Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 74 дәрес 176 б.—177 б. 4 абз.
  • Ғайса Мәсих булып китә

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ғайса Мәсих булып китә
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Яхъя юл әҙерләгән
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Ғайса Мәсих кем ул?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 74 дәрес 176 б.—177 б. 4 абз.
Яхъя Ғайсаны һыуға сумдырғас Ғайсаға күгәрсен рәүешендә изге рух инә

74-СЕ ДӘРЕС

Ғайса Мәсих булып китә

Яхъя кешеләргә: «Минән бөйөгөрәк кеше киләсәк», — тип һөйләп йөрөгән. Ғайса 30 йәшендә Галиле́янан Иорда́н йылғаһына килә. Унда Яхъя халыҡты һыуға сумдыра. Ғайса Яхъянан уны һыуға сумдырыуын һорай. Әммә Яхъя: «Һин бит үҙең мине сумдырырға тейеш», — тип ҡаршы төшә. Ғайса: «Юҡ, Йәһүә һинең мине һыуға сумдырыуыңды теләй», — тип яуаплай. Шуға күрә улар Иорда́н йылғаһына инә, һәм Яхъя Ғайсаны тулыһынса һыуға сумдырып ала.

Һыуҙан сыҡҡас, Ғайса доға ҡыла. Шул мәл күктәр асылып китә лә, изге рух күгәрсен рәүешендә уның өҫтөнә төшә. Шунда күктән Йәһүәнең тауышы яңғырай: «Һин минең яратҡан улым, минең ышанысым».

Ғайса, Йәһүәнән изге рух алғас, Мәсих булып китә. Шул ваҡыттан бирле Ғайса Йәһүә ҡушҡан йөкләмәне үтәй башлай. Тап шуның өсөн ул ергә ебәрелгән булған да.

Һыуға сумдырылғас та Ғайса сүлгә китә. Ул унда 40 көн була. Шунан Яхъя янына ҡайта. Ғайсаны күргәс, Яхъя: «Бына донъяны гонаһтан ҡотҡарасаҡ Алла Бәрәсе», — ти. Бының менән Яхъя Ғайсаның Мәсих икәнен күрһәтә. Ғайса менән сүлдә ни булғанын беләһеңме? Әйҙә, был хаҡта уҡыйыҡ.

«Күктән: „Һин — Минең ҡәҙерле Улым. Һин Минең ҡыуанысым!“» — тигән тауыш ишетелде» (Марк 1:11)

Һорауҙар. Ғайса ни өсөн һыуға сумдырылған? Яхъя ни өсөн Ғайсаны Алла Бәрәсе тип атаған?

Матфей 3:13—17; Марк 1:9—11; Лука 3:21—23; Яхъя 1:29—34; Ишағыя 42:1; Еврейҙарға 10:7—9.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу