Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 75 дәрес 178 б.—179 б. 4 абз.
  • Иблис Ғайсаны ҡоторта

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Иблис Ғайсаны ҡоторта
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ҡотҡоға бирелмә
    Бөйөк Остаздан өйрән
  • Изге Яҙмала нимә әйтелә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 75 дәрес 178 б.—179 б. 4 абз.
Ғайса ғибәҙәтхананың иң бейек урынынан һикереп төшөүҙән баш тарта

75-СЕ ДӘРЕС

Иблис Ғайсаны ҡоторта

Ғайса таштарҙы икмәккә әйләндереүҙән баш тарта

Һыуға сумдырылғандан һуң Ғайсаны изге рух сүлгә алып китә. Ул 40 көн бер ниҙә ашамай һәм бик ныҡ асыға. Шул саҡ Ғайса янына Иблис килә. Ул былай тип ҡоторта: «Әгәр ҙә һин ысынлап та Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә ҡуш». Ләкин Ғайса уға Изге Яҙмаларҙан өҙөк килтерә. Ул былай ти: «Яҙылған бит, кешегә йәшәр өсөн ашарға ғына түгел, ә Йәһүәнең һүҙен тыңларға кәрәк».

Шунан һуң Иблис Ғайсаға былай ти: «Әгәр ҙә һин ысынлап та Алла Улы булһаң, ғибәҙәтхананың иң бейек урынынан һикер. Изге Яҙмаларҙа әйтелгән бит, Алла үҙенең фәрештәләрен ебәрер, һәм улар һине күтәреп алыр». Әммә Ғайса яңынан Изге Яҙмаларҙан өҙөк килтерә: «Йәһүәне һынама, тип тә яҙылған бит».

Ғайса Шайтандың бар донъя батшалыҡтарын үҙенә алырға тәҡъдименән баш тарта

Бынан һуң Шайтан Ғайсаға донъялағы бар батшалыҡтарҙы, уларҙың байлығын һәм матурлығын күрһәтә. Ул былай тип ҡоторта: «Әгәр алдыма йөҙтүбән ятып миңә табынһаң, быларҙың барыһын да һиңә бирәм». Ғайса уға: «Кит, Иблис! Йәһүәгә генә табын һәм бары тик уға ғына хеҙмәт ит, тип яҙылған бит», — тип яуап бирә.

Шул саҡ Иблис Ғайсаны ҡалдырып китә. Ғайса янына фәрештәләр килә, уға ашарға килтерә. Шул ваҡыттан бирле Ғайса Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләп йөрөй башлай. Йәһүә уны тап шуның өсөн ергә ебәргән дә бит. Кешеләр уның өйрәткәнен тыңларға яратҡан. Ул ҡайҙа ғына барһа ла, артынан ҡалмай эйәреп йөрөгән.

«Ул [Иблис] ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул — ялғансы һәм ялғандың атаһы» (Яхъя 8:44)

Һорауҙар. Иблис нисек итеп Ғайсаны өс тапҡыр ҡоторторға маташҡан? Ғайса Иблискә нимә тип яуап биргән?

Матфей 4:1—11; Марк 1:12, 13; Лука 4:1—15; Ҡанун 6:13, 16; 8:3; Яҡуб 4:7.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу