14-СЕ ЙЫР
Ерҙең яңы Батшаһын данлағыҙ!
(Зәбур 2:12)
1. Мәсих беҙҙе йыя бергә
Бөгөн бар халыҡтан да,
Уға берҙәм ярҙам итә
Бөтә майланғандар ҙа.
Доға ҡылабыҙ көн һайын:
«Алла Батшалығы килһен,
Бөтә ер йөҙөн ожмах итһен,
Аҡланһын бар өмөттәр ҙә».
ҠУШЫМТА
Алланы данлағыҙ! Мәсихте маҡтағыҙ!
Ул — иң бөйөк, ҡеүәтле Батша.
Бер халыҡ булып уға дан йырлағыҙ,
Ул лайыҡлы быға.
2. Мәсих әле күктә Батша,
Уны маҡтап йырлайбыҙ;
Ғәҙел хөкөм итер ерҙе,
Уға өмөт бағлайбыҙ.
Инде яҡын яңы донъя,
Бәхет хөкөм һөрөр унда,
Ҡайғы-хәсрәттәр ҡалыр артта —
Шул саҡты көтөп йәшәйбеҙ.
ҠУШЫМТА
Алланы данлағыҙ! Мәсихте маҡтағыҙ!
Ул — иң бөйөк, ҡеүәтле Батша.
Бер халыҡ булып уға дан йырлағыҙ,
Ул лайыҡлы быға.
(Зәб. 2:6; 45:1; Ишағ. 9:6; Яхъя 6:40-ты ла ҡара.)