Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 1 дәрес 8 б.
  • Алла күкте һәм ерҙе барлыҡҡа килтергән

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Алла күкте һәм ерҙе барлыҡҡа килтергән
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Бөтә нәмәне Барлыҡҡа килтереүсе
    Бөйөк Остаздан өйрән
  • Алланың фәрештәләре беҙгә ярҙам итә
    Бөйөк Остаздан өйрән
  • Хайуандар күккә китәме?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Фәрештәләр һеҙгә нисек ярҙам итә ала?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 1 дәрес 8 б.
Эден баҡсаһы

1-СЕ ДӘРЕС

Алла күкте һәм ерҙе барлыҡҡа килтергән

Йәһүә Алла — Барлыҡҡа килтереүсебеҙ. Ул барыһын да — күҙгә күренгәнде лә, күренмәгәнде лә барлыҡҡа килтергән. Башта ул күп-күп фәрештәләр булдырған. Фәрештәләр кем ул, беләһеңме? Улар — Алланың хеҙмәтселәре. Алланы күреп булмаған кеүек, фәрештәләрҙе лә күреп булмай. Иң беренсе фәрештә Алланың ярҙамсыһы булған. Йәһүә йондоҙҙарҙы, планеталарҙы һәм башҡа нәмәләрҙе барлыҡҡа килтергәндә, был фәрештә уның янында булған. Планеталарҙың береһе — Ер — беҙҙең йәмле йортобоҙ.

Йәһүә Ерҙе хайуандар һәм кешеләр өсөн әҙерләгән. Ул, Ерҙә йылы һәм яҡты булһын өсөн, Ҡояшты булдырған. Шулай уҡ тауҙарҙы, диңгеҙҙәрҙе һәм йылғаларҙы барлыҡҡа килтергән.

Аҙаҡ нимә булған? Йәһүә: «Үләндәр, сәскәләр һәм ағастар булдырам», — тигән. Һәм ерҙә төрлө йәшелсә-емеш, сәскәләр үҫә башлаған. Шунан һуң Йәһүә осоусы, йөҙөүсе, йүгереүсе, шыуышып йөрөүсе хайуандарҙы барлыҡҡа килтергән. Ул сысҡан һымаҡ кес кенә һәм фил һымаҡ ҙур йәнлектәрҙе булдырған. Ә һин ниндәй йәнлектәрҙе яратаһың?

Һуңынан Йәһүә беренсе фәрештәгә: «Әйҙә, кешене барлыҡҡа килтерәйек», — тигән. Кешеләр хайуандарҙан айырылып торорға тейеш булған. Йәһүә теләгәнсә, кешеләр яңы әйберҙәр уйлап сығара, һөйләшә, көлә, доға ҡыла белергә тейеш булған. Ул кешеләрҙең ер һәм хайуандар хаҡында ҡайғыртыуын теләгән. Беренсе кеше кем булған, беләһеңме? Әйҙә, уның менән танышайыҡ.

«Иң элек Алла күк менән ерҙе яратты» (Башланмыш 1:1)

Һорауҙар. Йәһүә Алла кем ул? Йәһүә нимәләрҙе барлыҡҡа килтергән?

Башланмыш 1:1—26; Ғибрәтле һүҙҙәр 8:30, 31; Иремия 10:12; Колосстарға 1:15—17.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу