Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 45 дәрес 110 б.—111 б. 2 абз.
  • Батшалыҡ бүленә

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Батшалыҡ бүленә
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ул Алла хуплауын ала алыр ине
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 45 дәрес 110 б.—111 б. 2 абз.
Ахия үҙенең өҫ кейемен сисеп уны Йәрәбәм алдында 12 өлөшкә йырта

45-СЕ ДӘРЕС

Батшалыҡ бүленә

Сөләймә́н Йәһүәне тыңлаған саҡта Изра́илдә тыныслыҡ булған. Әммә Сөләймә́н боттарға табыныусы халыҡтарҙан булған күп ҡатын-ҡыҙҙарға өйләнгән. Шул арҡала Сөләймә́н үҙгәргән һәм үҙе лә боттарға табына башлаған. Йәһүә быға бик асыуланған. Ул Сөләймәнгә́ былай тигән: «Изра́иль һинән тартып алынасаҡ һәм икегә бүленәсәк. Ҙур өлөшөн — хеҙмәтсеңә, ә бәләкәй өлөшөн тоҡомдарыңа бирәсәкмен».

Йәһүә үҙ ҡарарын ап-асыҡ итеп күрһәтергә була. Сөләймәнде́ң хеҙмәтсеһе Йәрәбәмгә́ юлда А́хия пәйғәмбәр осрай. Ул үҙенең өҫ кейемен сисеп, уны 12 өлөшкә йырта ла, былай ти: «Йәһүә батшалыҡты Сөләймә́н ғаиләһенән тартып аласаҡ та икегә бүләсәк. Ошо ун өлөштө ал, сөнки һин ун ҡәбилә өҫтөнән батша буласаҡһың». Сөләймә́н батша, был турала ишетеп, Йәрәбәмде́ үлтерергә була! Йәрәбә́м иһә Мысырға́ ҡаса. Сөләймә́н үлгәс, уның урынына улы Ровоа́м идара итә башлай. Шунда Йәрәбә́м, ҡурҡыныс инде үтте, тип уйлай һәм Изра́илгә ҡайтырға була.

Израилдәрҙең күбеһе Йәрәбәм яһаған алтын быҙауға ҡорбандар килтерә

Изра́иль өлкәндәре Ровоамға́: «Халыҡ менән үҙеңде игелекле тотһаң, ул һиңә тоғро буласаҡ», — ти. Әммә уның йәш иптәштәре: «Ҡаты бул, халыҡты йәлләмә! Уларҙы тағы ла күберәк эшләт!» — тип, кәңәш бирә. Ровоа́м йәштәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һала. Ул халыҡ менән ҡаты эш итә, шуға күрә ун ҡәбилә уға ҡаршы сыға. Улар үҙ өҫтөнән Йәрәбәмде́ батша итеп ҡуя. Был ун ҡәбилә Изра́иль батшалығы тип атала башлай. Ике ҡәбилә генә Ровоамға́ тоғро ҡала, һәм Йәһүҙә́ батшалығы тип йөрөтөлә башлай. Шулай итеп, 12 ҡәбилә ике батшалыҡҡа бүленә.

Йәрәбә́м үҙ халҡының ғибәҙәт ҡылыр өсөн Иерусалимға йөрөүен теләмәй. Беләһеңме, ни өсөн? Йәрәбә́м, улар Ровоа́м яғына күсер, тип ҡурҡа. Шуға ла ике алтын быҙау яһата. Ул халыҡҡа: «Иерусалим бик йыраҡ. Аллаға бында табынығыҙ», — тип әйтә. Халыҡ алтын быҙауҙарға табына башлай һәм Йәһүәне онота.

«Иманһыҙҙар менән бер тәртәгә егелмәгеҙ. Хаҡлыҡ менән яманлыҡтың ниндәй уртаҡлыҡлығы бар? ...Йәки иманлылар менән иманһыҙҙар араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?» (2 Коринфтарға 6:14, 15)

Һорауҙар. Ни өсөн Изра́иль батшалығы бүленгән? Ровоа́м һәм Йәрәбә́м батшалар ниндәй насар эштәр ҡылған?

1 Батшалар 11:1—13, 26—43; 12:1—33.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу