6-СЫ ЙЫР
Күктәр Алла данын иғлан итә
(Зәбур 19)
1. Алла данын иғлан итә зәңгәр күк,
Уның эш-ғәмәлен күрәбеҙ бейектә.
Һәр көн уға дан-маҡтау килтерә,
Төнгө йыһан зирәклеген,
Көсөн хәбәр итә.
2. Камил уның бөтә ҡанундары ла,
Зирәк итә беҙҙе Хоҙай әмерҙәре.
Ғәҙел һәм хаҡ Йәһүә хөкөмө,
Балдан татлы һәр ҡануны,
Һүҙе дөрөҫ, изге.
3. Беҙ Алланы тәрән хөрмәт итәбеҙ,
Алтын таштан ҡиммәт уның һүҙен үтәү.
Ҡанун һаҡлай, йөрөтә хаҡ юлдан.
Беҙгә ифрат оло хөрмәт
Алла данын яҡлау.
(Зәб. 111:9; 145:5; Асыл. 4:11-ҙе лә ҡара.)