Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 6 дәрес 20 б.—21 б. 5 абз.
  • Туфанда һигеҙ кеше иҫән ҡала

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Туфанда һигеҙ кеше иҫән ҡала
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Нух кәмә төҙөй
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Донъяны яңынан һыу баҫырмы?
    Бөйөк Остаздан өйрән
  • Үткәндәрҙән ғибрәтле ваҡиғалар
    Һин Алланың дуҫы була алаһың!
  • Ул «Алла юлында йөрөгән»
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
Башҡаларын асырға
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 6 дәрес 20 б.—21 б. 5 абз.
Ямғыр ҡойоп яуа, карап һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөй

6-СЫ ДӘРЕС

Туфанда һигеҙ кеше иҫән ҡала

Нух, уның ғаиләһе һәм хайуандар караптан сыға

Нух, уның ғаиләһе һәм хайуандар кәмәгә инә. Йәһүә уларҙың артынан ишекте яба, һәм бер аҙҙан ямғыр яуа башлай. Һыу шул тиклем күп була, хатта кәмә күтәрелә һәм йөҙөп китә. Ахырҙа, бөтә ер һыу менән ҡаплана. Кәмәгә инмәгән кешеләр һәләк була. Әммә Нух ғаиләһе менән иҫән ҡала. Уларҙың Йәһүәне тыңлағанына нисек шатланғанын күҙ алдыңа ғына килтер!

Ямғыр 40 көн һәм 40 төн буйы яуа, шунан тыма. Һыу әкренләп кәмей башлай. Ахыр сиктә, кәмә тау башында туҡтай. Әммә һыу һаман да күп булғанға, Нух ғаиләһе әлегә кәмәнән сыға алмай.

Яйлап-яйлап ерҙе ҡаплаған һыу китә. Нух һәм уның ғаиләһе кәмәлә йылдан артыҡ ваҡыт үткәрә. Шунан Йәһүә уларға кәмәнән сығырға ҡуша. Сығыу менән улар яңы донъяға эләккән кеүек була! Ҡотҡарғаны өсөн Йәһүәгә улар бик рәхмәтле. Үҙ рәхмәттәрен белдерер өсөн, улар ҡорбан килтерә.

Йәйғор

Был ҡорбан Йәһүәгә бик оҡшай. Ул, донъяны Туфан һыуы менән башҡа бер ҡасан да юҡ итмәйәсәкмен, тип вәғәҙә бирә. Үҙ вәғәҙәһен дәлилләр өсөн, ул күктә беренсе йәйғор булдыра. Һинең ҡасан да булһа йәйғор күргәнең бармы?

Йәһүә шулай уҡ Нух ғаиләһенә балалар тыуҙырырға һәм ерҙе тултырырға тигән йөкләмә бирә.

«Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем шулай булған. Туфан күтәрелеп, бөтөнөһөн ағыҙып алып киткәнсе, [кешеләр] бер ни ҙә аңламаған» (Матфей 24:38, 39)

Һорауҙар. Йәһүә кәмәнең ишеген япҡас, нимә булған? Йәйғор нимәне иҫкә төшөрә?

Башланмыш 7:1—9:17.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу