, 13). Эйе, Петер ҡурҡаҡтарҙан булмаған. Ҡоралланған халыҡ төркөмө артынан барыу, әлбиттә, батырлыҡ талап иткән. Бынан тыш, Петер уларҙың береһен яралағайны бит инде. Алдараҡ Петер, маҡтанып, Ғайса менән бергә үлергә лә әҙер булыуы хаҡында белдергән. Әммә хәҙер Петерҙың эштәрендә ундай тоғро мөхәббәт бер ҙә сағылмай (Марк 14:31).

13. Мәсих артынан эйәрер өсөн, нимә эшләү мотлаҡ?

13 Бөгөн күптәр, Петер кеүек үк, Мәсих артынан «арттараҡ ҡалып», йәғни башҡаларға күренмәҫлек итеп эйәрә. Әммә Петер һуңыраҡ үҙенең хатында яҙғанса, беҙгә, Мәсих артынан эйәрер өсөн, бар эштәрҙә лә унан мөмкин тиклем өлгө алып йәшәргә кәрәк, ә был ҡайһы саҡта эҙәрләүгә лә килтерергә мөмкин. (1 Петр 2:21-ҙе уҡы.)

14. Петер Ғайса хөкөм ителгән төндә нимә эшләй?

14 Петер, Ғайса артынан барып, ипләп кенә Иерусалимдағы мөһабәт йорттарҙың береһенә яҡынлаша. Был йорттоң хужаһы — бай һәм абруйлы Кәйәфәс исемле баш рухани. Ғәҙәттә, ундай йорттарҙың ихаталары стена менән уратып алынған булған. Петер ҡапҡа янына килеп етә, әммә уны индермәйҙәр. Яхъя иһә, баш руханиҙың танышы булараҡ, инде эстә була. Ул, ҡапҡа һаҡлаусы ҡыҙ менән һөйләшеп, Петерҙы эскә алып инә. Петер, күрәһең, Яхъя менән дә ҡалмай, Хужаһын яҡлар өсөн өйгә инергә лә баҙнат итмәй. Ул, ихатала ҡалып, ошо һыуыҡ төндә ҡолдар һәм хеҙмәтселәр менән бергә усаҡ янында йылынып ултыра. Бынан Петер Ғайсаға ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылыр өсөн килеп-китеп йөрөгән кешеләрҙе күҙәтә (Марк 14:54—57; Яхъя 18:15, 16, 18).

15, 16. Петерҙың өс тапҡыр ваз кисеүе тураһындағы пәйғәмбәрлек нисек үтәлә?

15 Петерҙы ихатаға индергән хеҙмәтсе ҡыҙ усаҡ яҡтыһында уның йөҙөн яҡшыраҡ күрә ала. Ул, Петерҙы танып: «Һин дә бит галилеялы Ғайса менән булдың», — тип ғәйеп ташлай. Көтмәгәндә шундай һүҙҙәр ишетеп, Петер, нимә тураһында һүҙ барыуын аңламайым, тип Остазынан ваз кисә. Бер кемгә лә күренмәҫкә тырышып, ул ҡапҡа янына барып тора. Әммә унда ла икенсе бер хеҙмәтсе ҡыҙ: «Бына был да назаралы Ғайса менән булды», — ти. Петер: «Мин Ул Кешене белмәйем!» — тип ант итә (Мат. 26:69—72; Марк 14:66—68). Күрәһең, шул саҡ әтәс беренсе тапҡыр ҡысҡырып ебәрә. Ләкин ул ваҡытта ҡаушап ҡалған Петер Ғайсаның бер нисә сәғәт кенә элек әйткән пәйғәмбәрлеген һис тә иҫенә төшөрмәй.

16 Петер һаман да күҙҙән юғалырға маташа, әммә юҡҡа ғына. Уның янына бер төркөм кеше килә. Улар араһында Петер яралаған Малхус исемле хеҙмәтсенең туғаны ла була. Ул Петерҙан: «Мин һине ул Кеше менән бергә баҡсала күрҙем түгелме һуң?» — тип һорай. Петер иһә, мин һеҙ һөйләгән ул кешене белмәйем, тип, хатта уларҙы ышандырыр өсөн ләғнәт уҡый һәм ант итә башлай. Шулай итеп Петер өсөнсө тапҡыр ваз кисә. Ул һүҙҙәрен әйтеп тә өлгөрмәй, әтәс икенсе тапҡыр ҡысҡыра (Яхъя 18:26, 27; Марк 14:71, 72).

Ғайса балкондан Петерға ҡарай

«Раббы Ғайса боролоп Петрға ҡараған»

17, 18. а) Петер Остазынан ваз кискәнен аңлағас, нимә хис итә? б) Петер нимә тураһында уйлағандыр?

17 Тап ошо ваҡытта ихатаға сыҡҡан балконда Ғайса күренә. Бүлектең башында әйтеп кителгәнсә, уның күҙҙәре Петерҙың күҙҙәре менән осраша. Шунда Петер Остазына хыянат иткәнен аңлай. Ғазаплы тәрән ҡайғыға төшкән Петер баш руханиҙың ихатаһынан урам яҡҡа сығып китә. Моңһоу тынлыҡта, ай нурҙарына сорналған урамдар буйлап китеп барғанда, Петерҙың күҙҙәрен йәш томалай. Бүтән түҙә алмайынса, ул үкһеп-үкһеп иларға тотона (Марк 14:72; Лука 22:61, 62).

18 Бындай хәлгә эләккән кеше бик еңел генә, гонаһым ауыр булғанға, кисереүгә лайыҡ түгелмен, тигән һөҙөмтәгә килергә мөмкин. Петер ҙа, бәлки, шулай уйлағандыр. Әммә уның гонаһы кисерелмәҫлек булғанмы?

Петер кисереүгә лайыҡ булғанмы?

19. Петер хата ҡылғандан һуң нимә кисерә, шулай ҙа өмөтһөҙлөккә бирелмәгәне нимәнән күренә?

19 Петерҙың иртәгәһенә кисергән йән ғазабының тәрәнлеген хатта күҙ алдыбыҙға ла килтереүе ауыр. Ғайсаның сәғәттәр буйы ғазапланып үлгәнен белгәс, ни тиклем Петер үҙен ғәйепләгәндер! Шик тә юҡ, Петерҙың йөрәге өҙөлөп һыҙлаған: ул бит Остазының ерҙә йәшәүенең һуңғы көнөндә унан ваз кисте! Әммә нисек кенә ауыр булмаһын, ул өмөтһөҙлөккә бирелмәй. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Инжилдән күренеүенсә, күп тә үтмәҫтән, ул яңынан ҡәрҙәштәре менән бергә йыйыла (Лука 24:33). Һис шикһеҙ, бөтә илселәр ул ҡараңғы төндә ҡылған эштәренә үкенгән һәм хәҙер бер-береһен йыуата алған.

20. Петерҙың эш итеүенән беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ?

20 Эйе, шулай итеп Петер бик аҡыллы ҡарар ҡабул итә. Әгәр ҙә Алла хеҙмәтсеһе хата яһаһа, хатаның етдилеге түгел, ә кешенең үҙгәрергә ни хәтлем тәүәккәл булыуы мөһим. (Ғибрәтле һүҙҙәр 24:16-ны уҡы.) Күңел төшөнкөлөгөнә ҡарамаҫтан, ҡәрҙәштәр менән бергә йыйылып, Петер ысын иманын күрһәтә. Кешене көйөнөс йә үкенеү яфалаһа, йыш ҡына уның, үҙ-үҙенә бикләнеп, башҡаларҙан ситләшергә теләк тыуырға мөмкин, әммә был бик ҡурҡыныс (Ғиб. һүҙ. 18:1). Иң аҡыллы юл — имандаштарыбыҙ янында булып, рухи яҡтан нығыныу (Евр. 10:24, 25).

21. Ҡәрҙәштәре менән бергә булғанда, Петер ниндәй яңылыҡты ишетә?

21 Башҡа илселәр менән булғанда, Петер шаҡ ҡатырлыҡ хәбәр ишетә: Ғайсаның кәүҙәһе мәмерйәнән юҡҡа сыҡҡан! Петер менән Яхъя шунда уҡ ауыҙы ҙур таш менән ҡапланған мәмерйә янына йүгерә. Яхъя, күрәһең, йәшерәк булғанға, беренсе булып килеп етә. Мәмерйәнең ауыҙы асыҡ, ләкин ул инергә икеләнеп тора. Ә Петер, шәп йүгереүҙән тыны бөтһә лә, туҡтап та тормай мәмерйәгә инеп китә. Ҡәбер буш! (Яхъя 20:3—9)

22. Ни өсөн Петерҙың бошоноуы ла, бар шиктәре лә юҡҡа сыға?

22 Петер Ғайсаның терелеүенә шунда уҡ ышанғанмы? Юҡ. Тоғро ҡатын-ҡыҙҙар, үҙҙәренә фәрештәләр күренеп, Ғайсаның терелеүе тураһында хәбәр итте тип һөйләгән. Петер шунан һуң да шикләнә (Лука 23:55—24:11). Ләкин көн аҙағына Петерҙың бошоноуы ла, бар шиктәре лә юҡҡа сыға. Ғайса тере, һәм хәҙер инде ҡеүәтле рухи зат! Ул бөтә илселәренә лә күренә. Әммә тәүҙә ул Петерға күренә. Илселәр ул көндө: «Раббы, ысынлап та, үленән терелеп торған һәм Симонға күренгән», — тиҙәр (Лука 24:34). Һуңыраҡ, Паул да был турала: «[Ғайса] тәүҙә Кифаға, аҙаҡ ун ике шәкертенә күренде», — тип яҙған (1 Кор. 15:5). Симон һәм Кифа — Петерҙың башҡа исемдәре. Күрәһең, шул көндө Ғайса Петерға ул бер үҙе генә булғанда күренә.

Остаз инде бер нисә тапҡыр Петерҙы кисергән, әммә кемебеҙ көн һайын Алланың кисереүенә мохтаж түгел?

23. Ни өсөн етди гонаһ ҡылған мәсихселәр Петерҙың миҫалын онотмаҫҡа тейеш?

23 Инжилдә Ғайса менән Петерҙың осрашыуының ентеклелектәре килтерелмәй. Әммә үҙенең яратҡан Остазын күргәс, Петерҙың күңеле ниндәй генә тойғолар менән тулышмағандыр. Әлбиттә, ул ҡылған хаталарына үкенеүен һәм тәүбә итеүен белдерә. Барыһынан да бигерәк Петер кисереүгә мохтаж. Беҙ Ғайсаның уны тулыһынса кисереүенә бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Бөгөн етди гонаһ ҡылған мәсихселәр Петерҙың миҫалын онотмаҫҡа тейеш. Алла беҙҙе бер ҡасан да кисермәҫ, тип уйлау дөрөҫ түгел. Ғайса Атаһының сифаттарын камил рәүештә сағылдыра, ә ул «ихластан кисерә» (Ишағ. 55:7).

Петер үҙенең кисерелгәненә тағы ла инанған

24, 25. а) Петер Галилея диңгеҙендә төндә нимә эшләй? б) Ғайсаның иртән ҡылған мөғжизәһен күргәс, Петер үҙен нисек тота?

24 Ғайса илселәрен Галилеяға ебәрә. Унда улар ҡабат осрашырға тейеш. Барып еткәс, Петер һәм шәкерттәрҙең ҡайһы берҙәре Галилея диңгеҙенә балыҡ тоторға килә. Петерҙың ғүмеренең күп өлөшө ошонда үтте. Бында уға барыһы ла таныш: кәмәләрҙең шығырлауы һәм тулҡындарҙың сапылдауы, ҡулдарында шырт йәтмәләрҙе тотоуҙары... Ул төндә улар бер нәмә лә тота алмай (Мат. 26:32; Яхъя 21:1—3).

Петер яр буйлап Ғайсаға ҡаршы йүгерә

Петер кәмәнән һыуға һикерә лә ярға табан йөҙөп китә

25 Ләкин таң атҡанда ярҙа баҫып тороусы кемдер берәү уларға ҡысҡырып, ауҙы кәмәнең икенсе яғына һалырға кәңәш итте. Улар шулай эшләнеләр ҙә, һәм ау балыҡ менән тулды. Унда 153 балыҡ эләккәйне! Шунда Петер уларға өндәшеүсене танып ҡалды. Ул кәмәнән һикерҙе лә ярға табан йөҙөп китте. Ә ярҙа Ғайса үҙенең тоғро дуҫтарына ҡуҙ өҫтөндә ашарға әҙерләп тә ҡуйған ине инде. Шунда ул Петерға айырым иғтибар күрһәтә (Яхъя 21:4—14).

26, 27. а) Ғайса Петерға нимәне белдерергә өс мөмкинлек бирә? б) Ғайса Петерҙы тулыһынса кисергәнен нисек күрһәтә?

26 Ғайса, күрәһең, шәкерттәре әле генә тотҡан балыҡтарға күрһәтеп, Петерҙан: «Һин мине быларға ҡарағанда нығыраҡ яратаһыңмы?» — тип һорай. Петер балыҡ тоторға яратҡан. Әммә был яратыу Ғайсаны яратыуҙан көслөрәк булырмы? Алдараҡ Петер Хужаһынан өс тапҡыр ваз кискән, һәм хәҙер башҡалар алдында Ғайса илсеһенә үҙенең яратыуын өс тапҡыр белдерергә мөмкинлек бирә. Аҙаҡ ул Петерға үҙ яратыуын нисек күрһәтергә кәрәклеген аңлата: изге хеҙмәтте барыһынан да бигерәк ҡәҙерләргә, Ғайсаның бәрәстәрен, йәғни уның тоғро хеҙмәтселәрен туҡландырырға, шулай уҡ уларҙы нығытырға һәм көтөргә кәрәк (Яхъя 21:15—17, ЯДТ).

27 Шулай итеп Ғайса Петерҙы уның әле күп файҙа килтерәсәгенә ышандыра: киләсәктә Петер Ғайсаның етәкселеге аҫтында мәсихсе йыйылышта мөһим роль уйнаясаҡ. Шик тә юҡ, Ғайса үҙенең илсеһен тулыһынса кисергән! Әлбиттә, Петер ундай яратыу өсөн бик рәхмәтле булған һәм үҙ хатаһынан фәһем алған.

28. Петер нисек үҙ исеменең мәғәнәһе буйынса йәшәгән?

28 Был ваҡиғаларҙан һуң Петер күп йылдар буйына Аллаға тоғро хеҙмәт итә. Үлер алдынан Ғайса уға имандаштарын нығытырға ҡуша (Лука 22:32). Петер шулай эшләй ҙә. Ул Ғайсаның шәкерттәре хаҡында наҙлы итеп ҡайғырта һәм сабырлыҡ менән уларҙы рухи яҡтан туҡландыра. Симон, үҙенә бирелгән исемдең есеменә тура килтереп, Петер, йәғни «ҡая» — мәсихсе йыйылышы өсөн ныҡлы һәм ышаныслы таяныс булып китә. Петерҙың Изге Яҙмаларҙың өлөшө булып киткән ике йылы хатын уҡып, беҙ быға инана алабыҙ. Был хаттар шулай уҡ кисереү менән бәйле һабаҡ Петерҙың күңелендә мәңгегә уйылып ҡалғанын күрһәтә. (1 Петр 3:8, 9; 4:8-ҙе уҡы.)

29. Беҙ Петерҙың иманынан һәм Мәсихтең шәфҡәтлелегенән нисек үрнәк ала алабыҙ?

29 Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә был һабаҡты үҙләштерәйек. Беҙ күп һанлы хаталарыбыҙ өсөн көн һайын Алланан ғәфү үтенәбеҙме? Уның беҙҙе кисереүенә ышанабыҙмы? Ә үҙебеҙ башҡаларҙы кисерәбеҙме? Шулай эшләп, беҙ Петерҙың иманын һәм уның Остазының шәфҡәтлелеген өлгө итеп аласаҡбыҙ.

УЙЛАНЫР ӨСӨН ҺОРАУҘАР

  • Петерҙың кисереүгә хаталы ҡарашта булыуы нимәнән күренә?

  • Ғайсаға Петерҙы нимә өсөн кисерергә тура килә?

  • Петерҙы кисергәнен Ғайса нисек күрһәтә?

  • Һин, Петерҙың иманын һәм Мәсихтең шәфҡәтлелеген өлгө итеп алыр өсөн, нимә эшләргә йыйынаһың?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу