Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 83 дәрес 194 б.—195 б. 1 абз.
  • Ғайса меңләгән кешене ашата

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ғайса меңләгән кешене ашата
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Беҙ Ғайсаның мөғжизәһенән нимәгә өйрәнәбеҙ?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Ғайсаның һуңғы Ҡотҡарылыу байрамы
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Ғайса һыу өҫтөнән атлай
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 83 дәрес 194 б.—195 б. 1 абз.
Илселәр халыҡҡа ризыҡ өләшә

83-СӨ ДӘРЕС

Ғайса меңләгән кешене ашата

Беҙҙең эраның 32 йылы. Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашып килә. Илселәр вәғәз сәйәхәтенән арып ҡайта. Шуға күрә ял итер өсөн, Ғайса уларға кәмә менән Вифсаи́да яғына йөҙөргә тәҡдим итә. Әммә ярға яҡынлашыу менән Ғайса унда меңләгән кешене күрә. Улар Ғайсаны инде көтөп тә тора! Илселәре менән генә ҡалып, ял итергә теләһә лә, Ғайса кешеләрҙе йылы ҡабул итә. Башта ул бөтә ауырыуҙарҙы һауыҡтыра, ә аҙаҡ өйрәтә башлай. Ғайса көнө буйы кешеләрҙе Алла Батшалығы тураһында өйрәтә. Кис еткәс, илселәр уның янына килеп былай ти: «Халыҡ асыҡты. Уларҙы ебәр, ауылдарға барып үҙҙәренә ризыҡ һатып алһындар».

Бер малай Ғайсаға икмәк һәм балыҡ һалынған кәрзин бирә

Ғайса: «Уларға бер ҡайҙа ла бараһы юҡ. Ошонда ғына ашатығыҙ», — ти. Илселәр унан: «Шул тиклем халыҡҡа икмәкте беҙ һатып алайыҡмы ни?» — тип һорай. Илселәрҙең Филипп исемлеһе: «Аҡсабыҙ күп булған хәлдә лә был тиклем халыҡты барыбер туйҙыра алмаҫбыҙ», — ти.

«Беҙҙең күпме ризыҡ бар һуң?» — тип һорай Ғайса. «Бында биш икмәктән һәм ике балыҡтан башҡа бер нәмә лә юҡ. Был етмәйәсәк», — тип яуап бирә Андрей. Ғайса иһә: «Уларҙы Миңә бирегеҙ әле», — ти. Ул кешеләргә, иллешәрләп һәм йөҙәрләп бүленеп, ергә ултырырға ҡуша. Шунан икмәкте һәм балыҡтарҙы ала ла күккә ҡарап Аллаға доға ҡыла. Ғайса ризыҡты илселәргә бирә, ә илселәр халыҡҡа өләшә. Шулай итеп Ғайса ҡатындарҙан һәм балаларҙан тыш 5000 ирҙе ашата. Ризыҡ әрәм булмаһын өсөн, илселәр ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, кәрзингә тултыра. Барыһы 12 кәрзин була! Бындай мөғжизәне берәү ҙә бер ҡасан да күрмәгән.

Был мөғжизә кешеләргә шул тиклем тәьҫир итә, улар хатта Ғайсаны батша итеп ҡуйырға теләй. Әммә Ғайса белә: уны батша итеп ҡуйыр өсөн Йәһүә билдәләгән ваҡыт әле етмәгән. Шуға ла Ғайса халыҡты ҡайтарып ебәрә, ә илселәренә Галиле́я күле аръяғына сығырға ҡуша. Илселәр кәмәгә ултыра, ә Ғайса үҙе генә тауға менә. Нимә өсөн? Ул Атаһына доға ҡылырға теләй. Ғайса һәр ваҡыт, хатта эштәре күп булғанда ла, доға өсөн ваҡыт тапҡан.

«Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк» (Яхъя 6:27)

Һорауҙар. Ғайсаның кешеләр хаҡында ҡайғыртҡаны нимәнән күренгән? Был Йәһүә тураһында нимәне асыҡлай?

Матфей 14:14—22; Лука 9:10—17; Яхъя 6:1—15.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу