Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 3 дәрес 14 б.—15 б. 3 абз.
  • Әҙәм менән Һауа Алланы тыңламаған

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Әҙәм менән Һауа Алланы тыңламаған
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Кем беҙҙән көслөрәк?
    Бөйөк Остаздан өйрән
  • Ожмахтағы тормош ниндәй булған?
    Алланы тыңла һәм мәңге йәшә
  • Ожмах юғалтыла
    Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
  • Кеше үлгәс, уның менән нимә була?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
Башҡаларын асырға
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 3 дәрес 14 б.—15 б. 3 абз.
Әҙәм менән Һауа Эден баҡсаһынан ҡыуып сығарыла

3-СӨ ДӘРЕС

Әҙәм менән Һауа Алланы тыңламаған

Әҙәм Һауа биргән тыйылған емеште тотоп тора

Бер ваҡыт, Һауа баҡсала бер үҙе генә йөрөгәндә, уға йылан өндәшә. Ул: «Алла һеҙгә бер ағастан да емеш ашамаҫҡа ҡушҡан, шул ысынмы?» — тип һорай. Һауа: «Беҙгә бөтә ағастан да емеш ашарға ярай. Тик бер генә ағастан ярамай. Уның емешен ашаһаҡ, үләбеҙ», — тип яуап бирә. «Юҡ, үлмәйһегеҙ, — ти йылан. — Киреһенсә, Алла кеүек буласаҡһығыҙ». Нисек уйлайһың, йылан дөрөҫөн әйткәнме? Юҡ, ул алдаған. Әммә Һауа йыланға ышанған. Емешкә ни тиклем оҙағыраҡ ҡараған һайын, Һауаның шул тиклем нығыраҡ уны өҙөп алғыһы килгән. Ул түҙмәгән һәм емеште өҙөп ашаған, Әҙәмгә лә биргән. Әҙәм, Алланы тыңламаһалар, үләсәктәрен белгән. Әммә ул барыбер емеште ашаған.

Әҙәм менән Һауа Эден баҡсаһынан ҡыуып сығарыла, фәрештәләр һәм әйләнеп торған утлы ҡылыс баҡсаға инеү урынын һаҡлап тора

Шул уҡ көндө Йәһүә Әҙәм менән Һауаға өндәшә. Ул, ни өсөн һеҙ мине тыңламанығыҙ, тип һорай. Һауа йыланды ғәйепләй, Әҙәм иһә Һауаны ғәйепләй. Тыңламағандары өсөн Йәһүә уларҙы баҡсанан ҡыуып сығара. Улар баҡсаға кире ҡайта алмаһын өсөн, ул инеү урынына фәрештәләр һәм әйләнеп торған утлы ҡылыс ҡуя.

Йәһүә, Һауаны алдаусыға ла яза бирәсәкмен, тип вәғәҙә иткән. Ысынында иһә Һауа менән йылан һөйләшмәгән. Йәһүә йыландарға һөйләшеү һәләте бирмәгән бит. Был яуыз фәрештә булған. Ул, Һауаны алдар өсөн, йылан һөйләшә кеүек итеп күрһәткән. Был фәрештә Шайтан Иблис тип атала башлаған. Кешеләрҙе бүтән алдамаһын һәм яуыз эштәргә ҡотортмаһын өсөн, Йәһүә киләсәктә Шайтанды юҡ итәсәк.

«[Иблис] баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм [уның] хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. ...Ул — ялғансы» (Яхъя 8:44)

Һорауҙар. Ни өсөн Һауа емеште ашаған? Алланы тыңламағас, Әҙәм һәм Һауа менән нимә булған? Шайтан Иблис кем ул?

Башланмыш 3:1—24; Яхъя 8:44; 1 Яхъя 3:8; Асылыш 12:9.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу