Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 17 дәрес 46 б.—47 б. 2 абз.
  • Муса Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе һайлай

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Муса Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе һайлай
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Алла Исраил халҡын азат итә
    Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
  • Беренсе өс яза
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 17 дәрес 46 б.—47 б. 2 абз.
Фирғәүен ҡыҙы бәләкәй Мусаны таба, ә Мириәм нимә булыр икән тип ситтәнерәк ҡарап тора

17-СЕ ДӘРЕС

Муса Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе һайлай

Яҡупты́ң ғаиләһен Мысырҙа́ изра́илдәр тип атағандар. Яҡу́п, ә һуңыраҡ Йосо́ф үлгәндән һуң яңы фирғәүе́н идара итә башлаған. Ул, изра́илдәр, мысырҙарға́ ҡарағанда, көслөрәк булып китер, тип ҡурҡҡан. Шуға күрә фирғәүе́н израи́лдәрҙе ҡол иткән. Ул уларға күпләп кирбес яһарға һәм көнө-төнө баҫыуҙарҙа эшләргә ҡушҡан. Әммә күберәк эшләгән һайын, израи́лдәрҙең һаны күбәйә барған. Фирғәүенгә́ был оҡшамаған һәм ул изра́иль ғаиләләрендә яңы тыуған һәр малайҙы үлтерергә ҡушҡан. Изра́илдәрҙең ни тиклем ҡурҡҡанын күҙ алдыңа ғына килтер!

Йәһәбә́д исемле изра́иль ҡатыны матур бер малай таба. Шул малайҙы ҡотҡарыр өсөн, Йәһәбә́д уны кәрзингә һала ла Нил йылғаһы буйындағы ҡамыш араһына йәшерә. Ә малайҙың апаһы Мириә́м, нимә булыр икән, тип ситтәнерәк ҡарап торорға була.

Шул йылғаға һыу инергә фирғәүе́н ҡыҙы килә һәм кәрзинде күреп ҡала. Ҡараһа, кәрзин эсендә бер бала илап ята! Ул баланы бик йәлләй. Мириә́м фирғәүе́н ҡыҙы янына килеп: «Баланы имеҙер өсөн берәй ҡатын табып килтерәйемме?» — тип һорай. Ул ризалашҡас, Мириә́м баланың әсәһен саҡыра. Фирғәүе́н ҡыҙы уға: «Был баланы ал да, имеҙеп үҫтер, ә мин һиңә түләп торормон», — ти.

Муса ҡаса

Бала үҫеп еткәс, Йәһәбә́д уны фирғәүе́н ҡыҙына алып бара. Фирғәүе́н ҡыҙы балаға Муса́ тип исем ҡушҡан һәм уны үҙенең улы итеп тәрбиәләгән. Муса́ фирғәүе́н ҡыҙының улы тип һаналған, һәм уның ни теләһә, шул булған. Әммә Муса́ Йәһүәне бер ҡасан да онотмаған. Ул үҙенең мысырлы́ түгел, ә ысын барлыҡта изра́иль кешеһе икәнен белгән. Шуға ла Муса́ Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе һайлаған.

Мусаға́ 40 йәш булғанда, ул үҙ халҡына ярҙам итергә булған. Шулай бер саҡ, Муса́ мысы́р кешеһенең изра́иль кешеһен туҡмағанын күреп ҡала. Ул бар көсөнә мысы́р кешеһенә һуғып ебәрә, һәм тегеһе үлә. Муса́ уны ҡомға күмеп ҡуя. Фирғәүе́н был хәлде белеп ҡалып, Мусаны́ үлтерергә ҡуша. Әммә Муса́ Мадиа́м еренә ҡаса. Унда Йәһүә уның хаҡында ҡайғырта.

«Муса́... иман аша фирғәүе́н ҡыҙының улы тип йөрөтөлөүҙән баш тарта. ...[Ул] Алла халҡы менән бергә ғазап кисереүҙе өҫтөнөрәк ҡуя» (Еврейҙарға 11:24, 25)

Һорауҙар. Мысырҙа́р изра́илдәргә нисек ҡараған? Ни өсөн Муса́ Мысырҙа́н ҡасҡан?

Башланмыш 49:33; Сығыш 1:1—14, 22; 2:1—15; Ғәмәлдәр 7:17—29; Еврейҙарға 11:23—27.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу