Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 35 дәрес 86 б.—87 б. 1 абз.
  • Һанна Алланан бала һорай

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Һанна Алланан бала һорай
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ул, доға ҡылып, Аллаға күңелен бушатҡан
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
  • Йәһүә һеҙгә тыныслыҡ бирһен
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Доғала Йәһүәгә күңелеңде бушат
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2022
  • Йәһүә һәр күҙ йәшеңде иҫендә тота
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
Башҡаларын асырға
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 35 дәрес 86 б.—87 б. 1 абз.
Һанна бәләкәй Самуилды изге сатырға Илийға алып килә

35-СЕ ДӘРЕС

Һанна Алланан бала һорай

Изра́иль кешеһе Илка́наның Һа́нна һәм Фәнинә́ исемле ике ҡатыны булған. Һа́ннаны ул нығыраҡ яратҡан. Фәнинәне́ң балалары күп булған, ә Һа́ннаның балаһы булмаған, шуға күрә Фәнинә́ уны һәр ваҡыт кәмһеткән. Йыл һайын Илка́на ғаиләһе менән Аллаға табыныр өсөн, Шило́ ҡалаһына, изге сатырға, барып йөрөгән. Шулай бер саҡ, Шилоға́ килгәс, Илка́на ғәзиз ҡатыны Һа́ннаның бик ҡайғылы булыуын күргән. Ул уға: «Йә инде, Һа́нна, илама. Балаларың булмаһа ни, яныңда бит мин бар. Мин һине яратам», — тигән.

Һуңыраҡ Һа́нна яңғыҙы ғына ҡалып, Аллаға доға ҡылырға була. Ул Йәһүәнең ярҙам итеүен һорай, илай-илай үтенә һәм Аллаға бындай вәғәҙә бирә: «Йәһүә, әгәр миңә ир бала бирһәң, мин уны һиңә бирер инем. Һәм ул ғүмере буйы һиңә хеҙмәт итер ине».

Һанна доға ҡылып илап торған саҡта баш рухани Илий уға ҡарап тора

Баш рухани И́лий Һа́ннаны күргәс, ул иҫерек, тип уйлай. Әммә Һа́нна уға: «Юҡ, хужам, мин иҫерек түгел. Мин ҡайғымды Йәһүәгә һөйләйем», — ти. И́лий, яңылышҡанын аңлап: «Алла һиңә һорағаныңды бирһен», — ти. Был һүҙҙәрҙән Һа́ннаның кәйефе бер аҙ күтәрелә, һәм ул ҡайтып китә. Бер йыл да үтмәй, ул малай таба һәм уны Самуи́л тип атай. Һа́ннаның быға ни тиклем шатланғанын күҙ алдыңа ғына килтер!

Һа́нна Йәһүәгә биргән вәғәҙәһен онотмай. Самуилды́ имсәктән айырғас та, уны изге сатырға алып килә. Ул И́лийға: «Был минең Алланан ялбарып һорап алған балам. Мин уны ғүмерлеккә Йәһүәгә бирәм», — ти. Илка́на менән Һа́нна йыл һайын Самуи́л янына килеп йөрөй, килгән һайын уға яңы еңһеҙ күлдәк алып килә. Һуңыраҡ Йәһүә Һа́ннаға тағы өс малай һәм ике ҡыҙ бирә.

«Һорағыҙ — һәм һеҙгә бирерҙәр; эҙләгеҙ — һәм табырһығыҙ» (Матфей 7:7)

Һорауҙар. Ни өсөн Һа́нна ҡайғырған? Йәһүә Һа́ннаны нисек фатихалаған?

1 Самуил 1:1—2:11, 18—21.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу