Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • yc 14 бүлек 30—31 бб.
  • Бөтә ер өҫтөнән идара итәсәк Батшалыҡ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Бөтә ер өҫтөнән идара итәсәк Батшалыҡ
  • Балаларығыҙҙы өйрәтегеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Алланың дуҫтары Ожмахта йәшәйәсәк
    Һин Алланың дуҫы була алаһың!
  • Кемдәр терелтеләсәк? Улар ҡайҙа йәшәйәсәк?
    Бөйөк Остаздан өйрән
  • «Ожмахта күрешербеҙ!»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
  • «Минең менән бергә ожмахта буласаҡһың»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
Башҡаларын асырға
Балаларығыҙҙы өйрәтегеҙ
yc 14 бүлек 30—31 бб.
Ғайса Мәсих ожмах ере өҫтөнән Батша булараҡ идара итә

14-СЕ БҮЛЕК

Бөтә ер өҫтөнән идара итәсәк Батшалыҡ

Нисек уйлайһың, ниндәй Батшалыҡ тураһында һүҙ бара?— Эйе, был Алла Батшалағы, һәм ул бөтә ер йөҙөндә ожмах урынлаштырасаҡ. Был Батшалыҡ тураһында күберәк белгең киләме?—

Һәр батшылыҡтың батшаһы була. Батша үҙенең ерендә йәшәгән кешеләр өҫтөнән идара итә. Алла Батшалығының Батшаһы кем икәнен беләһеңме?— Был Ғайса Мәсих. Ул күктә йәшәй. Тиҙҙән ул бөтә кешеләр өҫтөнән идара итәсәк! Нисек уйлайһың, Ғайса бөтә ер өҫтөнән Батша булғас, беҙ бәхетле булырбыҙмы?—

Һин ожмахта нимә күрергә теләйһең?

Беҙ бик бәхетле буласаҡбыҙ! Ожмахта кешеләр бер-береһе менән һуғышмаясаҡ. Кешеләр бер-береһен яратасаҡ. Берәү ҙә ауырымаясаҡ һәм үлмәйәсәк. Һуҡырҙар күрәсәк, һаңғырауҙар ишетәсәк, аҡһаҡтар йүгерә һәм һикерә аласаҡ. Һәр бер кешенең ризығы мул буласаҡ. Хайуандар бер-береһе менән һәм беҙҙең менән татыулыҡта йәшәйәсәк. Үлгән кешеләр терелтеләсәк. Был брошюранан һин белгән күп ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар шулай уҡ терелтеләсәк! Улар араһында Рабиға, Рәхәб, Дауыт һәм Ильяс. Һинең улар менән осрашҡың киләме?—

Йәһүә һине ярата һәм һинең бәхетле булыуыңды теләй. Әгәр һин артабан да Йәһүә тураһында белем алһаң һәм уға тыңлаусан булһаң, һин матур ожмахта мәңге йәшәйәсәкһең! Һин быны теләйһеңме?—

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘЫ АСЫП УҠЫ

  • Ишағия 2:4; 11:6—9; 25:8; 33:24; 35:5, 6

  • Яхъя 5: 28, 29; 17:3

ҺОРАУҘАР:

  • Алла Батшалығының Батшаһы кем?

  • Ғайса кем өҫтөнән идара итәсәк?

  • Ғайса ер өҫтөнән идара иткәндә, тормош ниндәй буласаҡ?

  • Әгәр һинең ожмахта мәңге йәшәгең килә икән, һин нимә эшләргә тейеш?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу