Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • hf 4 бүлек 12—14 бб.
  • Аҡсаны нисек тотонорға?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Аҡсаны нисек тотонорға?
  • Ғаилә бәхете нимәнән тора?
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • 1. БЮДЖЕТ ТӨҘӨГӨҘ
  • 2. АСЫҠТАН-АСЫҠ ҺӨЙЛӘШЕГЕҘ
  • Ысынлап та аҡса — бөтөн яуызлыҡтың башымы?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
Ғаилә бәхете нимәнән тора?
hf 4 бүлек 12—14 бб.
Ир менән ҡатын аҡсаны нисек тотонасаҡтарын ентекләп планлаштыра

4-СЕ БҮЛЕК

Аҡсаны нисек тотонорға?

«Кәңәшләшеп алғас, уй-ниәттәр тормошҡа аша» (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:18).

Ғаиләләребеҙҙе бар кәрәклеһе менән тәьмин итер өсөн барыбыҙға ла аҡса кәрәк (Ғибрәтле һүҙҙәр 30:8). Изге Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, «аҡса ла яҡлау бирә» (Вәғәзсе 7:12). Тормош иптәшегеҙ менән аҡса мәсьәләһе тураһында һөйләшеү ауыр булырға мөмкин, ләкин аҡсаға арағыҙҙы боҙорға юл ҡуймағыҙ (Эфестарға 4:32). Ир менән ҡатын бер-береһенә ышанып, аҡсаны нисек тотонорға икәнен бергә хәл итергә тейеш.

1. БЮДЖЕТ ТӨҘӨГӨҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Берегеҙ манара төҙөргә теләй, ти. Был эште башҡарып сығырға аҡсаһы етерме икәнен белер өсөн, әллә ул иң башта ултырып, сығымдарҙы иҫәпләп сығармаҫмы?» (Лука 14:28). Аҡсаны нисек тотонорға икәнлеген бергә планлаштырыу бик мөһим (Амос 3:3). Нимә һатып алырға кәрәклеген һәм быға күпме аҡса тотона алғанығыҙҙы ҡарап сығығыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 31:16). Аҡсаның булыуы берәй нәмәне мотлаҡ һатып алырға кәрәк тигәнде аңлатмай. Бурысҡа инмәҫкә тырышығыҙ. Аяҡты юрғанға ҡарап һуҙығыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 21:5; 22:7).

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Ай аҙағында аҡса ҡалһа, уның менән нимә эшләргә икәнен бергәләшеп хәл итегеҙ

  • Әгәр аҡса етмәй ҡалһа, сығымдарҙы нисек кәметеп булғаны хаҡында уйлағыҙ. Мәҫәлән, ярым фабрикат һатып алғансы, ризыҡты үҙегеҙ әҙерләй алаһығыҙ

Ир менән ҡатын аҡсаны нимәгә тотоноп булғаны хаҡында уйлана

2. АСЫҠТАН-АСЫҠ ҺӨЙЛӘШЕГЕҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Йәһүә ҡаршыһында ла, кешеләр алдында ла бөтә нәмә тураһында намыҫ менән ҡайғыртабыҙ» (2 Көринттәргә 8:21). Күпме аҡса алғанығыҙҙы һәм күпме сарыф иткәнегеҙҙе тормош иптәшегеҙҙән йәшермәгеҙ.

Аҡсаға ҡағылышлы етди ҡарарҙар ҡабул иткәндә, һәр ваҡыт тормош иптәшегеҙ менән кәңәшләшегеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:10). Аҡса мәсьәләһе тураһында асыҡ һөйләшеү ғаиләлә тыныслыҡ һаҡларға ярҙам итәсәк. Алған аҡсағыҙҙы үҙегеҙҙеке итеп түгел, ә уртаҡ аҡса итеп һанағыҙ (1 Тимутегә 5:8).

Ир менән ҡатын кәрәк-яраҡты исемлек буйынса һатып ала

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Һәр берегеҙ үҙ ҡарамағы буйынса күпме аҡса сарыф итә алғаны тураһында алдан һөйләшеп ҡуйығыҙ

  • Аҡса тураһында һөйләшер өсөн проблемаларҙың тыуғанын көтөргә кәрәкмәй

АҠСАҒА ҠАРАШЫҒЫҘ

Аҡса мөһим нәмә булһа ла, уға тормош иптәшегеҙ менән арағыҙҙы боҙорға һәм кәрәкмәгән борсолоуҙар тыуҙырырға юл ҡуймағыҙ (Маттай 6:25—34). Шатланып ғүмер итер өсөн күп аҡса кәрәкмәй. Изге Яҙмаларҙа: «Һәр төрлө ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ», — тип әйтелә (Лука 12:15). Никахығыҙ бик ҡәҙерле, уны аҡсаға һатып алып булған нәмәләр менән сағыштырып та булмай. Шуға күрә булғаны менән ҡәнәғәт булығыҙ һәм тормошта иң мөһиме — Алла менән мөнәсәбәттәр икәнен бер ҡасан да онотмағыҙ. Шул саҡта ғаиләгеҙ бәхетле буласаҡ һәм Йәһүәнең хуплауын аласаҡ (Еврейҙарға 13:5).

ҮҘЕГЕҘҘӘН ҺОРАҒЫҘ

  • Ғаиләбеҙгә бурысҡа инмәҫкә нимә ярҙам итә ала?

  • Ҡасан һуңғы тапҡыр тормош иптәшем менән аҡса тураһында асыҡ һөйләштем?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу