Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 98 дәрес 228 б.—229 б. 1 абз.
  • Ғайса тураһындағы белем бөтә донъя буйлап тарала

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ғайса тураһындағы белем бөтә донъя буйлап тарала
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Варнава менән Павел алыҫ ерҙәрҙә шәкерттәр әҙерләй
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2018
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 98 дәрес 228 б.—229 б. 1 абз.
Павел менән Варнава Сергий Павел исемле Кипр идарасыһына вәғәзләй

98-СЕ ДӘРЕС

Ғайса тураһындағы белем бөтә донъя буйлап тарала

Илселәр, тап Ғайса ҡушҡанса, һөйөнөслө хәбәрҙе бөтә донъя буйлап тарата. Беҙҙең эраның 47 йылында Антио́хиялағы ҡәрҙәштәр Павел менән Варна́ваны вәғәз сәйәхәтенә ебәрә. Был ашҡыныусан ике вәғәзсе бөтә Кесе А́сияны (хәҙер был Төркиә территорияһы) йөрөп сыға. Улар Де́рвия, Ли́стра һәм Ико́нияға бара.

Павел менән Варна́ва осратҡан бар кешегә лә вәғәзләй: ярлыларға һәм байҙарға, йәштәргә һәм ололарға. Күп кеше Ғайсаға ышана. Илселәр Се́ргий Павел исемле Кипр идарасыһына вәғәзләгәндә, бер сихырсы уларға ҡамасауларға маташа. Шунда илсе Павел сихырсыға: «Йәһүә һине язалаясаҡ», — ти. Сихырсы шунда уҡ һуҡырая. Быны күреп, Се́ргий Павел иман итә башлай.

Павел менән Варна́ва бөтә ерҙә лә вәғәзләй: өйҙән-өйгә, баҙарҙарҙа, юлда барғанда һәм синаго́галарҙа. Бер ваҡыт улар Ли́страла атлай алмаған кешене һауыҡтыра. Кешеләр был мөғжизәне күргәс, Павел менән Варна́ва — илаһтар, тип уйлай һәм уларға табынырға теләй. Әммә илселәр: «Аллаға ғына табынырға кәрәк! Беҙ иһә кешеләр генә», — тип, уларҙы туҡтата. Шунан һуң ҡайһы бер йәһүдтәр килә лә, халыҡты Павелға ҡаршы ҡоторта. Улар Павелды таш бәргесләп, инде үлде тип уйлап, ҡала ситенә сығарып ташлай. Әммә Павел үлмәй! Шунда уҡ ҡәрҙәштәр килә, һәм улар бергәләп ҡалаға кире китә. Күп тә үтмәҫтән, Павел Антио́хияға ҡайта.

Беҙҙең эраның 49 йылында Павел икенсе сәйәхәтенә сығып китә. Тәүҙә ул Кесе А́сиялағы ҡәрҙәштәргә бара, шунан, яҡшы хәбәрҙе Европала вәғәзләр өсөн, сәйәхәтен дауам итә. Ул Афи́на, Ефе́с, Филипп, Фессало́ника һәм башҡа ҡалаларҙа була. Уның менән бергә Си́ла, Лука́ һәм йәш Тимофе́й ҙа йөрөй. Улар бергә йыйылыштар ойоштора һәм ҡәрҙәштәрҙе дәртләндерә. Коринфта́ Павел йыл ярымға ҡала, бында ул ҡәрҙәштәрҙе нығыта. Ул вәғәзләй, өйрәтә һәм йыйылыштарға хаттар яҙа. Уның һөнәре сатырҙар яһау була. Ваҡыт уҙыу менән ул яңынан Антио́хияға ҡайта.

Илсе Павел баҙарҙа вәғәзләй

Һуңыраҡ, беҙҙең эраның 52 йылында, Павел үҙенең өсөнсө сәйхәтенә сыға. Кесе А́сиянан башлап, ул төньяҡҡа, Филипп ҡалаһына, ә һуңынан көньяҡҡа табан, Коринфҡа́ китә. Бер нисә йылға ул Ефеста́ ҡала. Унда ул кешеләрҙе өйрәтә, һауыҡтыра һәм йыйылышҡа ярҙам итә. Көн һайын ул мәктәп бинаһында телмәрҙәр менән сығыш яһай. Күптәр, уны тыңлап, иманға килә. Күп ерҙәрҙә яҡшы хәбәрҙе һөйләгәс, Павел Иерусалимға китә.

«Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ» (Матфей 28:19)

Һорау. «Алла Һүҙен тикшереү өсөн ҡорал» тигән брошюраның 17-се бүлеген файҙаланып, һин Павелдың нисек сәйхәт иткәнен күҙәтә алаһыңмы?

Ғәмәлдәр 13:1—23:35.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу