141-се йыр
Тыныслыҡ һөйөүсе кешене эҙләгеҙ
Эҫелә оҙон юл үткән Ғайса,
Ишетһен тип бар кешеләр,
Йәһүә һүҙен таратҡан.
Ул бар ерҙәрҙә йөрөп эҙләгән,
Атаһының һарыҡтарын
Бик ныҡ яратҡан.
Өйҙән-өйгә вәғәзләргә
Беҙгә лә бит ҡушҡан Ғайса,
Бар ғазаптар юҡ була, тип һөйләргә.
(ҠУШЫМТА)
Һәр халыҡтан
Тыныслыҡ һөйөүсе кешене
Эҙләйбеҙ беҙ.
Ҡотолоу теләгән йөрәкте
Беҙ табырға
Бик теләйбеҙ.
Эҙләүебеҙҙе дауам итәбеҙ,
Бер кемде лә ваҡыт көтмәй.
Миллионлаған йөрәктәр,
Берһен булһа ла ҡотҡарыр өсөн,
Яратыу этәрә беҙҙе
ҡабат килергә.
Ҡалаларҙа, ауылдарҙа
Ҡыҙыҡһынғандар табыла.
Быны белеү дәртләндерә барырға.
(ҠУШЫМТА)
Һәр халыҡтан
Тыныслыҡ һөйөүсе кешене
Эҙләйбеҙ беҙ.
Ҡотолоу теләгән йөрәкте
Беҙ табырға
Бик теләйбеҙ.
(Ишағ. 52:7; Мат. 28:19, 20; Лука 8:1; Рим. 10:10-ды ла ҡара.)