137-се йыр
Беҙгә ҡыйыулыҡ бир
Батшалыҡ менән исемең
Хаҡында вәғәзләйбеҙ.
Хурлыҡҡа төшөрөргә тип
Беҙгә ҡаршы киләләр.
Кешеләрҙән ҡурҡмаҫҡа,
Һиңә тыңлаусан булырға,
Беҙгә рухыңды бирсе, Алла,
Доғаны ишет, Йәһүә.
(ҠУШЫМТА)
Ҡыйыулыҡ бирсе хеҙмәттә
Ҡурҡыуҙы еңер өсөн,
Ышаныс та, батырлыҡ та,
Донъя ишетһен өсөн.
Инде яҡын Армагеддон,
Әммә ураҡ тамам түгел.
Ҡыйыулыҡ бирсе хеҙмәттә.
Үтенәбеҙ.
Ҡурҡыуға бирелһәк тә беҙ,
Онотмайһың: беҙ көсһөҙ.
Ышандырыуҙарың беҙгә,
Көс биреп, ярҙам итә.
Әммә тыныс йәшәргә
Бирмәйҙәр дошмандар беҙгә.
Хәҡиҡәт яғында торорға,
Ярҙам итсе бирешмәҫкә.
(ҠУШЫМТА)
Ҡыйыулыҡ бирсе хеҙмәттә
Ҡурҡыуҙы еңер өсөн,
Ышаныс та, батырлыҡ та,
Донъя ишетһен өсөн.
Инде яҡын Армагеддон,
Әммә ураҡ тамам түгел.
Ҡыйыулыҡ бирсе хеҙмәттә.
Үтенәбеҙ.
(1 Фес. 2:2; Евр. 10:35-те лә ҡара.)