Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 100 дәрес 232 б.—233 б. 2 абз.
  • Павел һәм Тимофей

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Павел һәм Тимофей
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Тимуте кешеләргә ярҙам итергә теләгән
    Балаларығыҙҙы өйрәтегеҙ
  • Вазифаларығыҙҙы ысын күңелдән башҡарығыҙ!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр, Тимофейҙан өлгө алығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 100 дәрес 232 б.—233 б. 2 абз.
Павел, Сила һәм Тимофей

100-СӨ ДӘРЕС

Павел һәм Тимофей

Евника, Лоида һәм бәләкәй Тимофей

Тимофе́й Ли́стра йыйылышындағы йәш хеҙмәтсе булған. Уның атаһы грек, әсәһе — йәһүд булған. Әсәһе Евни́ка һәм өләсәһе Лои́да Тимофейға́ бала саҡтан уҡ Йәһүә хаҡында һөйләгән.

Икенсе вәғәз сәйәхәте ваҡытында Павел Ли́страға килә. Ул Тимофейҙы́ң ҡәрҙәштәрҙе бик яратҡанын һәм уларға ярҙам итергә теләгәнен күрә. Ул Тимофейҙы́ үҙе менән сәйәхәт итергә саҡыра. Павел Тимофейҙы́ өйрәтә һәм ваҡыт үтеү менән ул яҡшы вәғәзсе һәм уҡытыусы булып китә.

Изге рух Павел менән Тимофейға́ йүнәлеш бирә. Бер төн Павел төш күрә: бер кеше уны Македо́нияға саҡыра һәм унда йәшәгән кешеләргә ярҙам итеүен һорай. Шуға күрә Павел, Тимофе́й, Си́ла һәм Лука Македо́нияға вәғәзләргә бара һәм унда йыйылыштар ойоштора.

Македо́ниялағы Фессало́ника ҡалаһында күп ирҙәр һәм ҡатындар хәҡиҡәтте ҡабул итә. Әммә ҡайһы бер йәһүдтәр, көнләшеп, халыҡ төркөмөн йыя һәм Павел менән уның дуҫтарын ҡала башлыҡтарына алып бара. Улар: «Был кешеләр Рим хөкүмәтенең дошманы!» — тип ҡысҡыра. Ғүмерҙәре ҡурҡыныс аҫтында булғанға, Павел менән Тимофе́й төндә Ве́рия ҡалаһына ҡаса.

Ве́рияла йәшәгән кешеләргә һөйөнөслө хәбәр оҡшай. Күп кенә гректар ҙа, йәһүдтәр ҙә Йәһүә хеҙмәтсеһе булып китә. Ләкин бер нисә йәһүд Фессало́никала ығы-зығы күтәрә, шуға Павел Афи́наға китә. Ҡәрҙәштәрҙе нығытыр өсөн, Тимофе́й менән Си́ла Ве́рияла ҡала. Әммә Фессало́никалағы ҡәрҙәштәр көслө эҙәрләүҙәр менән осраша, шуға күрә бер ни ҡәҙәр ваҡыт үткәс, Павел унда ҡабат Тимофейҙы́ ебәрә. Һуңыраҡ Павел Тимофейға́ башҡа күп йыйылыштарға барырға һәм ҡәрҙәштәрҙе нығытырға ҡуша.

Илсе Павел, өйҙәге тотҡонлоҡта булып, Тимофейға хат әйтеп яҙҙыра. Павелдың ҡулдары һаҡсыға бығауланған

Павел Тимофейға́: «Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләгәндәр эҙәрләнер», — ти. Тимофе́й ҙа иманы арҡаһында эҙәрләүҙәр менән осраша, уны хатта төрмәгә ултырталар. Йәһүәгә тоғролоғон күрһәтеүенә ул шат була.

Павел филиптарға: «Мин һеҙҙең янығыҙға Тимофейҙы́ ебәрәм. Ул һеҙҙе Йәһүә хеҙмәтсеһе булырға һәм вәғәзләргә өйрәтер», — ти. Павел Тимофейға́ ышанып була икәнен белә. Күп йылдар буйы улар яҡшы дуҫ һәм хеҙмәттәш була.

«Һеҙҙең хаҡта уның кеүек ихлас күңелдән хәстәрлек күреүсе башҡа бер кемем дә юҡ. Башҡалар, Ғайса Мәсихкә инаныуға ҡарағанда, үҙ яғын нығыраҡ ҡайыра» (Филиптарға 2:20, 21)

Һорауҙар. Тимофе́й кем булған? Ни өсөн Павел һәм Тимофе́й яҡшы дуҫ булған?

Ғәмәлдәр 16:1—12; 17:1—15; Филиптарға 2:19—22; 2 Тимофейға 1:1—5; 3:12, 14, 15; Еврейҙарға 13:23.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу