Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 8 дәрес 26 б.—27 б. 1 абз.
  • Ибраһим менән Сара Алланы тыңлаған

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ибраһим менән Сара Алланы тыңлаған
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Йәһүә уны «дуҫым» тип атаған
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Һеҙ «нигеҙе ныҡлы ҡаланы» көтәһегеҙме?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Ибраһимдың иманы һынала
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Алла Ибраһим менән килешеү төҙөй
    Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
Башҡаларын асырға
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 8 дәрес 26 б.—27 б. 1 абз.
Ибраһим менән Сара Ур ҡалаһынан сығыр алдынан әйберҙәрен йыя

8-СЕ ДӘРЕС

Ибраһим менән Сара Алланы тыңлаған

Вавилонда́н алыҫ түгел Ур ҡалаһы урынлашҡан. Был ҡалала йәшәүселәр күп илаһтарға табына. Әммә унда Йәһүәгә генә хеҙмәт иткән бер кеше бар. Уның исеме — Ибраһи́м.

Йәһүә Ибраһимға́: «Өйөңдө, туғандарыңды ҡалдыр ҙа, мин күрһәткән ергә бар», — ти. Шунан Алла: «Һинән бөйөк халыҡ сығыр, һәм һинең хаҡыңа мин күп халыҡтарға күп яҡшылыҡ эшләрмен», — тип вәғәҙә итә.

Ибраһи́м ҡайҙа барасағын белмәһә лә, Аллаға ышана. Шуға күрә ул әйберҙәрен йыйып, ҡатыны Сара́, атаһы Тера́х һәм ҡустыһының улы Лут менән алыҫ юлға сыға.

Вәғәҙә иткән ергә килгәндә, Ибраһимға́ 75 йәш була. Был ер Ҡынаа́н тип атала. Унда Йәһүә Ибраһи́м менән һөйләшә һәм: «Һин күргән бөтә был ерҙе һинең балаларыңа бирермен», — тип вәғәҙә итә. Әммә Ибраһи́м менән Сара́ инде ҡарт, ә балалары һаман да юҡ. Йәһүә үҙ вәғәҙәһен нисек үтәр?

Ибраһим һәм уның ғаиләһе Ҡынаанға табан юл тота

«Ибраһи́м да иман аша... буйһоноп, ҡайҙа барғанлығын белмәһә лә, киләсәктә мираҫ итеп алырға тейеш булған ергә бара» (Еврейҙарға 11:8)

Һорауҙар. Йәһүә Ибраһимға́ нимә эшләргә ҡушҡан? Йәһүә Ибраһимға́ ниндәй вәғәҙә биргән?

Башланмыш 11:29—12:9; Ғәмәлдәр 7:2—4; Галаттарға 3:6; Еврейҙарға 11:8.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу