Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 93 дәрес 216 б.—217 б. 5 абз.
  • Ғайса күккә ҡайта

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ғайса күккә ҡайта
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ғайса Батшалыҡ хаҡында вәғәзләй
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Ғайса тере!
    Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
  • Шәкерттәр изге рух ала
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 93 дәрес 216 б.—217 б. 5 абз.
Ғайса күккә күтәрелә, илселәре уға ҡарап тора

93-СӨ ДӘРЕС

Ғайса күккә ҡайта

Галиле́яла Ғайса үҙ шәкерттәре менән осраша. Ул уларға бик мөһим бер йөкләмә бирә: «Барса халыҡтарға барығыҙ, шәкерттәр әҙерләгеҙ. Мин һеҙҙе нимәгә өйрәттем, уларҙы ла шуға өйрәтегеҙ һәм һыуға сумдырығыҙ». Шунан ул: «Белегеҙ, мин һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам», — тип вәғәҙә итә.

Терелтелгәндән һуң Ғайса 40 көн дауамында Галиле́яла һәм Иерусалимда йөҙләгән шәкертенә күренә. Ул уларҙы күп мөһим нәмәләргә өйрәтә һәм күп мөғжизәләр ҡыла. Шунан Ғайса Зәйтүн тауында илселәре менән һуңғы тапҡыр осраша. Ғайса илселәренә: «Иерусалимдан китмәгеҙ, Атайым вәғәҙә иткәнде көтөгөҙ», — тип бойора.

Әммә илселәр уның нимә хаҡында әйткәнен аңламай, шуға былай тип һорай: «Һин Изра́иль батшаһы буласаҡһыңмы?» Ғайса уларға: «Йәһүә иҫәпләүенсә, әле минең Батша булыр ваҡытым етмәгән. Оҙаҡламай һеҙгә изге рух бирелер, һәм көслө булып китерһегеҙ. Һеҙ минең шаһиттарым булырһығыҙ. Барығыҙ, Иерусалимда, Йәһүҙиәлә́, Сама́рияла һәм ерҙең иң йыраҡ урындарында вәғәзләгеҙ», — ти.

Шунан һуң Ғайса күккә күтәрелә башлай, тиҙҙән уны болот ҡаплай. Шәкерттәре юғарыға ҡарауын дауам итә, әммә Ғайса инде күҙҙән юғала.

Шәкерттәр Зәйтүн тауынан Иерусалимға китә. Улар йыш ҡына бер йорттоң өҫкө бүлмәһендә бергә йыйылып доға ҡыла. Улар Ғайсанан яңы күрһәтмәләр көтә.

«Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер» (Матфей 24:14)

Һорауҙар. Ғайса үҙ шәкерттәренә ниндәй йөкләмә биргән? Зәйтүн тауында нимә булған?

Матфей 28:16—20; Лука 24:49—53; Яхъя 20:30, 31; Ғәмәлдәр 1:2—14; 1 Коринфтарға 15:3—6.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу