3-СӨ БҮЛЕК
Рәхәб Йәһүәгә ышанған
Үҙебеҙҙе Иерихон ҡалаһында икән тип күҙ алдына килтерәйек. Был ҡала Ҡынаан ерендә урынлашҡан, унда кешеләр Йәһүәгә ышанмайҙар. Бында Рәхәб исемле ҡатын йәшәй.
Мусаның Ҡыҙыл диңгеҙ һыуҙарын айырып, исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡҡаны тураһында Рәхәб бала сағында уҡ ишеткән булған. Ул шулай уҡ Йәһүә исраилдарға дошмандарын еңергә ярҙам иткәне тураһында ла белгән. Хәҙер ул исраилдарҙың Иерихон эргәһендә торғаны хаҡында ишетә!
Рәхәб шымсыларҙы яҡлаған, сөнки Йәһүәгә ышанған
Бер кис ике исраиллы Иерихонға йәшерен генә ҡаланы күҙәтер өсөн керә. Улар Рәхәбтең өйөнә киләләр. Рәхәб уларҙы өйөндә туҡталырға саҡыра. Төндә Иерихондың батшаһы шымсылар ҡалаға инеп Рәхәбтең өйөнә килгәндәрен белеп ҡала. Шуға күрә батша уларҙы ҡулға алыр өсөн кешеләрҙе ебәрә. Рәхәб ике шымсыны өйөнөң яҫы түбәһендә йәшерә, ә батшаның кешеләренә: «Шымсылар бында булдылар, әммә ҡаланан сығып киттеләр инде. Әгәр хәҙер үк йүгерһәгеҙ, уларҙы тотоп өлгөрөрһөгөҙ!» — тип әйтә. Беләһеңме, ни өсөн Рәхәб шымсыларҙы яҡлай?— Сөнки ул Йәһүәгә ышана һәм уның Ҡынаан ерен исраилдарға бирәсәген белә.
Китер алдынан шымсылар Рәхәбкә вәғәҙә биреп китәләр. Улар уға, Иерихон емерелгәндә, ул үҙе лә, уның ғаиләһе лә иҫән ҡаласаҡ тип әйтәләр. Шымсылар Рәхәбкә нимә эшләргә ҡушҡанын беләһеңме?— Улар: «Был ҡыҙыл бауҙы ал да, тәҙрәңдән сығарып элеп ҡуй. Быны эшләһәң, өйөңдә булған һәр кеше иҫән ҡаласаҡ»,— тиҙәр. Рәхәб барыһын, шымсылар әйткәнсә, эшләй. Шунан һуң нимә булғанын беләһеңме?—
Йәһүә Рәхәбте һәм уның ғаиләһен ҡотҡарған
Бер нисә көн үткәс, исраилдар бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә ҡала сите буйлап урап сығалар. Һәм алты көн дауамында улар быны көнөнә бер тапҡыр эшләйҙәр. Әммә етенсе көндө улар ҡала ситен ете тапҡыр урап сығалар. Унан һуң улар ҡаты тауыш менән ҡысҡырып ебәрәләр. Һәм Йәһүә ҡала стеналарын емерә. Ләкин тәҙрәнән ҡыҙыл бау эленеп торған өй тороп ҡала! Һин уны рәсемдә күрәһеңме?— Рәхәб һәм уның ғаиләһе иҫән ҡала!
Һин Рәхәбтән нимәгә өйрәнә алаһың?— Рәхәб Йәһүәгә ышанған, сөнки уның тураһында иҫ киткес нәмәләр белгән. Һин дә Йәһүә тураһында күп иҫ киткес белемдәр алаһың. Һин, Рәхәб кеүек, Йәһүәгә ышанаһыңмы?— Беҙ быға бер ҙә шикләнмәйбеҙ!
ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘЫ АСЫП УҠЫ
Йошуа 2:1—24; 6:1—5, 14, 15, 20—25
Еврейҙарға 11:31